Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
23 Октябрь 2019, 23:16

Көҙ еткәс

Көҙ еткәс Килеп етте тағы көҙ көнө, Ябай түгел — көҙҙөң алтыны. Саған ағастары ғәжәйеп: Яна ялҡын төҫлө талпынып. Тәңкә-тәңкә япраҡ ҡойола Талғын ғына йомшаҡ елдә лә, Көҙ һаман көҙ ул, күрәһең, Япраҡ төшә сыуаҡ көндә лә. Ошо ваҡыт бөтә япраҡтар Шыбырланы минең ҡолаҡҡа: Османыҡ бит бына йыраҡҡа, Түшәлдек бит тыуған тупраҡҡа. 1996 йыл

Килеп етте тағы көҙ көнө,
Ябай түгел — көҙҙөң
алтыны.
Саған ағастары ғәжәйеп:
Яна ялҡын төҫлө талпынып.
Тәңкә-тәңкә япраҡ ҡойола
Талғын ғына йомшаҡ елдә лә,
Көҙ һаман көҙ ул, күрәһең,
Япраҡ төшә сыуаҡ көндә лә.
Ошо ваҡыт бөтә япраҡтар
Шыбырланы минең ҡолаҡҡа:
Османыҡ бит бына йыраҡҡа,
Түшәлдек бит тыуған тупраҡҡа.
1996 йыл

Читайте нас: