Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
19 Октябрь 2019, 14:43

Күгәрсендә ике дуҫым бар минең

Күгәрсендә ике дуҫым бар минең Ш. Хоҙайбирҙин премияһының 2019 йылғы лауреаттарын шәхестең тыуған яғына алып барғас, ике шәп егет менән таныштым.

А.Ғәҙелшин фотоһы
А.Ғәҙелшин фотоһы
Ш. Хоҙайбирҙин премияһының 2019 йылғы лауреаттарын шәхестең тыуған яғына алып барғас, ике шәп егет менән таныштым.


Береһе – Сыңғыҙ Байғусҡаров. Ул беҙгә Ш. Хоҙайбирҙин музейында шундай матур итеп шиғыр уҡыны, иҫ китмәле булды! Башҡорт егеттәре шиғыр уҡыған үҙемә, халҡыбыҙҙың рухи ҡеүәте көслө, шуға ла офоҡтарыбыҙ мәңгелеккә тоташҡан, тим. Күңеле бик нескә булып сыҡты ул егеттең, моғайын, ижадсы булыр. Күҙенә йәш тулды хатта сығышынан һуң. Һин шундай маладисһың, Сыңғыҙ!


Икенсе дуҫым – Айнур! Беҙ уның менән бергә лауреаттар аллеяһында ағас ултырттыҡ. Аҙаҡ, “Ярай, дуҫ булайыҡ, Зәйнәб Биишева”, тип ҡул һуҙһам, “Һеҙ Лариса Абдуллина ла инде”, ти. “Эйе, мин – Лариса, “Дуҫ булайыҡ” әҫәренең автор кем әле?” – тим. Ихлас итеп көлдө лә, аңланым, ти.


Бына шулай, мин дә Зәйнәб апайҙың әҫәренә эйәреп, үҙемә дуҫтар табып ҡайттым! "Дуҫ булайыҡ" шул!


Автор: Лариса Абдуллина.


Читайте нас: