Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
12 Октябрь 2019, 16:27

СӘНҒӘТЕБЕҘ АҪЫЛДАРЫ

СӘНҒӘТЕБЕҘ АҪЫЛДАРЫ Флүрә Әхмәтша ҡыҙының репертуарында рус, сит ил, башҡорт һәм татар композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, башҡорт халыҡ йырҙары бар. Уның йырсы булараҡ оҫталығы башҡорт халыҡ йырҙарының классик өлгөһө булған оҙон көйҙө башҡарыуында күренә. Ул Башҡортостаныбыҙҙың ғорурлығы. — Халыҡ йырҙарын башҡарып, мин бөтә Еропа — Германия, Бельгия, Голландия, Венгрия, Румыния, Польша, Италия, Франция — буйлап йөрөп сыҡтым, — тип һөйләй Флүрә Килдейәрова. Фольклор программаһы менән Ҡытайҙа, Төркиәлә, Копенгагенда сығыш яһай. Германияла Дрезденда, Лейпцигта, Һаллела була. 2006 йылда Флүрә Килдейәрова үҙ тормошо һәм ижады хаҡында «Урал ынйыһы» китабын сығара.

Флүрә Килдейәрова — башҡорт опера

йырсыһы, педагог. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.


Флүрә Әхмәтша ҡыҙы Килдейәрова 1952 йылдың 15 ғинуарында Учалы районының Илсеғол ауылында донъяға килә.

1981 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.

1981—89 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы була, 1989 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә. — "Көйҙәрҙе мин тиҙ отоп ала торғайным, — тип хәтергә ала йырсы. — Радионан тыңлап отоп, хатта Салауат арияһын йырлап йөрөй торғайным. Миңә элек-электән етди музыка оҡшаны, классик ариялар, романстар тыңларға ярата инем. Шуға күрә һөнәр һайлар ваҡыт еткәс, һис икеләнмәй, йырсы булам, тинем. Сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә алманылар, хор дирижерлығы бүлегенә уҡырға индем. Имтиханда «Таштуғай» менән «Былбылым»ды йырланым".


Флүрә Әхмәтша ҡыҙының репертуарында рус, сит ил, башҡорт һәм татар композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, башҡорт халыҡ йырҙары бар. Уның йырсы булараҡ оҫталығы башҡорт халыҡ йырҙарының классик өлгөһө булған оҙон көйҙө башҡарыуында күренә. Ул Башҡортостаныбыҙҙың ғорурлығы.


— Халыҡ йырҙарын башҡарып, мин бөтә Еропа — Германия, Бельгия, Голландия, Венгрия, Румыния, Польша, Италия, Франция — буйлап йөрөп сыҡтым, — тип һөйләй Флүрә Килдейәрова. Фольклор программаһы менән Ҡытайҙа, Төркиәлә, Копенгагенда сығыш яһай. Германияла Дрезденда, Лейпцигта, Һаллела була. 2006 йылда Флүрә Килдейәрова үҙ тормошо һәм ижады хаҡында «Урал ынйыһы» китабын сығара.

Айгөл Айытҡолова әҙерләне.
Читайте нас: