Мораҙым
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
1 Ноябрь 2019, 18:44

ШАҒИР РӘШИТ НАЗАРОВТЫҢ ТЫУЫУЫНА - 75 ЙЫЛ. Ер һәм Йыһан улы

Кешелек донъяһы башланғандан бирле донъяға күпме сәсәндәр, аҡындар, шағирҙар - һүҙ оҫталары тыуған! Милләттең аҡыл осошон, рухи бейеклеген билдәләгән улар. Тора-бара улар исеме халыҡтың ғорурлығы ғына булып ҡалмай, милли мәҙәниәттең символына әүерелгән, халыҡ күтәргән байраҡтың юғарылығын билдәләгән. Рустарҙа Пушкин, немецтарҙа Гете, итальяндарҙа Данте, татарҙарҙа Туҡай – ана шундай бөйөк ижадсыларҙың бары ҡайһы берҙәре.Телгә алмаған милләттәрҙә юҡмы ни улар! Донъя күләменән күренер оло таланттар башҡорт улдары һәм ҡыҙҙары араһынан да булған, барҙар һәм буласаҡ! Ана шундайҙарҙың береһе – Рәшит Назаров.Ул, беҙҙең баш особоҙҙа ғына түгел, бәлки, бөтә әҙәбиәт күгенән күренгән бығаса күренмәгән балҡыш, яңы яҡтылыҡ – йондоҙ булып тәгәрәп үтте. Рәшит Назаров – Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында 1944 йылдың ноябрь айында Фатима апай менән Сәйетбаттал ағайҙың бишенсе балалары булып донъяға килгән. Бәләкәйҙән башҡа ауыл балалары кеүек ялан аяҡ йәйҙәрен үткәрә, ата-әсәһенең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы була.

Кешелек донъяһы башланғандан бирле донъяға күпме сәсәндәр, аҡындар, шағирҙар - һүҙ оҫталары тыуған! Милләттең аҡыл осошон, рухи бейеклеген билдәләгән улар. Тора-бара улар исеме халыҡтың ғорурлығы ғына булып ҡалмай, милли мәҙәниәттең символына әүерелгән, халыҡ күтәргән байраҡтың юғарылығын билдәләгән. Рустарҙа Пушкин, немецтарҙа Гете, итальяндарҙа Данте, татарҙарҙа Туҡай – ана шундай бөйөк ижадсыларҙың бары ҡайһы берҙәре.Телгә алмаған милләттәрҙә юҡмы ни улар! Донъя күләменән күренер оло таланттар башҡорт улдары һәм ҡыҙҙары араһынан да булған, барҙар һәм буласаҡ! Ана шундайҙарҙың береһе – Рәшит Назаров.Ул, беҙҙең баш особоҙҙа ғына түгел, бәлки, бөтә әҙәбиәт күгенән күренгән бығаса күренмәгән балҡыш, яңы яҡтылыҡ – йондоҙ булып тәгәрәп үтте. Рәшит Назаров – Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында 1944 йылдың ноябрь айында Фатима апай менән Сәйетбаттал ағайҙың бишенсе балалары булып донъяға килгән. Бәләкәйҙән башҡа ауыл балалары кеүек ялан аяҡ йәйҙәрен үткәрә, ата-әсәһенең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы була. Йәше еткәс, уҡырға бара, уны тамамлай, колхозда эшләй. Көнө-төнө лирик, ҡайһы ваҡыт сатирик шиғырҙар, нәҫерҙәр, хикәйәләр яҙа, поэмалар ижад итә. 1963-1966 йылдарҙа хәрби хеҙмәттә була.
1966 йылда, өсөнсө йыл хеҙмәт иткәндә, зәхмәтле психик ауырыуға дусар була. Ғүмеренең аҙағына тиклем махсус йорттарҙа йәшәй.

Йылдар, йылдар, мәрхәмәтһеҙ йылдар
Ер аҫтына мине аттылар.
Бығау һалып хискә, аҡылыма
Тар төрмәгә илтеп яптылар...

Р. Бикбаев әйткән һүҙҙәр иҫкә төшә: “ Салауат та, Рәшит Назаров та бер үк йәштә тиерлек тотҡонлоҡҡа дусар була: береһе каторгаға бикләнһә, икенсеһенең зиһенен ҡараңғылыҡ солғап ала. Әйтерһең дә, улар был донъяға таланттары менән
кешеләрҙе хайран итергә лә, шунан һуң тиҙ арала, бәхетһеҙлеккә тарып, милләтте үкендерергә, хәсрәткә һалырға тыуған”. Рәшит Назаров ижады, үҙе йәштән генә йән фажиғәһенә юлыҡһа ла, юлдарында “таш ҡатламдар ятһа ла”, һәр саҡ яҡты,өмөт, ышаныс менән һуғарылған ҡояшлы ижад.


Башҡорт
Бөгөнгөләй, уның үткәне лә
Уйылып ҡалған Урал ташына ...
...Ҡурай осонан һыҙылып тамған моңо
Ал ҡан булып ташҡа яғылған.
Ҡайғыларҙан ҡайылып сигелһә лә
Тирмәләрҙең һоро биҙәге,
Йөрәгендә ятҡан эйәрле ат
Шылтыратҡан, сапсып, йүгәнен.
"Уралым!" - тип оран ташлап ауһа,
Күмгәндә лә тупраҡ-ер үҙен,
Йөрәгенән сығып, эйә

***
Шундай мәлдәр була, мәлдәр була, -
Таңға, яҙға, гөлгә ҡарамай,
Емерелеп төшә күҙгә ҡаштар,
Шишмәләргә ауған ҡаялай.


Шундай мәлдәр була, мәлдәр була,
Бөтәһе лә ят та сит кеүек,
Йөрәгеңде тот та юл ситенә,
Юл ситенә ат та кит кеүек.


Ҡалҡаһың да шул саҡ, дуҫым минең,
Юлдарымда - белеп күрәһең, -
Шишмәләрҙе таштан таҙартаһың,
Йөрәгемде табып бирәһең.
Эйәрле ат
Сапҡан яуға,
Ир данына биреп теҙгенен.
Үткәнеләй, бөгөнгө лә данлы,
Тик ҡайымай данды ҡайғыһы, ҡан:
Яурынында бәхет ҡошо һайрай,
Эйәренә ҡунып килә таң!

Читайте нас: