Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
29 Октябрь 2019, 12:36

Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 124 йыл

Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 124 йыл Ғәзиз Әлмөхәмәтов нигеҙҙә башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара. Бер үк ваҡытта халыҡ йырҙарын йыя һәм уларҙың тарихы менән таныша. Революция һәм граждандар һуғышы йылдарында йырсының концерт эшмәкәрлеге айырыуса киң ҡолас ала. Ошо осорҙа ул үҙен композитор булараҡ та һынап ҡарай.

Йырсы, композитор, башҡорт музыкаль сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Башҡортостандың беренсе халыҡ артисы Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 124 йыл.


Ғәзиз Сәлих улы 1895 йылда Көйөргәҙе районының Мораптал ауылында тыуа. Ғаиләлә алты ир бала үҫә. Улар төрлөһө төрлө тарафтарға китеп, ялланып эшләй. Өлкән ағаһы менән Ғәзиз дә Ташкент яҡтарына китә. Бында уның сыңғырлап торған көмөш тауышына сәхнә һәүәҫкәрҙәре иғтибар итә. Уны концерттарҙа ҡатнаштыра башлайҙар. 19 йәшендә ул тирә-яҡта оҫта йырсы булып таныла. Аҙ ғына ваҡыт эсендә уны Урта Азиянан тыш та белә башлайҙар. Ғәзиз Әлмөхәмәтов нигеҙҙә башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара. Бер үк ваҡытта халыҡ йырҙарын йыя һәм уларҙың тарихы менән таныша. Революция һәм граждандар һуғышы йылдарында йырсының концерт эшмәкәрлеге айырыуса киң ҡолас ала. Ошо осорҙа ул үҙен композитор булараҡ та һынап ҡарай. 1921 йылда тәүге операһын – “Сания”ны ижад итә. Артабан Ғәзиз Әлмөхәмәтов “Эшсе” операһын яҙа. Ул Мәжит Ғафуриҙың поэмаһына нигеҙендә эшләнә. Операны сәхнәгә сығарғанда төп партия – Ниғмәтте Ғәзиз Әлмөхәмәтов үҙе башҡара. 1930 йылда Мәскәүҙә үткәрелгән милли опералар олимпиадаһында “Эшсе” операһы юғары баһа ала. Мәскәүҙән ҡайтҡас, артист Өфөгә күсә. Тыуған яҡтарында ла ул ең һыҙғанып эш башлай. Мәскәү консерваторияһы эргәһендә башҡорт студияһын астырыуҙы юллай башлай. Концерттар менән сығыш яһай. Ул ҙур ауылдарҙа сығыш яһағанда тирә-яҡтарҙан да йыйылып килер булғандар. Тамашасылар Ғәзиз Әлмөхәмәтов башҡарыуында халыҡ йырҙаын кинәнеп тыңлай. Үҙе ижад иткән йырҙар ҙа халыҡ араһында киң танылыу ала.


Ғәзиз Әлмөхәмәтов халыҡты музыкаль яҡтан тәрбиәләү, уларға зауыҡлы әҫәрҙәр тыңлатыу хыялы менән йәшәй. Ә иң ҙур хыялы иһә – Опера театры асыу була. Әммә театр асылыр алдынан ғына уны “халыҡ дошманы” тип ҡулға алалар, 1938 йылда аталар.

Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайы менән Мораптал ауылында музей асыла. Ә республика музыкаль мәктәп-интернатына уның исеме бирелә. Халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика конкурстары үткәрелә һәм лауераттар билдәләнә.
Читайте нас: