Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
25 Сентябрь 2019, 19:16

Республика лицейына һәм гимназияға Тимербай Йосоповтың һәм Нияз Мәжитовтың исемдәре бирелде

Республика лицейына һәм гимназияға Тимербай Йосоповтың һәм Нияз Мәжитовтың исемдәре бирелде Башҡортостан Хөкүмәтенең тейешле ҡарарҙары республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылды.

Дыуан районының Республика лицей-интернатына Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимербай Йосоповтың исеме бирелде.
Ғафури районының Красноусол башҡорт гимназия-интернаты хәҙер билдәле ғалим Нияз Мәжитовтың исемен йөрөтә.
Башҡортостан Хөкүмәтенең тейешле ҡарарҙары республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылды.
Тимербай (Тимер) Йосопов (1938 — 2016) — күренекле лирик шағир, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Нияз Мәжитов (1933 — 2015) — билдәле археолог, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, тарих фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы.
Читайте нас: