Зәйтүнә Рауил ҡыҙы һүҙҙәре буйынса ул "Кугарчинские вести" һәм "Мораҙым" район гәзиттәрен йыл да алдыра, киләһе ярты йыллыҡҡа ла яҙылып, квитанциялар менән фотоға төшкән.
Һеҙ ҙә, хөрмәтле дуҫтар, флешмобта ҡатнаша алаһығыҙ. Һуңыраҡ ҡатнашыусылар өсөн тауыш биреү башланасаҡ. Әүҙем булығыҙ!
Бәйге ғәҙел үтһен өсөн төп шарт: гәзит менән бергә төшкән фотоны беҙгә ебәргәндә, уның тап һеҙ яҙылған гәзит икәнен дәлилләүсе квитанцияның фотоһын да бергә ебәрергә кәрәк.