Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Октябрь 2019, 23:54

Урал менән Туран араһында балҡыясаҡ тағы бер йондоҙ

Башҡорт эстрадаһы күгендә балҡыясаҡ тағы бер йондоҙ Туҡһанынсы йылдарҙы нисек кенә ҡатмарлы, ниндәй генә һынылыш осор тимәһендәр, нәҡ шул йылдарҙа “Сая”, “Ант”, “Аманат”, “Ҡышҡы йәйғор”, “Аҡйондоҙ”, “Каруанһарай”, “Рух” , “Дәрүиш” һәм башҡа төркөмдәр барлыҡҡа килеп, башҡорт эстрадаһы күгендә яҡты йондоҙ булып балҡып, үлемһеҙ йырҙар ижад итте, нурлы эҙ ҡалдырҙы.

Урал менән Туран араһында балҡыясаҡ тағы бер йондоҙ

Туҡһанынсы йылдарҙы нисек кенә ҡатмарлы, ниндәй генә һынылыш осор тимәһендәр, нәҡ шул йылдарҙа “Сая”, “Ант”, “Аманат”, “Ҡышҡы йәйғор”, “Аҡйондоҙ”, “Каруанһарай”, “Рух”, “Дәрүиш” һәм башҡа төркөмдәр барлыҡҡа килеп, башҡорт эстрадаһы күгендә яҡты йондоҙ булып балҡып, үлемһеҙ йырҙар ижад итте, нурлы эҙ ҡалдырҙы.


Шул осорға тап килде беҙҙең дә үҫмерлек осоро, йәшлегебеҙ йылдары. Ауылдар буйлап башҡорт дискотекалары ойоштороп, башҡорт йәштәрен бейетеп, ысын мәғәнәһендә рухи терәк булып, бер быуынды бейетеп, йырҙары шауҡымында тәрбиәләне улар. Сәхнәләрҙе гөрләтеп торҙолар ҙа, йәш быуын йырсыларына юл биреп, ситкә китте. Һәм тамашасы уларҙың ҡайһы берҙәрен юғалтты. “Дәрүиш”кә нигеҙ һалған йырсы Дим Мәннән мәрхүм булды, “Аҡйондоҙ” ҙа тарҡалды. “Ант” төркөмөн һирәк-һаяҡ булһа ла, ишетеп торҙоҡ. “Ҡышҡы йәйғор” ҙа һуңғы йылдарҙа ҡайтанан моңдаш дуҫтарын туплап, ретро дискотека-концерттар ойошторҙо. Ә бына “Сая” башҡаса ишетелмәне.


“Бейе, бейе, бейе шул,

сәғәт ике тулһа һуң...”;


“Һин миңә яңы йыр кеүек,

һин миңә яңы йыл кеүек...”;


“Күрше ҡыҙы Гөлсирә,

матур итеп сәс үрә...” һәм башҡа йырҙарына ҡушылып йырлап, дәртле бейегәнегеҙҙе иҫләйһегеҙҙер әле.


Ҡайҙа булдылар, артабанғы яҙмыштары ҡалай ҡоролған, иҫәндәрме-һауҙармы тигәндәй,үҙҙәре лә, элекке йырҙарынан башҡа яңы йырҙары ла күренмәне. Һәм бер көн төркөм етәксеһе Марат Йәғәфәровты социаль селтәрҙә тап иттек һәм уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Марат ағай Башҡортостаныбыҙҙың тәүге баш ҡалаһы – Темәстән, бөрйән ырыуы уҙаманы, нәҫеленең сыбыҡ осо атаҡлы ишан Зәйнулла Рәсүлевҡа ла барып тоташа. Тормош иптәше Лилиә апай менән ике ул үҫтереп, ир еткергәндәр, әлеге көндә улар Өфө ҡалаһында йәшәйҙәр.


- Туҡһанынсы йылдарҙан һуң апаруҡ ҡына ваҡыт үтеп киткән икән шул... Шул ваҡытты тотоп кәрәген бирергә ине, ҡатмарлыраҡ осор булды.

“Сая” төркөмө егеттәре бөтәһе лә, әлхәмдүлиллаһ, иҫән, һәр кемеһенең үҙ тормошо, ғаиләһе, эше, донъяһы. Мин ул ижадтан төңөлөп тә бара инем. Малайҙар һорағас, һүҙҙәрен йыҡманым. Рухлы йырҙар халҡыбыҙға бер йыуаныс булыр тип, байтаҡ йылдар һүрелеп торған ижад осҡонона йән өрөп, эшебеҙҙе дауам итергә булдыҡ.


Төркөмдөң исеме хәҙер икенсе - “Урал-Туран” тип аталыр. Заманына күрә йырҙар ҙа башҡасараҡ булыр.

Төркөмдә әлегә өс кеше – улдарым Азамат менән Рафаэль һәм үҙем. Бер-ике музыкант та аласаҡбыҙ киләсәктә.

Оло улым клавишник, кесеһе дөңгөрҙә уйнай. Тиҙҙән 90-сы йылдар төркөмдәренең концерты була Өфөлә, Алла бирһә, ижадыбыҙҙы хөрмәт икән тамашасылар менән шунда осрашырбыҙ, - ти Марат ағай.


Әйткәндәй, профессиональ музыкант йәш башҡарыусыларҙың ижады менән дә ҡыҙыҡһынып бара, уларға аныҡ кәңәштәрен дә бирә, тәжрибәһе менән дә уртаҡлаша.
Читайте нас: