Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
15 Октябрь 2019, 13:31

Журналистика өлкәһендә иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияның быйылғы лауреаттарының исемдәре билдәле булды

Журналистика өлкәһендә иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияның быйылғы лауреаттарының исемдәре билдәле булды Бүләкләү тантанаһы Башҡортостан Хөкүмәте йортонда уҙҙы. «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире Лариса Абдуллина, Башҡортостан юлдаш телеканалының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин, «Кызыл тан» гәзите редакцияһының сәйәсәт бүлеге мөдире Фәнүз Хәбибуллин һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһе Азат Ғиззәтуллин лайыҡлы наградалар алды.

Фото: Динар Кәлимуллин
Фото: Динар Кәлимуллин
Бүләкләү тантанаһы Башҡортостан Хөкүмәте йортонда уҙҙы. «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире Лариса Абдуллина, Башҡортостан юлдаш телеканалының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин, «Кызыл тан» гәзите редакцияһының сәйәсәт бүлеге мөдире Фәнүз Хәбибуллин һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһе Азат Ғиззәтуллин лайыҡлы наградалар алды.


Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Борис Мелкоедов лауреаттарға уларҙың көндәлек хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.


Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары алдында яҙыусының һәм йәмәғәт эшмәкәренең тыуған яғы Күгәрсен районына барып, тантаналы сараларҙа ҡатнашыу һәм Хоҙайбирҙин ауылының мәҙәниәт йорто янындағы паркта ағас ултыртыу бурысы тора.
Читайте нас: