Мостай Кәрим: Бығаса оҙаҡ йылдар гел минән интервью алдылар. Үҙем бер тапҡыр ҙа интервью алғаным булманы. Тәү тапҡыр һорауҙар биреүсе ролен башҡарырға ниәтем бар. Һорауҙарым Тамара Ғәниеваға йүнәлтелә. Йәше еткән, ижады күптән баһаланған шағир, ябай уҡ булмаған бәғзе һорауҙарға яуап биреү өсөн күптән өлгөргән.
Ысын шағирҙың ижадына ҡағылғанда, шундай тойғо кисерәһең: шатлыҡтары, хәсрәттәре, фажиғәләре, өмөттәре, яҙыҡтары, тәүбәләре менән, хатта мөхәббәте һәм нәфрәттәре менән танышҡандан һуң донъя яңы ғына яралған кеүек күренә. Сөнки шағир донъяны үҙенсә ҡабул ҡыла,үҙенсә бәйән итә. Шулай булмаһа, инглиздәргә Байрондан, немецтарға Гётенан, рустарға Пушкиндан, татарҙарға Туҡайҙан башҡа бер шағир ҙа кәрәкмәҫ ине. Ә кәрәк бит, күп төрлө шағирҙар кәрәк, әгәр шул һәр «төрлө»башҡа «төрлө»нө ҡабатламаһа.
Был уйҙарым, Тамара, һинең һуңғы ике китабың – «Арҡайым» менән «Аҡыҡ көмбәҙҙәр»ҙе уҡығандан һуң нығынды, сәхнәлә күргән «Тамарис» трагедияһынан алған тәьҫораттарым да быны дәлилләне. Шулай ҙа бөгөн һинең ижадыңдың туҡымаһына инеп, ундағы биҙәктәрҙе, хис нескәлеген, аҡыл тапҡырлығын – шағирҙы шағир иткән аҫыл деталдәрҙе бәйнә-бәйнә һанарға йыйынмайым. Әгәр улар аҙ йәки тоноҡ булһа, был һөйләшеүҙе башлау ҙа мәғәнәһеҙ булыр инее.. Шулай ҙа йөҙәрләгән һәйбәт әҫәр араһынан берәүһен атап үткем килә.
Ҡатындар бөйөклөгө тураһындағы үтә ябай һәм бөйөк шиғыр ул. «Китәм» тип атала. Тәңре мөһөрөн йөрөткән бөйөк ҡатындарҙың мәңгелек вазифаһы, мәңгелек иманы, ошо иманға мәңгелек тоғролоғо тураһында.
…Минең хәҙер хәстәр-хәсрәтем юҡ,
Мыжып йонсотмамын алъюҫыҡҡа.
Итек йүнлә, йәме, яҙғылыҡҡа.
Беҙ ҡәһәрләшеп, рәнйешеп айырылышыуға өйрәнгәнбеҙ инде. Ә бындай уй-хәстәрҙәр менән айырылышыу ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтен аса ла һала. Ә бер ерҙә, нишләптер, зарланаһың: «Өҫтөмә күп йөк төштө, кендегем ҡанап бөттө…» тигәнерәк юлдар ул. Ә Анна Ахматова иһә шулай ти:
Муж хлестал меня узорчатым,
Для тебя в окошке створчатом
Яратмаған ирҙең һуғыуы, йәнәһе, стенаға бәргән ямғыр тамсыһы кеүек кенә уның өсөн… Тамара, һин иллең тулғансы уҡ поэзиябыҙҙа күркәм бер күренеш булдың. Һин шундай кимәлдәге, шундай дәрәжәләге шағирһың, нимә эшләгәнеңде, нимә теләгәнеңде, нимә теләмәгәнеңде яҡшы беләһеңдер: һорауҙарыма яуаптарыңды ишеткем килә. Һәр шағир, юғарыла әйткәнемсә, поэзияны өр-яңынан башлай. Шәхсән һинең поэзия ниҙән башлана, уның асылы ниҙә?
Тамара Ғәниева. Донъя ҙур, уның эсендә туғандар, яҡындар, таныш һәм сит кешеләр йәшәһә лә, дөйөмлөктән айырылып, үҙемде индивидуум тип танығандан һуңдыр, тим. 1964 йылдың 8 март көнө иҫемдә. Күрше ауылға 8 саҡрым йәйәү йөрөп уҡыныҡ беҙ. Көн салт аяҙ. Нилектәндер бер үҙем генә ауылыбыҙға ҡайтып барам. Сәбәбен хәтерләмәйем, әммә әле лә иҫемдә, күңелемдә әллә нимәнән ризалыҡ тойғоһо бар. «Нисек булыр икән минең киләсәгем? – тип уйланым мин шул көндө тәүге тапҡыр.- ниҙәр көтә мине алда? Һәр хәлдә, кем генә булып китһәм дә, ҡайҙа ғына йәшәргә тура килһә лә ошо көндөң яҡшылығын онотмаҫҡа кәрәк! Мин бармын. Ер өҫтөнән китеп барам», йәнәһе… Килеп-килеп иҫкә төшә шул көн. Ғүмеремде анна шул шәхсәнлек аңым уянған, тере йән икәнемде аңлаған көндән иҫәпләйем.
«Шағир булһаң инее ул», тигән хыял миндә булманы. Был « «батша булһаң инее ул», тип хыялланыу менән бер күренер ине. Табип булғым килгәйне… Уҡытыусы булдым… Әле бына шиғырҙар яҙам…Шиғриәтте йәшәү һәм үлемдең, фанилыҡ һәм баҡыйлыҡтың серен эҙләүсе фәлсәфә тип аңлайым. Миңә ҡалһа, ул туған телдең сәнғәт дәрәжәһенә еткерелгән гармоник яңғырашы ла. Ижад иткәндә ҡомарға, сәмгә биреләм. Быны телдең мөмкинлектәре һәм аһәңенә һоҡланыу тыуҙыра.
М.К. Эйе, поэзияла ла, сәнғәттә лә сәмһеҙ эшләү мөмкин түгел. Шиғриәт – музыка, ғөмүмән, сер ул. Күңел төпкөлөндә мәлен көтөп, йәшеренеп ятҡан хистәр уяна. Шул хис шиғыр булып ярала һәм шағирҙы бүтән кешеләргә лә илтеп тоташтыра. Ә шағир менән халыҡ мөнәсәбәтен нисек аңлайһың?
Т.Ғ. Минең өсөн халҡым тигән тойғо – икмәк, һыу, һауа кеүек үк тәбиғи. Утыҙ йәштәр тирәһендә милләтем тигән тойғо йәнемде һыҙландырып аңыма килеп инде. Ләкин халҡым өсөн яҙам, халҡыма хеҙмәт итеүҙә ниәтем, тип әйтергә ҡыймаҫ инеем. Шулай ҙа, хәҙерге осор, йә мин үткәндән һуң киләсәк замана башҡорт шиғриәтендә Тамара Ғәниева бар, булған һәм ул башҡорт халҡының шағиры тип әйтһә, милләтемдең, халҡыбыҙҙың аң, кисереш кимәле ниндәйҙер дәрәжәлә минең зауыҡҡа ла буласаҡ, тиергә йөрьәт итәм икән, был әле даһилыҡҡа дәғүә итеү тигән һүҙ түгел. Халҡы рухына хеҙмәт итмәгән шағир булмайҙыр ул. Ләкин ул халҡының ҡоло түгел. Үҙенең шиғриәте менән шағир халҡының бәҫен йә күтәрә, йә күтәрә алмай. Иң мөһиме шунда.
М.К. Эйе, халыҡ шағирҙы шиғырын таныһа ғына танылған, известный түгел, признанный шағир ғына үҙ халҡының дәрәжәһен, абруйын халыҡтың үҙе өсөн, унан ары бүтән милләттәр алдында күтәрә. Шағирҙы халыҡ күтәрмәй, у луны шағир тип таный, баһалай һәм ярата. Сөнки шағир халыҡтың иманы өсөн яуаплы. Шағирҙы асылда, халыҡтың зыялы ҡатламы баһаларға бурыслы. Йәнә бер һорауым. Һинеңсә, айырым ҡатын-ҡыҙ поэзияһы бармы? Булһа, уның үҙенсәлеге ниҙә?
Т.Ғ. Мин, әлбиттә, шиғриәтте яҡшы йәки насарға бүлеп ҡарау яғында. Шулай ҙа ХХ быуат башҡорт шиғриәтен бөтөнлөк тәшкил итеүсе һүҙ сәнғәте тип баһалар инем. Ни өсөнмө? Сөнки, ҡатын-ҡыҙ шиғриәте аша ижтимағи тормош, йәмғиәт ана шул һүҙ сәнғәте тип аталған Алтын Тәңкәнең икенсе яғы менән дә танышыу мөмкинлегенә өлгәште. Беҙ ҡатын-ҡыҙға ир-аттың яртыһы тип ҡарарға өйрәнгәнбеҙ инде, ә ир-атты ҡатын-ҡыҙҙың айырылғыһыҙ яртыһы тип ҡабул итеү беҙҙең өсөн ситен. Нисектер, ир-атты кәмһеткән кеүек күренә улай тиһәң. Башҡорт шәғирәләре бит әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөн үҙгәртте. Ике ярымшар бер бөтөндө тәшкил иткәндәге кеүек, шиғриәттә лә бөтөнлөк, тимәк, камиллыҡ хасил булды. Ирҙәр шиғриәтенән һәм ҡатын-ҡыҙ шиғриәтенән хасил әҙәбиәт төрлө-төрлө үҙенсәлеккә эйә ике енестең бер-береһе алдына ҡуйған мәңгелек һорауҙарына яуап биргән кеүек. Ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат ҡапма-ҡаршы сифатлы ике полюс һәм уларҙың ғәмәли йөкмәткеһе, мөнәсәбәттәр даирәһе – сәнғәттең төп темаһы булды, шулай дауам итә.
Кешелек тыуҙырған эстетика ир-ат кисерештәре һәм уның зиһененә генә ( йәки киреһенсә, ҡатын-ҡыҙға) бәйле булһа, образдар йүнәлешендә лә бер яҡлы ғына булыр инее. Ҡатын-ҡыҙ менән ир-аттың күңел хеҙмәттәшлеге – шиғриәттең (ғөмүмән, сәнғәттең) гармонияға ынтылышы – төп эстетик ҡануны ла ошо бит.
М.К. Һуңғы ваҡытта шағирәләр ижадында ирҙәрҙе йүнһеҙгә сығарыу шауҡымы бар… Йәнәһе, вәт элек ирҙәр шәп булған… Ошо хәлде нисек аңлатаһың?
Т.Ғ. Задыхаясь, я крикнула:
Всё, что было. Уйдёшь. Я умру.-
Улыбнулся спокойно и жутко
И сказал мне: «Не стой на ветру».
Анна Ахматованың был шиғыры ғәҙәти интим тойғоларҙың ҡатын-ҡыҙ өсөн фажиғәгә әүерелә барыуы өлгөһө. Ә һөйгән йәр – ирҙәрсә һалҡын ҡанлы һәм прагматик. ХХ быуат – ҡатын-ҡыҙ сыҙамлығын һынау быуаты булды кеүек күренә миңә. Шуға ла ҡатын-ҡыҙ шиғриәтендә рыцарлекте юғалтыуҙан ҡурҡыу һәм ностальгия мотивтары бар шул… Минең ижадымда ла сағылып ҡала ул. Шулай ҙа:
…Шөкөр, беҙҙең әле он етерлек,
Ҡышҡы һуғым да бар кәртәлә.
Ил хәстәрен һалмай елкәңә, -
М.К. Гёте бер урында Эсхил, Софокл, Еврипидтар (улар драматург булыуҙан әүәл шағирҙар, сөнки әҫәрҙәрен шиғыр менән яҙғандар) тыуыр өсөн боронғо Грецияла рухи, әхлаҡи шарттар булған, тигән фекер әйтә. Беҙҙә шундай шарттар бармы?
Т.Ғ. Асылда мин Гётенең был фекере менән риза түгелмен. Гётенең үҙенә кем шарттар тыуҙырып ҡуйған?
Ҙур һуғыштар, фажиғәләр үткән Ватаныбыҙҙа йәшәгән милләттәрҙең тарихы, рухи донъяһы хазиналығы, уларҙың донъяны художестволы ҡабул итеү үҙенсәлектәре, ваҡиғаларға күңеле һәм зиһене кимәле аша мөнәсәбәт белдерә барыуы кеүек төшөнсәләр солғанышы һәм ерлегендә ижад итеүсе шағирға шарттар юҡ тип әйтеп булмайҙыр. Милләтте, халыҡты сит милләттәр нимә өсөн таный? Уның донъяға булған мөнәсәбәте, фәлсәфәүи ҡарашы, күңеленән донъяның теге йәки был боролоштарын кисерә, ҡабул итә, баһа бирә белеүе арҡаһында. Башҡортостандың ғына түгел, тотош Рәсәйҙең, унда йәшәүсе милләттәрҙең мәҙәни, рухи, ижтимағи ҡаҙанышы менән файҙаланыуҙан мине кем тыя ала? Тимәк, фәһем алырлыҡ ерлек, рухи юғаррылыҡҡа әйҙәр шарттар бар. Донъя мәҙәниәте юғалмаһа, шарттар юғалмаҫ, беҙ ҙә юғалмабыҙ.
М.К. Йөҙ йылдан һуң башҡорт әҙәбиәтен ниндәй итеп күрәһең?
Т.Ғ. Өс мең, дүрт мең йыл элек нисек бөйөк шағирҙар тыуған булһа, башҡорт шиғриәте йөҙ, мең йылдан һуң да шағирһыҙ булмаясаҡ. Беҙҙең шиғриәтебеҙ дәүерҙәр һынауын үткән, халҡыбыҙҙың быуын-быуындан килгән рухи хазинаһына тамырҙары менән береккән. Сөнки халҡыбыҙ һынаған инде: милләтте донъя менән уҡ, мылтыҡ бәйләп тора алмай, әҙәбиәт, шиғриәт бәйләй, һүҙ бәйләй.
М.К. Тамара,, тормошоңда ауырлыҡтар булғанда һин зарланып барманың. Шулай ҙа сыҙамың бөткән саҡтарыңда уфтаныуҙарың тышҡа бәреп сыҡҡыланы. Ҡайһы берҙәрен минең менән дә уртаҡлаштың. Хәҙер иң ҙур хәстәр-хәсрәтең, иң ҙур ҡыуанысың ниҙә?
Т.Ғ. Мин ғүмер буйы ғаилә тураһында хыялландым. Тәбиғәтемә өй, оя ҡороу хас. Шунан да ҙур ихтыяжым юҡ тип әйтерлек. Мин зиннәтле һарай хаҡында хыялланманым. Ләкин үҙ оям йәнемә ҡәҙерле әйберҙәрҙән торорға, унда тәбиғи һәм гармоник мөнәсәбәттәр хөкөм һөрөргә тейеш. Әле ошо көндә ҡыҙым, кейәүем, ейәнем Искәндәремдең именлеге, ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙән бик ризамын. Донъям матди яҡтан әллә ни үҙгәрмәне, ләкин булмышыма йән тыныслығы килде. Был мине йылыта. Хәсрәтһеҙ кеше булмай, ғаиләлә лә төрлө мәшәҡәттәр сығып тора. Тормоштағы ваҡ-төйәк ығы-зығыға иғтибар бирмәҫкә тырышам.
М.К. Бик илағың килгәндә нимә уйлап, нимәгә рәнйеп илайһың?
Т.Ғ. Мин нескә күңелле кеше, шатлыҡтан да, хәсрәттән дә, рәнйештән дә илағаным бар… Кемгәлер рәнйешем төштө, буғай, тип һиҙемләүҙән ҡурҡҡаным да бар… Күңелем яҡлауһыҙ минең. Музыка яратам. Музыкаль белемем юҡ тиерлек, башланғыс белем менән генә сикләнә. Әммә халыҡ моңдары ла, классик музыка ла йәнемде айҡап, әллә ниндәй хистәргә әйҙәй. Вивальдиҙы, Шопенды, Шниткены яратам. Үҙем яратҡан опера арияларын кемдер башҡарғанда еренә еткемәй ҡуймағайҙары тип шөбһәләнеп, эсемдән генә «йырлашып» ултырам. Ҡайһы саҡ күҙем йәшләнеп китә. Моң һоҡландыра.
Илағыраҡ булһам да мәшәүмен, тимәҫ инем. Үҙ донъямды берәүгә лә арҡаланмай көтәм. Апаруҡ йәшкә етелде, әииә бер кем алдында ла бурыслы түгелмен. Һәммәһен дә үҙ яурыныма күтәреп йәшәйем. Берсә:
Донъя – минең аҡ мейесле өйөм,
Хәүеф ҡатыш изге өмөт менән
Үкенестәр кистем, табыштыр, -
М.К. Һинең үҙеңә, Тамара, был әңгәмә өсөн рәхмәт. Күңел күтәрелеп ҡалды.
P.S. Был әңгәмә ваҡытында Мостай ағай шағирә Тамара Ғәниеваның Башҡортостандың халыҡ шағиры булырын тойомланы микән?