Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
5 Октябрь 2019, 23:13

Ҡартлыҡ матурлығы

Ҡартлыҡ матурлығы Яҙын көн һайын иртәнсәк балаларҙы мәктәпкә, баҡсаға оҙатырға сыҡҡанда урам осонда бер олатайҙы осрата торғайным. Йәтешләп кенә юнып алынған таяғына таянып, йә үҙ уйына бирелеп, тирә-яҡты күҙәтеп, ҡойма буйында ултырыр йә ҡаҙ бәпкәләрен көтөр ине. Уның эргәһенән үткәндә машинамды яйлатыңҡырап, баш һелкеп һаулыҡ һорашып үткән булам. Шул олатайҙың көн дә иртәнсәк осрауына күнегеп кителгән хатта. Көнөмдө көйләп ебәрә ул үҙенә күрә. Тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә күреп, нужа һурпаһы һемереп, иленә, халҡына хеҙмәт иткән олатайҙың йылдар буйы тупланған тормош тәжрибәһе, зирәклеге, абруйы йөҙөндә сағыла. Ҡарашы ла тәрән аҡыллы. Һорғолт йәшел, бәлки, йәшкелт һоро (үҙен яҡындан күргәнем булмаһа ла, нишләптер, күҙҙәренең төҫө нәҡ шундай һымаҡ) күҙҙәренең нуры ла әле ипкен таратҡандай. Уға ҡарайым да, матур итеп ҡартайған ауыл ҡарттары иҫкә төшә...

Runaruna.ru
Runaruna.ru
Яҙын көн һайын иртәнсәк балаларҙы мәктәпкә, баҡсаға оҙатырға сыҡҡанда урам осонда бер олатайҙы осрата торғайным. Йәтешләп кенә юнып алынған таяғына таянып, йә үҙ уйына бирелеп, тирә-яҡты күҙәтеп, ҡойма буйында ултырыр йә ҡаҙ бәпкәләрен көтөр ине. Уның эргәһенән үткәндә машинамды яйлатыңҡырап, баш һелкеп һаулыҡ һорашып үткән булам. Шул олатайҙың көн дә иртәнсәк осрауына күнегеп кителгән хатта. Көнөмдө көйләп ебәрә ул үҙенә күрә. Тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә күреп, нужа һурпаһы һемереп, иленә, халҡына хеҙмәт иткән олатайҙың йылдар буйы тупланған тормош тәжрибәһе, зирәклеге, абруйы йөҙөндә сағыла. Ҡарашы ла тәрән аҡыллы. Һорғолт йәшел, бәлки, йәшкелт һоро (үҙен яҡындан күргәнем булмаһа ла, нишләптер, күҙҙәренең төҫө нәҡ шундай һымаҡ) күҙҙәренең нуры ла әле ипкен таратҡандай. Уға ҡарайым да, матур итеп ҡартайған ауыл ҡарттары иҫкә төшә...


Матур ҡартайыуҙы кемдер донъя етешлегендә, байлыҡ туплауҙа күрһә, ә мин ҡартлыҡтың илаһи матурлығын көҙгө сыуаҡта ошолай таяҡҡа таянып, эскәмйәгә арҡаһын терәп, йылы ҡояш аҫтында иҙрәп кенә тирә-яҡты байҡап, тормош хаҡында уйланып ултырыуҙа, ҡышын иһә сәскә еҫе аңҡып торған хуш еҫле бесәнде бер һәнәк итеп күтәреп, бисмиллалап ҡына мал алдына һалыуҙа, көрт кисеп, ҡарҙа аунап уйнап туйған ейәненең өҫтөн селек һепертке менән ҡаҡҡылап, туң бейәләйен мейес башына киптерергә һалыуҙа һәм бына ошоноң һымаҡ тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән ғәҙәти тормош күренештәрендә күрәм...


Ул олатай ҡышҡыһын һирәгерәк осрай. Бәлки, минең көнөм дә һуңыраҡ башланалыр. Шулай ҙа мал ҡарарға сыҡҡанында осрап ҡуя. Мин баш һелкеп һаулыҡ һорашһам, ул хәҙер, үҙ күрепме, уң ҡулын күтәреп иҫәнләшә.

Ошолай матур ҡартайған ауыл ҡарттары хатта үҙҙәренең булмышы менән генә лә (өгөт-нәсихәт уҡымайса ла) беҙҙе тәрбиәләй, беҙҙе тәртиптә тоталыр ул...
Читайте нас: