Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
3 Октябрь 2019, 21:49

Мостай Кәрим. ҠОШТАР ОСОРАМ

Мостай Кәрим. ҠОШТАР ОСОРАМ Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам, Бар эшемдең сыҡтым осона. Шуға күрә бөгөн таңдан алып Күкрәгемдән ҡоштар осорам. Аҡлыҡ, хаҡлыҡ өсөн көрәшселәр! Тәү бүләгем һеҙгә, ҡарағыҙ: Ҡанаттарын ғорур ҡаға-ҡаға Күтәрелде күккә ҡарағош. Юлдағылар! Һеҙгә ебәрәмен Ел-дауылдар үтер торнаны. Сирлеләрем, кәкүк осорам һеҙгә – Оҙаҡ-оҙаҡ саҡыра торғанын. Сығып осто ярһыу бер һандуғас, Ғашиҡтарым, һеҙҙең өлөшкә. Көткәндәргә – аҡ күгәрсен килер, Яңы өмөт өҫтәп өмөткә. Хыялыйҙар, сая һәм йыуаштар! Һәммәгеҙгә тейер ҡошом бар. Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмә юҡ – Әйҙә улар ҡошһоҙ торһондар. Ығы-зығы, ваҡ мәшәҡәт тамам, Бар эшемдең сыҡтым осона. Шуға күрә һәр көн таңдан алып Күкрәгемдән ҡоштар осорам. 1970

Мостай Кәрим

ҠОШТАР ОСОРАМ


Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам,

Бар эшемдең сыҡтым осона.

Шуға күрә бөгөн таңдан алып

Күкрәгемдән ҡоштар осорам.


Аҡлыҡ, хаҡлыҡ өсөн көрәшселәр!

Тәү бүләгем һеҙгә, ҡарағыҙ:

Ҡанаттарын ғорур ҡаға-ҡаға

Күтәрелде күккә ҡарағош.


Юлдағылар! Һеҙгә ебәрәмен

Ел-дауылдар үтер торнаны.

Сирлеләрем, кәкүк осорам һеҙгә –

Оҙаҡ-оҙаҡ саҡыра торғанын.


Сығып осто ярһыу бер һандуғас,

Ғашиҡтарым, һеҙҙең өлөшкә.

Көткәндәргә – аҡ күгәрсен килер,

Яңы өмөт өҫтәп өмөткә.


Хыялыйҙар, сая һәм йыуаштар!

Һәммәгеҙгә тейер ҡошом бар.

Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмә юҡ –

Әйҙә улар ҡошһоҙ торһондар.


Ығы-зығы, ваҡ мәшәҡәт тамам,

Бар эшемдең сыҡтым осона.

Шуға күрә һәр көн таңдан алып

Күкрәгемдән ҡоштар осорам.

1970
Читайте нас: