Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
5 Октябрь 2019, 23:09

Оло яҙыусының һабаҡтары

Оло яҙыусының һабаҡтары Зәйнәб апайҙың тормошо, ижады, ысынлап та, матбуғат менән бергә үрелеп барҙы. Ул әҙәбиәтселәрҙең теленә, йәш әҙәбиәтселәрҙең ижадына ныҡ иғтибарлы булды. Газета-журналдарҙа баҫылып сыҡҡан һәр әҫәрҙе уҡып бара, фекерен яҙып ҡуя торғайны. Беҙҙең тәүге танышыуыбыҙ ҙа әҫәр тураһында һөйләшеүҙән башланды.

Зәйнәб апайҙың тормошо, ижады, ысынлап та, матбуғат менән бергә үрелеп барҙы. Ул әҙәбиәтселәрҙең теленә, йәш әҙәбиәтселәрҙең ижадына ныҡ иғтибарлы булды. Газета-журналдарҙа баҫылып сыҡҡан һәр әҫәрҙе уҡып бара, фекерен яҙып ҡуя торғайны. Беҙҙең тәүге танышыуыбыҙ ҙа әҫәр тураһында һөйләшеүҙән башланды. Башҡорт дәүләт университетында һуңғы курста уҡып йөрөгәндә, яҙыусы Фәрит Иҫәнғолов (Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар Союзында башлап яҙыусылар секцияһы консультант) деканатҡа килгән дә мине шунда саҡыртып алып, хикәйәләремде туплап, проза секцияһына тикшереүгә бирергә тәҡдим итте. Минең бары тик бер генә хикәйәм бар ине. Уны Ирек Кинйәбулатов Башҡортостан радиоһына биреп, Гөлли Мөбәрәкова уҡығайны, шунан Рәшит Шәкүровтың тәҡдиме менән “Совет Башҡортостаны” газетаһына алып барып биргәйнем. Ул саҡта әҙәбиәт бүлегендә Рәми Ғарипов эшләй ине. Рәми Ғарипов менән Фәрит Иҫәнғолов фекер алышҡандар ҙа, мин ауылға ҡайтып китеп, эшкә бирелеп, яҙыуҙы ташлап ҡуймаһын өсөн, хикәйәләремде тикшереп, фекер әйтеп ҡайтарырға булғандар. “Минең башҡа хикәйәм юҡ”, - тинем. “Уйлап йөрөгәндәрең бармы? Тәүге хикәйәң бындай шау-шыу тыуҙырған икән, тимәк, яҙғандарың йәки уйлап йөрөгәндәрең барҙыр. Форсаттан файҙаланырға кәрәк. Диплом эшеңде лә тамамларһың. Өлгөрөрһөң. Эш күберәк булған һайын, нығыраҡ эшләне лә ул”, - тип, дәртләндереп ебәрҙе Фәрит ағай. “Ғәфү ителгән хыянат”, “Зөһрә йондоҙом”, “Төштәремдә йыр күрәм”, “Улым өсөн” тигән хикәйәләремде туплап Фәрит ағайға бирҙем. Әлбиттә, диплом эшемде һуңлата яҙҙым. Етәксем Марат Минһажетдинов ағай ине. Ул үпкәләгәндәй итте. Ә темаһы, әмәлгә ҡалғандай, “Фәрит Иҫәнғолов повестарында хеҙмәт темаһы” ине. Хикәйәләремде Сәғит Агишҡа, Зәйнәб Биишеваға уҡырға биргәндәр икән. Яҙыусыларҙың проза секцияһында хикәйәләремә ыңғай баһа биреп, артабан да яҙышырға, тормош мәшәҡәттәренә күмелеп юғалып ҡалмаҫҡа, прозаның бик күп тырышлыҡ, тормош тәжрибәһе талап иткәнлеген әйттеләр. Хикәйәләремде, бик ҙур рәхмәтлемен, “Ағиҙел” журналы, “Ленинсы” газетаһы, Башрадиоға тәҡдим иттеләр һәм баҫылып сыҡты, радио аша уҡылды. Ә Зәйнәб Биишева: “Проза секцияһына бара алмайым, аяҡтарым һыҙлай, Мәрйәм һылыу үҙе өйгә килһен, фекерҙәремде әйтермен”, - тип, Хәсән Назаровтан әйтеп ебәргән. Хәсән Назаров бала сағынан уҡ Зәйнәб апай менән хаттар алышҡан, апайыбыҙҙың ҡурсалауын-хәстәрлеген күргән башлап яҙыусы йәш шағир булып танылып килә ине ул саҡта. Әле инде Бөрйән районында эшләп йөрөгән сағында апайҙың хәлен белергә инеп сыҡҡан сағы булған.

Зәйнәб апай билдәләгән көн етте. Улар Коммунистик урамындағы фатирҙа /ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем шунда/ йәшәй ине. Ишекте Хафаса апай асты. Зәйнәб апай менән Ғәзиз ағай арыраҡ, йылмайышып баҫып торалар. Уларҙың өсөһөнөң дә ихласлығы, шул тиклем ябайлығы мине хайран итте, тулҡынланыуым таралды. Мин бишенсе курста уҡып ҡына йөрөйөм. Ә исеме илгә билдәле булған яҙыусы уҡыуым, артабанғы уй-ниәттәрем, теләк-хыялдарым тураһында әсәйҙәрсә хәстәрлек менән һорашты, ғаилә хәлен белеште. Ул саҡта беҙ мәктәптә Зәйнәб Биишеваның “Партизан малай”, “Ел-ел, арабам,” “Йәнле хәрефтәр”, “Дуҫ булайыҡ” тигән әҫәрҙәрен белә инек. Ә инде Башҡорт дәүләт университетында уҡыған саҡта, уның “Кәмһетелгәндәр” романының тел байлығына иҫебеҙ китеп уҡыныҡ. “Сәйер кеше” тигән повестар һәм хикәйәләр йыйынтығы ла беҙ уҡыған заманда нәшер ителде. Ә мин барған саҡта, Зәйнәб апай бик бәхетле минуттарын кисерә ине. “Мөхәббәт һәм нәфрәт” китабын ҡулына алғайны. Ул бик матур теләктәр менән яҙып та биргәйне, үкенес был китабым да ҡайҙалыр булды. Сәй эстек. Шунан ғына Зәйнәб апай үҙенең эш бәлмәһенә саҡырып алып, хикәйәләрем тураһында фекерҙәрен әйтте.

“Һылыу, проза яҙыу өсөн яҙыусының кәмендә өс-биш ижади биографияһы булырға тейеш. Һин ауылға мәктәпкә ҡайтып дөрөҫ эшләйһең. Мин дә хеҙмәт юлымды уҡытыусы булып башланым. Ауыл – тел һутын һаҡлаған хазина ул. Ә яҙыусының маҡсаттарының береһе - тел байлығын, һутын һаҡлау. Шуға күрә телгә ныҡ иғтибар ит. Матур-матур фекерҙәр ишетһәң, яҙып ала бар. Һиндә ундай ынтылыш барлығы һиҙелә. Фекер дөрөҫлөгөнә, аныҡлығына иғтибар ит. Аҙ ғына иҫкәрмәләрем дә бар. Бына бер хикәйәң “Ғәфү ителгән хыянат” тип атала. Хыянат бер ваҡытта ла ғәфү ителмәй. Шуға хыянат тип аталғандыр ҙа инде ул. Исемен үҙгәрт. Беҙҙең телебеҙ шул тиклем һығылмалы бит ул, әллә ниндәй фекерҙәрҙе лә матур итеп, тап килтереп кенә, тос итеп әйтеп була. Яҙыусылар тел һағында, йола-ғәҙәттәребеҙ һағында торорға тейеш тә бит. Телем моңона сарсайым, һылыу. Радио дикторҙары тупаҫ, ҡытыршы тел менән һөйләй. Яҙыусыларыбыҙҙың күбеһе халыҡ күңеленең байлығын, телен һаҡлау тураһында хәстәрләмәй, үҙен генә күрһәтеүҙе уйлай. Шуға ла әҫәрҙәренең теле телгә йоҡмай, ярлы була. Күп яҙыусылар үҙен, исемен күрһәтер өсөн яҙа, сағыштырыуҙар, мәҡәл-әйтемдәр, һынамыштар ҡулланмай. Яҙыусының әҙер әҫәренән күсереп маташалар, улары мәғәнәһе менән тап килмәй, халыҡтан йыймағас ни. Ҡайһы бер артистарҙың теле лә һүҙҙе хәрефтәр йыйылмаһы, тип кенә уйлай, мәғәнәһенә төшөнөп етмәй һөйләй. Һүҙ бит өндәрҙән, моңдан хасил була. Бына ни өсөн һинең хикәйәләреңде ихлас уҡыным, һин һүҙҙең һығылмалы булыуын, кешенең характерын һүҙ аша асып булғанлығын аңлайһың. Һылыу, яҙ, эшлә. Ҡатын-ҡыҙға яҙыу еңел бирелмәй. Ауылда халыҡ теленә ҡолаҡ һал. Яҙыусы ғүмер буйы халыҡтан аҡыл, һабаҡ алырға тейеш. Йәнле тел мөхите – яҙыусы өсөн бик кәрәк шарт ул.

Һинең, һылыу, ваҡытың үҙ ҡарамағыңда әле. Ә шулай ҙа ғүмерлеккә ауылда ҡалырға иҫәп тотма. Әҙәби тормош Өфөлә. Өфөгә килергә тырыш. Мин прозаға килгән йәш ҡыҙҙарҙы белмәйем. Шағирәләр эркелешеп килә лә ул. Улары ла аҙаҡ әллә ҡайҙа була ла ҡуя. Һин юғалма, һылыу”.

Шундай фәһемле һөйләшеү булды Зәйнәб апай менән тәү тапҡыр осрашҡанда уҡ.

Мин һутлы тел мөхите булмаған ауылда тыуып-үҫтем. Телһеҙ, тип әйтеүем шул, Иҫәнғол - район үҙәге. Ә район үҙәктәрендә йәшәүселәр, ғәҙәттә, үҙҙәренең мәҙәниәтле булыуҙарын вата-емерә булһа ла рус телендә аралашыуҙа күрәләр. Һөҙөмтәлә, туған тел һуты ла юғала, рус теле лә бөтөн матурлығы менән үҙләштерелмәй. Шулай итеп, ҡыҙыҡһынып, һоҡланып, йотлоғоп тыңларлыҡ тел мөхите юғала. Тел, күңелдең рухи байлығын сағылдырыусы сара булараҡ, үҙ тәғәйенләнешен үтәмәй һәм фәҡәт ары-бире аралашыу ҡоралы ғына булып ҡала. Башҡортса һөйләшеүселәр телмәрендә яртыһы, хатта унан да күберәге рус һүҙҙәренән тора. Звонить итеү, обижать итеү, дружить итеү, рисковать итеү, давление, внук-внучка, пусть, даже, а то, может быть, понедельник, воскресенье һәм башҡалар. Аҙна исемдәренең һәм туғанлыҡ атамаларының башҡортсаһын ишеткәнем юҡ тиерлек, сдавать итеү, служить итеү, рис, малина, перловка, варенье, сгущенка, мороженое, мамуль, дедуль, бабуль, братишкам, сестренкам һәм башҡалар. Теҙеп яҙа башлаһаң, иҫ-аҡылың китер. Баланың теле асылмаҫ элек рус телендә хушлаштыра башлайбыҙ. Йә, ҡулыңды болға әле, пока-пока тип әйт, тибеҙ. Ошондай мөхит район үҙәктәрендә. Тел ярлылығының күңел ярлылығына, йыр-моң юғалтыуға килтереүен атай-әсәйҙәр уйлап та ҡарамайҙар. Өҫтәүенә, иң беренсе асылған башҡорт класында уҡырға тура килһә лә, бөтөн уҡыу предметтары ла рус телендә булды. Атайым менән бергә бесәнгә, утынға эшкә йөрөп кенә ағастарҙың, ҡоштарҙың, сәскәләрҙең башҡортса атамаһын белә инем.

Зәйнәб Биишеваның һүҙҙәре тап миңә төбәлгән һымаҡ булды. Әммә уҡытырға ауылға ҡайта алманым, Күмертау ҡалаһы эргәһендәге Маяҡ ҡасабаһында эшләнем. Шундай уҡ мөхит. Тел өйрәнеүҙең башҡа сараһы юҡ ине, мин халыҡ ижады менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланым. Был ҡыҙыҡһыныу тел өйрәнеү менән бер рәттән халыҡтың тәрбиәүи ҡанундарын өйрәнегә килтерҙе. Һәм мин телһеҙ йәки ярым-йорто башҡорттарыбыҙҙың ни тиклем байлыҡтан мәхрүм ҡалыуҙарын аңланым. Халыҡ менән туранан-тура осрашып һөйләшеү, туған телдең әһәмиәтен аңлатыу хыялы менән яна башланым.

Зәйнәб апай менән бергә командировкаларға йөрөгән саҡта, халыҡтың оло яҙыусыға биргән һорауҙарынан, әңгәмәләрҙән мин яҙыусыларға ни тиклем оло өмөт, ышаныс бағланғанлығын, халыҡ яҙмышын хәл итеүҙә уларҙы ныҡлы бер таяныс итеп күреүҙәренә инанһам, киң аудиторияға сығыу, трибунаға сығыу хоҡуғы яулау, уй-фекерҙәрең менән иркен уртаҡлашыу өсөн иң ышаныслы юл – яҙыусы булыу икән, тигән һығымта яһаным. Журналистың ундай хоҡуғы сикле ине ул саҡтарҙа, уҡытыусының аудиторияһы тар. Зәйнәб апай менән был хаҡта фекер алыштым. Ул хуплау ғына түгел, ҡоласлыраҡ бурыс ҡуйҙы: “Һиңә, һылыу, мөмкин тиклем тиҙерәк профессиональ яҙыусы булырға кәрәк”, - тине. Профессиональ яҙыусы булырға тура килмәне, әммә туған телебеҙ, рухи байлығыбыҙ, йола-традициябыҙҙы, сәнғәтебеҙҙе һаҡлау-ҡурсалау маҡсатын тормошҡа ашырыу йәһәтенән балаларым менән бергә ең һыҙғанып эшләү бәхетенә өлгәшә алдым.

Белгескә, ғалимға туған телде яҡшы белеүҙең ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыуын һәм халыҡ өсөн сағыштырғыһыҙ оло, мәртәбәле эштәр башҡарып булғанлығын мин Диҡҡәт Бураҡаев өлгөһөндә күрҙем һәм инандым.

Ул иҫ китмәле белемле ғалим-геолог булды. Үҙ фәнен ғәжәп яҡшы белде. Шул уҡ ваҡытта халыҡ тарихы, тел ғилеме, әҙәбиәте һәм халыҡ ижады менән ныҡ ҡыҙыҡһынды. Әкитәттәрҙә, эпостарҙа, легендаларҙа, риүәйәттәрҙә, хатта йомаҡтарҙа һәм мәҡәлдәрҙә үҙ ғилеменә ҡағылышлы һүҙҙәр, фекерҙәрҙе һәр ваҡыт билдәләп барҙы, халыҡ араһына сыҡһаҡ, өлкәндәр менән һөйләшеп ултыра торғайны, топонимик атамалар менән тәрән ҡыҙыҡһынды. Һөҙөмтәлә, фәнни-популяр мәҡәләләре донъя күрҙе һәм унда боронғо башҡорттарҙың металл иретә белеүе, дарыны үҙе яһауы, булат ҡылысы ҡойоуы, геология өлкәһендә ғилми фекерләй белеүе, “Урал батыр” эпосындағы ғилми фекерҙәр һәм башҡа шундай асыштар яһаған китаптары донъя күрҙе. Был – туған телен, ижадын, үҙ фәнен яҡшы белеү һәм халҡын сикһеҙ яратыу һөҙөмтәһе. Врач Вәрис Ғүмәровты халыҡ медицинаһы менән ҡыҙыҡһындырып ебәрҙе. Уға саҡлы әллә нисә врачҡа мөрәжәғәт итеп ҡараны, фәҡәт Вәрис Ғүмәров ҡына ныҡлап тотондо. Бөгөн Диҡҡәттәр, Нияз Мәжитовтар, Вәрис Ғүмәровтар, Басир Мәһәҙиевтар, Ирек Аҡмановтар бик кәрәк халҡыбыҙға. Ә бит Вәрис Ғүмәров туған телен ныҡлап бик һуңлап өйрәнә башлай, уның йәшлек ғүмере республиканан ситтә үтә.

Зәйнәб апайҙан да, Диҡҡәттән дә хуплау һүҙҙәре ишеткәс, икенсе повесымды яҙырға ултырҙым. Ул саҡта Яҙыусылар Союзына инеү өсөн мотлаҡ ике китап нәшер итергә кәрәк ине. Тәүге повесым “Һүнмәҫ нурҙар” 1975 йылда нәшер ителгәйне, йәһәтләп икенсе повесымды тамамланым, ул “Шишмә” тип аталды, 1980 йылда айырым китап булып баҫылды. Ике повесым да тәбиғәтте һаҡлау проблемаһын күтәргәйне. 1982 йылда Яҙыусылар Союзына ҡабул иттеләр.

- Шул тиклем ҙур проблема күтәрәһең дә йомарлап алып повесть итәһең дә ҡуяһың, - тине яҙыусы Ноғман Мусин.

Ҡырын ултырып тура һөйләп булмай, дөрөҫөн әйтергә кәрәк: бер-бер артлы дүрт балам булды, Диҡҡәт, даими рәүештә ҡан баҫымы күтәрелеп, йөрәк сире менән яфаланды. Роман һынлы романдар яҙып ултырырлыҡ физик мөмкинлегем юҡ ине. Өҫтәүенә, маҡсатым да икенсе ине.

-“Тормош һабаҡтары” менән бик ҙур эш эшләйһең, ошо дәрселектәрең менән тарихта ҡаласаҡһың, Мәрйәм апай, -тигәйне миңә бер яҙыусы.

- Мин үҙем тарихта ҡалыр өсөн түгел, халҡым тарихта ғына тороп ҡалмаһын өсөн тырышам. Яҙғандарым да, ғәмәли эштәрем дә ошо маҡсаттан башҡарыла. Шул иҫәптән, һеҙҙең китаптарығыҙҙы уҡыусылар ҙа кәрәк бит әле. Күрәһегеҙме, башҡорт китаптарының тиражы бер меңгә генә ҡала башланы. Ә минең тәүге повесым 15 мең тираж менән нәшер ителгәйне. Ана шул уҡыусыларҙың балаларын башҡорт китаптарына кире ҡайтарырға кәрәк. – Бына ошо булды ла инде минең яуабым.

Шулай итеп, мин - яҙыусы. Трибуна, аудитория, халыҡ. Беренсе тапҡыр яҙыусы булараҡ, командировкаға сыҡтым. Өс яҙыусыбыҙ. Иң олобоҙ тәүге мөхәббәте тураһында ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һөйләп көлдөрҙө, икенсебеҙ мөхәббәт тураһында шиғырҙарын уҡыны. Халыҡ йылы ҡабул итте. Көлдө, шауланы. Мин тәбиғәтте һәм туған телде һаҡлау зарурлығы тураһында һөйләгәйнем, халыҡ тып-тын булды. Бер аҙҙан өлкән генә бер ағай сығып:

- Һеңлекәш, йөрәкте һығып сығарҙың бит. Дөрөҫ әйтәһең, үҙебеҙҙе үҙебеҙ һаҡламаһаҡ, кем һаҡлаһын беҙҙе!

- Үҙ наҙанлығыбыҙ арҡаһында тонсоғасаҡбыҙ…

- Ни эшләп башҡалар ул хаҡта ләм-мим…

Һәм башҡа, һәм башҡа шундай фекерҙәр әйтелә башланы. Кисә тамамланғас, уҡыусылар сәскә гөлләмәләрен миңә генә бүләк иткәйнеләр, өлкән яҙыусы ағайыбыҙ:

- Дөрөҫ, сәскәләрҙе ҡатын-ҡыҙға бирергә кәрәк, - тигәйне, йәшерәк, әммә тура һүҙле шағир:

- Ай-һай, шуның өсөн генәме икән... - тип йылмайҙы.

Ниндәй һығымталар яһаным мин бындай осрашыуҙан? Халыҡ менән күберәк осрашырға кәрәк. Сөнки әле һөйләгән фекерҙе повестарҙа ла яҙҙым, мәҡәләләр менән дә сығыш яһайым. Әммә залда ултырыусыларҙың бер нисәһе генә уҡыған. Ә бында шығырым тулы халыҡ тыңлай. Зәйнәб апай менән бергә осрашыуҙарға йөрөгәндә лә ошондай һығымталар яһаным: халыҡ, бигерәк тә уҡыусылар менән мөмкин тиклем күберәк, йышыраҡ осрашырға кәрәк.

Тағы бер һабаҡ. Сығыш яһаусы ни тиклем генә оҫта һөйләмәһен – халыҡ ихласлыҡты тиҙ айыра. Үҙең инанмаған, үҙең ышанмаған фекерҙе халыҡ күңеленә һеңдереп булмай. Халыҡтың Зәйнәб апай әҫәрҙәрен кинәнеп уҡыуының, уның һөйләгәндәрен онотолоп тыңлауының сере шунда ла инде.

Бер ваҡытта ла үҙ яҙмышыңды халыҡ яҙмышынан өҫтөн ҡуйырға, үҙеңде халыҡтан аҡыллыраҡ тип һанарға ярамай. Һиндәге аҡыл – халыҡтан тупланған аҡыл, ә һинең яҙмышың Халыҡ тигән оло даръяла бәләкәй генә бер тамсы, тине Зәйнәб Биишева атлы бөйөк уҙаман яҙыусы.

Мәрйәм БУРАҠАЕВА, яҙыусы, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты.
Читайте нас: