Мораҙым
+23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
21 Сентябрь 2019, 21:04

Ғәзим Ильясов бәләкәйҙән йыр-моң яратһа ла, кеше алдында йырларға оялған

Ғәзим Ильясов бәләкәйҙән йыр-моң яратһа ла, кеше алдында йырларға оялған "Йәшлегем тирәктәре". Мыҡты кәүҙәле, иркен тауышлы егет был йырҙы тәү башҡарыуҙан уҡ халыҡтың күңелен биләп алды һәм шуның менән танылды ла. Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылында тыуып үҫкән Ғәзим Ильясов бәләкәйҙән йыр-моң яратһа ла, кеше алдында йырларға ояла.

"Йәшлегем тирәктәре". Мыҡты кәүҙәле, иркен тауышлы егет был йырҙы тәү башҡарыуҙан уҡ халыҡтың күңелен биләп алды һәм шуның менән танылды ла, тип яҙа Башҡортостан гәзите.


Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылында тыуып үҫкән Ғәзим Ильясов бәләкәйҙән йыр-моң яратһа ла, кеше алдында йырларға ояла.


– Аулаҡта, мәҫәлән, мунса ингәндә, кинәнеп йырлай инем, – ти ул. – Ауыл көтөүен көткәндә, йәки башҡа сәбәп менән ялан-ҡырҙарға сыҡҡанда яңғыҙым рәхәтләнеп моңландым. Беҙҙең яҡта тәбиғәт иҫ китмәле матур бит ул. Шул хозурлыҡ та илһам биргәндер күңелгә. Әсәйем моңло тауышлы ине. Уның һәләте лә күскәндер.


Беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡҡанда 3-сө класта уҡый инем. Өс егет бергәләп "Батырҙар” йырын башҡарҙыҡ. Ул йыр әле лә иҫтә. Һуңынан мәктәптә һәм ауыл клубында уҙған сараларҙа йыш ҡатнаштым. Малайҙар күңеле техникаға тартылыусан бит. Шофер булырға тигән хыял бар ине. Әрме хеҙмәтенә тиклем хәрби комиссариат йүнәлтмәһе менән Өфөлә шоферлыҡҡа уҡыным. Венгрияла өс йыл хеҙмәт итеп ҡайтып, бер нисә йыл шофер булып эшләгәндән һуң район мәҙәниәт һарайына эшкә саҡырҙылар. Ә шофер булырға тигән хыялым ысынлап та тормошҡа ашты һымаҡ. Шәхси машинамда гастролдәр һәм башҡа йомоштар менән күп йөрөргә тура килә бөгөн".
Читайте нас: