Шаян, тура, ғәҙел, кинәйәле
Көс-ҡеүәтле һәр бер һүҙеңә;
Көләс йәйҙәй күркәм холҡоңа,
Ҡәләмеңдән тамған күңел көйөң –
Бағышланған туған халҡыма;
Таңғы елдәй иркә ҡарашыңа,
Һәр миҙгелдең нағышынан йыйған
Йәнеңдәге йәйғор балҡышына...
Тик мәңгегә! Түгел бер мәлгә.
Терелтәһең? Һөйөүҙәрһеҙ йәнһеҙ
Кисә генә ярты йөрәк ине,
Тотош болот – күңел күктәре.
Күҙҙәреңдең нуры яғылдымы,-
Бөгөн килеп яҙҙар күкрәне.
Кисә генә үкһегәйне күңел
Яңғыҙлыҡтан тапмай әмәлен.
Кисә генә ярым йәтим ине,
Бөгөн йәнем, гүйә, бербөтөн.
Төпһөҙ зәңгәр серле күҙҙәреңдең
Нуры булһам икән, их, үҙем!
Көпә-көндөҙ юлдар аҙаштыра
Күңел ҡояшҡайың һүнгәндә,
Был ерҙәрҙә күкрәгәнмен йәшнәп,
Бәхет ҡошом, тин һин һөйгәндә.
Һинһеҙ йәйғор төҫһөҙ, Ләйсәнһеҙ,
Боҙло иртә... нисек түҙергә?
Биш яҙымды алмаштырыр инем
Парлы үткән алтын көҙҙәргә!
Көтөр кешең әгәр булмаһа,
Дәрт-ҡеүәһеҙ йөрәк тиҙерәк тала,
Яңғыҙыңа һутһыҙ һыу, һауа...
Күңел китек – ҡылы өҙөлгәндә,
Әсе һүҙҙәр фәҡәт йәрһеҙҙәргә
Төбәп атҡан уҡтай тойола.
Айлы төндә юлдар аҙаштыра,
Көпә-көндөҙ ойотоп һаташтыра.
Һуҡмаҡтар юҡ баҡыйлыҡтан фанилыҡҡа!
Бер көн килеп, алды боғаҙымдан
Көтөлмәгән, ендәй дошманым:
- Бәхет утрауында аҙашҡанда
Онотҡайның ерҙә мин барын.
Пар ҡанатың донъя айҡағанда,
Һылыу, шөкөр итә белдеңме?
Һәр иртәлә “бәғеркәйем” тиеп,
Ҡуңыр күҙҙәренән үптеңме?
Өс тағандай өс алтыным өсөн
Рәхмәт, тиеп башың эйҙеңме,
Һинең менән йортом ырыҫлы,
Тулҡын сәстәренән һөйҙөңмө?
Йәшерен бикләп йөрәк серҙәрен.
Үкенестәр!.. - ҡотолор әмәл дә юҡ,
Үрмәкселәй үргән селтәрен.
Йән-йәркәйһеҙ йылы табам, тимә,
Өткөс хатта көҙҙөң томаны.
Дуҫың түгел, дошманыңа бирмә,
И, Хоҙайым, бындай дошманды!
Төн пәрҙәһен йыртып зәңгәр болот
Рәхәтләнеп йәшен түкте үкһеп,
Һағыныуҙан ярһып өҙгәләнгән
Йәнкәйемә һағыш елен өрөп.
Һин, тип илай көҙҙөң ямғырҙары,
Һин, тип тама һәр бер тамсыһы.
Һөйөүеңдең көҙҙән араларға,
Иркәм, етә тик бер тамсыһы!
Мең саҡрымдан ҡарашыңды тойоп,
Тойоп йөрәгеңдең тибешен,
Ҡоям төндә көҙҙөң нағышынан
Аҡ ҡағыҙға һөйөү емешен –
Һин, тип тыуа яңы һөйөү йырым,
Һин, тип тама иҙрәп моңдары,
Тик үрелһен яҡты нурҙан ғына,
Аҡ ебәктән йөрөгән юлдарың.
Яҙмыш һынауынан арып-алйып,
Һулып барған ерҙән йән өрҙөң.
Төн пәрҙәһен асып, ғүмеремдең
Һағыш көҙҙәренә яҙ өрҙөң.
Һин, тип ҡояш офоҡтарға ауа,
Һин, тип тыуа көлөп һәр таңым.
Тормошомдо йырлы-нурлы иткән
Әлдә ярай ерҙә һин барһың.