Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
14 Октябрь 2019, 21:53

"Кино" төркөмө кире тергеҙеләсәк

"Кино" төркөмө кире тергеҙеләсәк Билдәле булыуынса, был рок төркөмө 1990 йылда лидерҙары Виктор Цой һәләк булғас "Ҡара альбом" яҙҙыра һәм тарҡала. Музыканттары төрлө проекттар менән сығыш яһай, 2013 йылда "Густав" - барабансы Георгий Гурьянов үлеп ҡалды.

Фото: vk.com
Фото: vk.com
Билдәле булыуынса, был рок төркөмө 1990 йылда лидерҙары Виктор Цой һәләк булғас "Ҡара альбом" яҙҙыра һәм тарҡала. Музыканттары төрлө проекттар менән сығыш яһай, 2013 йылда "Густав" - барабансы Георгий Гурьянов үлеп ҡалды, тип яҙа "ЙӘШЛЕК".


Ошо көндәрҙә "Кино" төркөмө тергеҙелеүе тураһында мәғлүм булды. Ижади коллектив үҙҙренең көйәрмәндәренә шулай итеп ғәйәт оло бүләк яһаясаҡ. Ике концерт ойоштороласаҡ. Виктор Цойҙың тауышы оригиналь күп каналлы фонограмманан яңғырап, гитара партияһын Юрий Каспарян, баста Александр Титов менән Игорь Тихомиров уйнаясаҡ. Барабандар артында кем булыуы билдәһеҙ. Мәрхүм Гурьяновты Сергей "Африка" Бугаев алмаштырыуы мөмкин.


Концерттарҙы Виктор Цойҙың улы Александр ойошторам тигән. Улар 2020 йылдың 31 октябрендә Санкт-Петербургтың Боҙ һарайында һәм 21 ноябрҙә Мәскәүҙең ВТБ Аренаһында үтәсәк.
Читайте нас: