Мораҙым
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
7 Октябрь 2019, 18:32

Йәнә килде ергә моңһоу көҙҙәр...

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА, БР Яҙыусылар Союзы ағзаһы Йәнә килде ергә моңһоу көҙҙәр… (бер шәлкем шиғыр) *** Моңһоуланып ҡалған бөтә донъя, Йөрәктәргә һағыш өҫтәлгән. Ҡыр ҡаҙҙары осҡан йылы яҡҡа, Көҙ ҙә килгән, бер кем һиҙмәгән. Япраҡтарын буяп алтын төҫкә, Баҙыратып ҡуҙҙай миләшен, Ҡыҙып-ҡыҙып урман ялҡынлана, Утлы донъям! Миңә серҙәш һин! Янғын! Янғын! Ана, урман яна! Һүндерергә ләкин ашыҡма! Тәбиғәттең ошо ут-миҙгелен Йоторҙаймын һалып ҡашыҡҡа! Дауамын беҙҙең сайтта уҡығыҙ:

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА
(бер шәлкем шиғыр)
***
Йәнә килде ергә моңһоу көҙҙәр,

Йөрәктәрҙә -һары һағыштар.

Алтынланған күптән аҡ ҡайындар,

Орлоҡ ҡоя күлдә ҡамыштар.


Йәнә килде ергә моңһоу көҙҙәр,

Ҡоштар һыйлай йомарт энәлек.

Һары томан ятҡан ер өҫтөнә,

Таратырлыҡ һис тә әмәл юҡ.


Йәнә килде ергә моңһоу көҙҙәр-

Алтын ғына ялҡын миҙгелдәр.

Ағастарҙан тертләп, япраҡ оса,

Толҡа тапмай ел дә ил гиҙә.


Йәнә килде ергә моңһоу көҙҙәр…

Кемдәр икән көҙҙө көткәндәр?

Һағыштарға һалып, һағындырып,

Иҫкә төшә көҙөн үткәндәр.


Йәнә килде ергә моңһоу көҙҙәр,

Көҙ артында, беләм, яҙҙар бар.

Илаҡ ҡына ошо миҙгелдә лә

Яҙ килтерер хистәр, наҙҙар бар.
***

Һин йәшәгән яҡта ҡыш оҙон шул,

Яҙҙарың да килә һуңыраҡ...

Мин янғанда һин быҫҡыйһың ғына,

Йөрәгеңме әллә туңыраҡ?
Мин уянам, ә һин әле генә

Әүен баҙарына юл алдың...

Һеҙҙә ҡарҙар яуа бурап-бурап,

Ә беҙҙәме? Боҙҙар ҡуҙғалды...

Арып-талып ҡайтһам эштәремдән,

Һинең көнөң яңы башлана...

Һиңә тиеп өҙгән сәскәләрҙе

Һулыған, тип, берүк ташлама...

Минең төндәр йондоҙ баҙлатҡанда

Һеҙҙә әле зәңгәр эңерҙәр.

Һин янғанда һөйөү уттарында

Ярһыуҙарым инде кәмерҙәр...

Мин уңышын йыям көҙҙәремдең,

Һеҙҙә алма яңы аллана...

Һинең йәшлек яңы сәскә ата-

Минең сәстәр инде саллана...
***
Күкһелләнеп офоҡ ҡуйынында
Тынлыҡ һаҡлап ойой ҡарт тауҙар.
Шул тынлыҡты боҙоп бурап-бурап
Ябалаҡлап яуа аҡ ҡарҙар.

Донъя ап-аҡ!
Саф төҫһөҙлөк хатта
Һуҡырайтыр төҫлө күҙҙәрҙе.
Шаян ел дә (бер хәйләкәр төлкө)
Юйып ҡала минең эҙҙәрҙе.

Япа-яңғыҙ көрттәр йырып барам…
Шомландырыр тып-тын бушлыҡта
Үҙ өйөмдө, үҙ көйөмдө юллап
Юлһыҙ ергә минме юлыҡҡан?

Көйөм дә юҡ, өйөм дә юҡ..
Бушлыҡ…
Сым тындары яра ҡолаҡты.
Яҙҙарымдан микән юл яҙлығып
Сал ҡыштарға килеп олаҡтым?

Ә ҡарт тауҙар һаман һаҡта тора
Тынлыҡ һаҡлап яуа өрпәк ҡар…
Әйтә кеүек “ҡар аҫтында күптән
Һин эҙләгән миҙгел-тәүлектәр”…
***

Мин тауҙарға табан атлағанда

Тартылдың да торҙоң далаға...

Сал ҡылғандар микән һинең асыл,

Офоҡ ситен ялмар ялағай?


Далаларҙан иҫкән ыжғыр елең

Уҡ һыҙғыртҡан кеүек яуҙарҙа.

Бөркөттәрҙең ҡорған ояһы ла

Ерҙәме ни, ҡая-тау барҙа?


Далаларҙың әскелт әремендә

Ни тәмендер, әйтсе, тояһың?

Ҡарағайҙар үҫһә далаларҙа,

Тау елдәре иҫһә, ҡана һуң...


Ҡан хәтерен әллә һаҡлай микән

Ҡола ғына ошо күк далаң?

Тауҙар тыны бында етмәй кеүек,

Офоҡ күҙләп күптән күҙ талған.


Дала моңо һарҡып ағылғанда

Тынып торған, тиҙәр, яуҙар ҙа.

Шул моң микән әйҙәй далаларға-

Толҡа тапмай йәнем тауҙарҙа.
***
Табаҡ ҡына битле һипкелле ҡыҙ

Көҙ һылыуы –алтын көнбағыш.

Уттай янған балан-миләштәрҙең

Тәлгәшенән һарҡый моң-һағыш.


Ал ҡояшта башаҡ ҡыҙынғанда

Баҫыуҙарҙа - әпәй еҫтәре.

Һағыштарҙан янып һарғайһа ла,

Яҡын миңә көҙҙөң төҫтәре.


Үҙ шул миңә көҙгө үҙ һүҙле ел -

Үрмәксенең теткән ауҙарын,

Һалҡын тыны менән ялмап алған,

Һарыларға мансып тауҙарын.


Тереләм мин мыжыҡ ямғырҙың да

Битем йыуһа көмөш тамсыһы.

Урмандарҙы утта яндырамы

Көҙҙәремдең ялҡын ҡамсыһы.


Һағыш түгел тотош нағыш ҡына,

Алтын төҫтә донъя!
Иҫ киткес!

Моңһоу ғына ошо ут миҙгелдәр

Эсмәйенсә шарап иҫерткес!



Читайте нас: