тигән шиғри юлдар менән башланып китте “Иң яҡшы мәҙәниәт йорто” конкурсында ҡатнашыусы Төпсән ауыл клубының “Сын-сынаяҡ сыңы” тамашаһы.
Байрамда ҡатнашыусылар тәүҙә сынаяҡтарҙың сығыу тарихы менән танышып үтте. Шулай уҡ ата йортонан ҡыҙ оҙатҡанда үҙенең һауыты менән барһын, тип күрше-тирәһе ҡыҙ баланы сынаяҡ биреп оҙатҡаны билдәле булды. Әйткәндәй, был йола туҡһанынсы йылдарҙа ла һаҡланған булған әле.
1956 йылғы сынаяҡ хужаһы Ғәлиә инәй Исхаҡова байрамға үҙенең сынаяғын алып килгән, ул алыҫ йәшлек йылдары хәтирәләре менән уртаҡлашты. Рәйлә еңгә Хәсәнова бала саҡта, йәғни һауыт-һаба һирәк булған, юҡсыллыҡ осоронда сәй сервизы ватылһа, әсәйемдең әрләүенән ҡурҡып, өйгә ҡайтырға ҡыймай йөрөнөм, тип иҫләп алды.
Элек һәр нәмә ни тиклем нәмә ҡәҙерле булған, хәҙер иһә сынаяҡтарҙың ниндәй генә төрҙәре юҡ! Фойела әҙерләнгән күргәҙмә лә быға асыҡ дәлил ине, бында һәр кем үҙенең айырым тарихы булған, ниндәйҙер мөһим датаны иҫләтеп торған сынаяғын килтергән ине.
Һәр байрам йыр-бейеүһеҙ булмағандай, икенсе өлөштө концерт номерҙары дауам итте. Сынаяҡ тураһында шиғырҙар тыңлап, апайҙар башҡарыуында йырланған “Мәтрүшкәләр” йырын тыңлап, мәтрүшкә сәйен тәмләп, Айзилә Иҙрисова йырлаған “Бәпембә” сәйенән дә ауыҙ итеп, “Бөрлөгән” сәйен “эсеп”, байрам ҡунаҡтары - күрше ауыл егеттәре Хәйҙәр Миңлебаев һәм Таһир Ишемовтарҙың йырлы күстәнәсенән ауыҙ итеп, уйындарҙа ҡатнашып, изге теләктәрен, рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә ашыҡты залдағылар.
Байрамыбыҙҙы музыкаль яҡтан биҙәп, үҙенең дәртле йырын бүләк итеүсе Азамат Алламоратовтың сығышы күптәр өсөн асыш булды.
Сынаяҡтар тураһында күп һөйләргә булыр ине, әммә ваҡыт үҙенекен итте һәм байрам аҙағына яҡынлашты...
Барыһынң да теләге бер булды: көнөнә нисә тапҡыр ҡулға алған ошо сынаяҡтарыбыҙ мөлдөрәмә тулы бәхет менән тулһын, ҡайнар сәйҙәрҙе сайпылтмайынса, яҡындарыбыҙ менән эсергә булһын, бөгөнгөбөҙ менән бәхетле булайыҡ!
Төпсән ауылы клубының художество етәксеһе.