«Башҡорттарҙың героик «Урал батыр» эпосы менән мин беренсе тапҡыр 2015 йылда таныштым, — тип һөйләне ғалим. — Ул миңә шунда уҡ оҡшаны, һәм мин уны тәржемәләргә хәл иттем. Башҡорт һәм ҡырғыҙ телдәре бик оҡшаш, эшләүе еңел булды. Ҡайһы бер урындары миңә тәржемәһеҙ ҙә аңлашыла ине. Мәҫәлән, башҡорт эпосының тәүге юлдары ҡырғыҙ телендәге кеүек үк яңғырай тиерлек. Бынан тыш, «Урал батыр»ҙың теле ҡырғыҙҙарҙың «Манас» эпосы теленә оҡшаш. Асылда, мин фольклор телен тәржемәләнем, был — боронғо тел, унда неологизмдар юҡ. Фольклор бит сюжеты менән генә түгел, теле менән дә һаҡлана. «Урал батыр»ҙы ошо йылдың аҙағына тиклем нәшер итергә ниәтләйбеҙ. Һәм беҙҙә, «Манас»ҡа өҫтәп, ҡырғыҙ телендә тағы бер героик эпос була».
Ошо көндәрҙә Өфөлә «Глобалләшеү һәм полиэтник мөхит шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте: тәжрибә һәм перспективалар» конференцияһы асылды. Унда Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Новосибирск һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан, шулай уҡ Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенән ғалимдар йыйылды. Ғилми тел форумын ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Рәсәй Фәндәр академияһы, Башҡортостан Мәғариф министрлығы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге, «Арҡаҙаш» фәнде һәм мәҙәниәтте үҫтереү төбәк йәмәғәт фонды.