Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
25 Октябрь 2019, 17:24

“Йәшәгән ти өс “брат” – Ғәзим, Нәғим һәм Ришат...”

“Йәшәгән ти өс “брат” – Ғәзим, Нәғим һәм Ришат...”Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Ғәзим Ильясовты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Нәғим Нуриманов менән Ришат Бәҙретдиновты сәнғәт яратыусылар араһында белмәгәндәр һирәктер, сөнки Хоҙай биргән һәләттәре, тырышлыҡтары менән үҙҙәрен район, республикала ғына түгел, хатта унан ситтә лә яҡшы танытты улар. Әммә бөгөн һүҙебеҙ уларҙың ижады хаҡында түгел, ә мәрәкәләре хаҡында. Эйе, эйе, сәхнәлә ярайһы етди генә күренһәләрҙә, ғәҙәти тормошта үтә мәрәкәсел, шаян, ихлас кешеләр улар, айырыуса өсәүһе бергә булғанда эргә-тирәһендәгеләрҙе көлдөрөп, эстәрен ҡатыралар.

Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Ғәзим Ильясовты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Нәғим Нуриманов менән Ришат Бәҙретдиновты сәнғәт яратыусылар араһында белмәгәндәр һирәктер, сөнки Хоҙай биргән һәләттәре, тырышлыҡтары менән үҙҙәрен район, республикала ғына түгел, хатта унан ситтә лә яҡшы танытты улар. Әммә бөгөн һүҙебеҙ уларҙың ижады хаҡында түгел, ә мәрәкәләре хаҡында. Эйе, эйе, сәхнәлә ярайһы етди генә күренһәләрҙә, ғәҙәти тормошта үтә мәрәкәсел, шаян, ихлас кешеләр улар, айырыуса өсәүһе бергә булғанда эргә-тирәһендәгеләрҙе көлдөрөп, эстәрен ҡатыралар.

Аптыратты был Ғәзим!
Ғәзим Ғәлим улының ныҡ популяр булып киткән сағы... Радио-телевидениенан көнө-төнө уның йырҙарын ағыла.
Яңы ғына уның менән күрше өлкәләрҙә гастролдәрҙә йөрөп арып ҡайтҡан Ришат Фәнис улы кинәнеп китеп диванда ял итеп ята, эргәһендә ҡыҙы Гүзәл кейем үтекләргә йыйына. Ул үтекте тоҡандырған ваҡытта ғына ҡатыны Флүрә ханым телевизорҙы ҡабыҙа. Унда иһә әлеге лә баяғы Ғәзим Ильясов йырлай.
Ҡатынын абайламаған Ришат күҙен асмай ғына һуҙып әйтеп ҡуя:
- Аптыратты был Ғәзим! Телевизор менән радионы ҡабыҙһаң да Ғәзим, үтекте тоҡандырһаң да Ғәзим!

Артистарҙан “күстәнәс”
Салауат районында уҙған “Салауат көндәре” республика тарихына сағыу бер ваҡиға булып инеп ҡалды, тиҙәр. Унда беҙҙең райондан да ҙур ғына делегация ҡатнашты. Бер апай – ул саҡтағы бер етәксенең ҡатыны шул саранан арып-талып, әммә бик ҡәнәғәт булып ҡайтҡан иренең юл сумкаһын бушата. Бына кейем-һалым, таҫтамал, йыуыныу кәрәк-яраҡтары... Ә был пакетҡа матур итеп урап һалынғаны, моғайын, күстәнәстер... Асып ебәрһә, ни күҙе менән күрһен, йәтеш кенә итеп һалынған тоҡсайҙа - картуф ҡабыҡтары.
- Аһ, аһ, быны нимә тип тейәп йөрөйһөң, мал булһа ни арыу, - тип аптырашта ҡала ҡатын.
- Ә-ә, аптырама, уныһы беҙҙең егеттәрҙең “күстәнәсе”, значит. Шилмалар, бик хәйләкәр йылмаялар ине шул, - тип асыҡлыҡ индерә үҙе лә шаян ағай.

Әйткәндәй, икенсе тапҡыр Салауат көндәренән Нәғим Зәғәфүрән улы ла “күстәнәс” тейәп ҡайта.
- Юлдан арып-йонсоп ҡайттыҡ. Беҙ йөк машиналарынан тирмәләрҙе бушатҡансы, еңел машина водителе сумкаларыбыҙҙы өйгә алып барып ҡалдырып килергә булды. Ары-бире иткәнсе Ғәзим өс ҙур кирбесте гәзиткә матурлап урап, сумкам төбөнә тыға ла һалған.
Өйҙә кәләш “Шул тиклем күстәнәс тейәп ҡайтмаһа ла булған инде” тип ауыр сумкаларҙы көскә һөйрәп, өйгә саҡ-саҡ алып ингән, - ти йырсы үҙе был хаҡта.

Билмән дә аш
Ижадташ дуҫтар Ғәзим Ғәлим улының сираттағы альбомын яҙҙырыу өсөн Өфөгә баралар. Бындай эште, әлбиттә, ашыҡ-бошоҡ ҡына эшләп булмай, егеттәр ҡалала апаруҡ тотҡарлана. Эш араһында гел генә кафеға ла йөрөп булмай, шуға үҙҙәре лә бешеренә. Ир-егеттәр билмән бешермәй, нимә бешерһен инде?! Бындай аҙыҡ ялҡытып та китә.
Ҡайтып килгәндә Нәғим Зәғәфүрән улы “Кәләш тә билмән бешермәһә ярар ине” тип әйтеп ҡуя. Шаянлыҡтары сиктән ашҡан дуҫтарына етә ҡала, бер туҡталышта тоталар ҙа Нәғимдең ҡатынына шылтыраталар: “Әлфиә, нимә генә бешерһәң дә, Нәғим ҡайтыу менән билмән бешерҙем тип әйт”.
Әлфиә лә уларҙың шаянлыҡтарына өйрәнеп бөткән, иптәшен “билмән генә бешергәйнем бит әле” тип ҡаршы ала. Билмәнде күҙенә лә элгеһе килмәгән йырсы-композиторҙың саҡ ҡапҡа төбөнән боролоп китмәгәнлеген күҙ алдына килтерәһегеҙҙер...

Читайте нас: