Ауылда концерт була тигәнде ишеткәс, Яңауыл мәҙәниәт усағы халыҡ менән шығырым тулды, хатта Тәүәкән, Теләүембәт ауылдарынан да килгәндәр.
“Гармун ҡайтһын ауылға” тигән кисәлә берсә һағышлы, берсә дәртле гармун моңдары тамашасыларҙы йәшлек иленә әйҙәне.
Үҙҙәренең йыр-моңдары менән тамашасыларҙы әсир иткән ижади төркөм төрлө ауыл таланттарын берләштергән: концертты оҫта итеп алып барыусы, ҡыҙыҡ көләмәстәр һөйләп көлдөрөүсе Миңһылыу Ибраһимова Ҡасҡын клубы мөдире булып эшләй; оҫта итеп баянда уйнаусы Фәнил Бикбулатов, ретро йырҙар йырлаған Фәрҙәнә Мөхәмәтйәнова менән Зиннур Чиляковтар – санъяптыҡылар; матур тауышлы йырсы, юморға бай Ғәлимә Дәүләтбирҙина – Аралбай клубы мөдире; районда уҙған гармунсылар бәйгеһендә күп тапҡырҙар ҡатнашып, призлы урындар яулаған Наилә Әхмәтгәрәева, Зилә Йәнбулатова, Резеда Хисамова, Рәйлә Садиҡова – Йомағужанан.
- Төрлө тормош мәшәҡәттәре баштан ашһа ла, беҙҙе йыр-моңға булған һөйөү берләштерҙе. Машина яллайбыҙ ҙа, тәғәйен ауылға барып, концерт ҡуйып ҡайтабыҙ.
Яңауыл тамашасылары беҙгә бик оҡшаны, йыр-моңдарыбыҙҙы ихлас ҡабул иттеләр, алҡыштарға күмделәр. Насип булһа, тағын килербеҙ әле, - тип яңауылдарға рәхмәт белдерҙе Йомағужанан килгән Әсмә апай Ибраһимова.