Республикала Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле яҙыусы, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләйҙәр
"Ышаныусан кеше - бәхетле кеше. Бәхетле, сөнки ышаныс үҙе бәхет өлөшө. Кеше үҙенә ышана, кешегә ышана. Әгәр кеше бер нәмәгә лә ышанмаһа, ҡайҙан уның бәхете булһын. Бәхет ул - минең үҙемдә, йөрәгемдә. Ул ситтән килмәй, кешелә йәшәй", - тип әйткән ҡасандыр бөйөк әҙип.
Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым,
Октябрҙән-тыуған айымдан,-
Һары йондоҙ һибә ҡайындар.
Кешеләрҙән уңдым. Улар мине
Өйрәтте, тик юҡҡа ҡаҡманы.
Дуҫтарымдан уңдым.Улар керҙе
Ҡағып тормай ғына ҡапҡаны.
Мөхәббәттән уңдым. Ышанысты
Өҫтөн ҡуйҙы барлыҡ анттарҙан;
Шик белдереп үҙен кәмһетмәне
Хатта шикләнерҙәй саҡтарҙа.
Бара торғас, исемемдән уңдым:
Кеше алдында кәм-хур итмәне.
Һәм холҡомдан уңдым:илертмәне
Маҡтауҙарҙың татлы икмәге.
Хәйерле төн һеҙгә, үткәндәр!
Эйе, уңдым. Күп нәмәнән уңдым.
Минән уңды микән бүтәндәр?