Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
4 Октябрь 2019, 13:29

Дуҫтар, туғандар менән табын күңелле булды

Дуҫтар, туғандар менән табын күңелле булды1 октябрҙә Күгәрсен ауылында ла “Самауыр сәйе” байрамы уҙғарҙыҡ. Сараны ойоштороусылар иртәнге туғыҙҙа уҡ мәсет ихатаһында инеләр инде. Улар ҡаҙан аҫып, усаҡ яғып, самауырҙарҙы ҡайнатырға ҡуйҙылар. Мәҙрәсә эсендәге өҫтәлдәргә бәлеш, ҡоймаҡ, гөбәҙиә, сәк-сәк, ҡош теле кеүек бик күп милли ризыҡтарҙы теҙҙеләр. Ауылдашыбыҙ, матди ярҙам күрһәтеүсебеҙ, һәр ваҡыт ярҙам итеүсебеҙ Фәиз Фәрит улы Ваһапов алып килгән күстәнәстәр ҙә табындан урын алды.

1 октябрҙә Күгәрсен ауылында ла “Самауыр сәйе” байрамы уҙғарҙыҡ. Сараны ойоштороусылар иртәнге туғыҙҙа уҡ мәсет ихатаһында инеләр инде. Улар ҡаҙан аҫып, усаҡ яғып, самауырҙарҙы ҡайнатырға ҡуйҙылар. Мәҙрәсә эсендәге өҫтәлдәргә бәлеш, ҡоймаҡ, гөбәҙиә, сәк-сәк, ҡош теле кеүек бик күп милли ризыҡтарҙы теҙҙеләр. Ауылдашыбыҙ, матди ярҙам күрһәтеүсебеҙ, һәр ваҡыт ярҙам итеүсебеҙ Фәиз Фәрит улы Ваһапов алып килгән күстәнәстәр ҙә табындан урын алды.

Төшкә табан халыҡ байрамға йыйыла башланы. Башта улар мәсеткә инеп хәйер һалды, намаҙ уҡыны һәм мәҙрәсә янындағы эскәмйәләрҙә урын алды
.
Байрамды мәҙәниәт йорто директоры Зәйҙә Хәйбуллина асты. Ойоштороусы ҡыҙҙар башҡарыуындағы “Самауыр сәйе” йыры барыһына ла оҡшаны.

Педагогик хеҙмәт ветераны Зөлфиә Хәйбуллина сәй, сәй үләндәре, самауыр сәйе тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты:

- Беҙ бәләкәй саҡта ҡәрсәйем самауырҙы көл, эркет һыуы менән таҙарттыра торғайны. Самауыр аҫтына ҡуйылған батмустарҙы йылға буйына алып төшөп, көл һәм ҡом менән ышҡып ялтырата инек.

Күрше ауыл апайҙары магазинға килгәндә әсәйем тиҙ генә самауыр шаулатып, сәй эсереп сығара ине. Етебулаҡ, Семиречьелағы апайҙар әле лә әсәйемде иҫкә алып, “Розаның самауыр сәйен күп эстек” тип рәхмәт әйтәләр.

Бейемем Шәмсебанат үҙҙәренең баҡса башына ғына өй һалдырып, беҙҙе башҡа сығарҙы. Уның да самауыры һәр ваҡыт өҫтәл түрендә булды. Сәйгә саҡырыр булһа, кәртә башына ҡыҙыл яулығын элеп ҡуя ине. Элек телефон булманы шул... Беҙ ҙә уны саҡырыр булһаҡ, кәртәгә ҡыҙыл яулыҡ элдек.

Байрам барышында самауыр, сәй тураһында таҡмаҡтар, табышмаҡтар, мәҡәлдәр әйтелде.

Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рафаэль Аллабирҙин ауылдаштарыбыҙҙы байрам менән ҡотланы. Райондан килгән вәкил – ауылдашыбыҙ Рим Ғүмәров район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаевтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.


Артабан апай-ағайҙар, күрше ауылдан килгән ҡунаҡтар мәҙрәсәлә әҙерләнгән сәй табыны артына саҡырылды.

Фиәгөл Хәлитованың ҡаҙанда бешергән былауын барыһы ла яратып ашаны. Күңелле итеп һөйләшеп, үҙешмәкәр артистарҙың йыр-моңдарын тыңлап, апай-ағайҙарҙың йылы ҡотлау һүҙҙәрен тыңлап сәй эстек. Самауыр сәйе, үлән сәйе бик тәмле була бит, кәсәләр ҡабат-ҡабат тултырылды. Барыһы ла бик матур итеп йырлап ултырҙылар.

Күрше ауылдан ҡунаҡҡа килгән Гүзәлиә Ҡотлогилдина менән Рәхимә Сәмиғуллина үҙҙәренең йылы һүҙҙәрен еткерҙе. Тәмле-тәмле итеп бешеренеп, күстәнәстәр алып килгән апай-инәйҙәргә ветерандар советы рәйесе Фәниә Хәлитова рәхмәт әйтте.

Сара барыһына ла оҡшағандыр, моғайын.


Был байрам бик урынлы уҙғарылды. Апай-ағайҙар өйҙәренә ҡайтҡас, келәт-аласыҡтарында туҙанға батып ултырған самауырҙарын алып, йыуып-таҙартып, өҫтәлдәренә ултыртыр, тип ышанабыҙ. Самауыр сәйҙәре эсеп, спиртлы эсемлектәрҙе ситкә ҡуйып, балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә дөрөҫ тәрбиә биреп, иманлы балалар үҫтереп йәшәйек. Һүҙемде үҙем яҙған шиғыр менән тамамлайым.

Усаҡ яғып, күмер алдым,

Самауырыма һалдым.

Самауыр сәйҙәре эсеп,

Тәнемә сихәт алдым.

Эх, самауыр сәйҙәре!

Бигерәк тәмле була.

Дуҫтар, туғандар менән

Табын күңелле була.

Йылы икмәк, ҡаймаҡ ҡуйҙым,

Самауырым өҫтәлдә.

Күршеләрҙе сәйгә алдым,

Өҫтәлгә йәм өҫтәргә.

Күңелле хәлдәр һөйләшеп,

Мәтрүшкәләп бал менән,

Һәр саҡ сәйгә йөрөшәбеҙ,

Күршеләр менән гелән.

Самауырҙы тиҙ ҡайната

Имән-ағас күмере.

Самауыр сәйе бик тәмле,

Оҙон булһын ғүмере.

Зөлфиә ХӘЙБУЛЛИНА.

Күгәрсен ауылы

Читайте нас: