Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
28 Октябрь 2019, 19:17

Ҡазанда Татарстанда Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре тамамланды

Ҡазанда Татарстанда Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре тамамланды Ҡазанда Татарстанда Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре тамамланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, саралар республика башлығы гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла. Башҡортостандан сараға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова етәкселегендәге делегация килде. Делегация ағзалары билдәле балерина, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, башҡорт яҙыусыһы Дауыт Юлтыйҙың ҡыҙы Нинель Юлтыеваны хөрмәтләп иҫкә алды. Уның ҡәберенә сәскәләр һалынды.

Ҡазанда Татарстанда Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре тамамланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, саралар республика башлығы гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла.


Башҡортостандан сараға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова етәкселегендәге делегация килде. Делегация ағзалары билдәле балерина, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, башҡорт яҙыусыһы Дауыт Юлтыйҙың ҡыҙы Нинель Юлтыеваны хөрмәтләп иҫкә алды. Уның ҡәберенә сәскәләр һалынды.


Халыҡтар дуҫлығы йортонда тантаналы сара башҡорт халыҡ йыры «Урал» менән башланды, уны халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Заһир Иҫәнсурин башҡарҙы. Ҡурайҙа Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Салауат Хәлилов уйнаны.


Эльвира Айытҡолова, барыһын да сәләмләп, Мәҙәнит һәм мәғариф көндәрен әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡандарҙы бүләкләне. Бүләкләнеүселәр араһында йәш коллектив — «Аҡ тирәк» башҡорт фольклор ансамбле етәксеһе Әлфиә Ғилфанова ла бар ине.


Әлфиә Ғилманова Башҡортостандың Архангел районында тыуып үҫкән, 40 йылдан ашыу Татарстанда йәшәй. Һөнәре буйынса нефтехимик, ләкин тормошон башҡорт йырҙарынан һәм халыҡ бейеүҙәренән тыш күҙ алдына ла килтермәй. Быйыл һәләтле яҡташтарына үҙ янына туплаған. Коллективта төрлө йәштәгеләр, төрлө һөнәр эйәләре бар. Уларҙы башҡорт халыҡ ижадына һөйөү берләштерә.


Улар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бүләк иткән милли кейемдәрҙә сәхнәгә сыҡты. Йәш коллектив музыка ҡоралдары ла алды.


«Дебют программаһына башҡорт халыҡ йырҙары һәм таҡмаҡтары инде. Артистар «Кис ултырыу»ҙы сәхәнәләштерҙе. Репертуар төҙөүгә бик етди ҡараныҡ», — ти коллектив етәксеһе Әлфиә Ғилфанова.


Татарстандың башҡорт йәмәғәселегенә бүләктәр: дәүләт символикаһы, ҡурай, ҡумыҙ, башҡорт теленән китаптар һатып алыу өсөн сертификаттар тапшырылды.

Читайте нас: