Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
20 Октябрь 2019, 12:33

"Ай тотолған төндә". Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән нәфис фильм, тарихи драма ҡарағыҙ

"Ай тотолған төндә". Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән нәфис фильм, тарихи драма ҡарағыҙ Пьеса 100-гә яҡын театр сәхнәһендә бара, шул иҫәптән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында (1966), Салауат башҡорт дәүләт драма театрында (1977), Туймазы татар дәүләт драма театрында (1998), Стәрлетамаҡ рус драма театрында (1999), Г. Камал исемендәге Татар дәүләт театрында , Моссовет театрында, А. С. Пушкин исемендәге Мәскәү театрында, Литва дәүләт театрында, Хәмзә исемендәге Үзбәк дәүләт драма театрында һ. б. 1992 йылда башҡорт академия драма театрында спектакль яңынан сәхнәләштерелә. Пьеса постановкалары театрҙа 2011 һәм 2014 йылдарҙа ҡуйыла. Хәҙерге ваҡытта был пьесаны 4-се быуын театр артистары уйнай.Спектаклдең видеояҙмаһын беҙҙең сайтта ҡарарға була

Пьеса 100-гә яҡын театр сәхнәһендә бара, шул иҫәптән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында (1966), Салауат башҡорт дәүләт драма театрында (1977), Туймазы татар дәүләт драма театрында (1998), Стәрлетамаҡ рус драма театрында (1999), Г. Камал исемендәге Татар дәүләт театрында , Моссовет театрында, А. С. Пушкин исемендәге Мәскәү театрында, Литва дәүләт театрында, Хәмзә исемендәге Үзбәк дәүләт драма театрында һ. б.
1992 йылда башҡорт академия драма театрында спектакль яңынан сәхнәләштерелә. Пьеса постановкалары театрҙа 2011 һәм 2014 йылдарҙа ҡуйыла. Хәҙерге ваҡытта был пьесаны 4-се быуын театр артистары уйнай[2]. Спектаклдең яңы постановкаһы режиссеры — Р. В. Исрафилов, сәхнә биҙәүсеһе — Т. Г. Еникеев, композиторы Р. М. Хәсәнов. Ә төп ролдәрҙе башҡарҙылар: Г. А. Мөбәрәкова (Тәңкәбикә), Т. Д. Бабичева (Шәфәҡ), Х. Ғ. Үтәшев (Аҡъегет), Ш. И. Дилмөхәмәтова (Зөбәржәт), Ш. Р. Рәхмәтуллин (Диуана), З. С. Вәлитов (Дәрүиш).
«Ай тотолған төндә» трагедияһы буйынса балет, опера ҡуйылды. 1978 йылда Свердловск киностудияһында «Ай тотолған төндә» нәфис фильмы төшөрөлә.
Читайте нас: