Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
20 Сентябрь 2019, 13:48

Өмөт

Был айҙа пенсия артып килә, ауыл кешеһенең аҡсаһы апаруҡ арта тей, тигән хәбәрҙе ишетеп ҡайтты бөгөн Ишбулды ҡарт. Ҡайта һалып пенсияһының күпмегә артырын иҫәпләргә булып китте. - Әбей, былай ҡарәле, тием. Минең пенсиям иҫәп буйынса шунса артырға тейеш. Хәҙер һинекен иҫәпләп сығарам. Икебеҙгә бергә – бер-ике меңгә.- Артып ҡуймаһын! Ике меңгә арта, тисе! Артты ти, артмай ҙа ни! Артһа, шул бер ике йөҙгә артыр. Арттырып ҡуймаһындар, ҡапсығыңды киң тот! Ҡарты бирешергә теләмәйенсә, үҙенекен тылҡыны.

Был айҙа пенсия артып килә, ауыл кешеһенең аҡсаһы апаруҡ арта тей, тигән хәбәрҙе ишетеп ҡайтты бөгөн Ишбулды ҡарт. Ҡайта һалып пенсияһының күпмегә артырын иҫәпләргә булып китте.

- Әбей, былай ҡарәле, тием. Минең пенсиям иҫәп буйынса шунса артырға тейеш. Хәҙер һинекен иҫәпләп сығарам. Икебеҙгә бергә – бер-ике меңгә.

- Артып ҡуймаһын! Ике меңгә арта, тисе! Артты ти, артмай ҙа ни! Артһа, шул бер ике йөҙгә артыр. Арттырып ҡуймаһындар, ҡапсығыңды киң тот!

Ҡарты бирешергә теләмәйенсә, үҙенекен тылҡыны. Әбейенең кире һүҙҙәренән күңеле һүрелде һүрелеүен. Әммә өмөтһөҙ – шайтан, тиҙәр бит. Ишбулды ҡарт әбейенә өндәшмәй генә артып киләсәк аҡсаһына урын әҙерләргә тотондо. Бер айҙыҡына шәкәр алһаҡ, икенсе айға бер тоҡ он, тип өмөт тулы ҡарашын әбейенә төбәне. Ғүмер буйы бергә йәшәгән бабайының ни уйлағанын төҫөнән аңлап, белеп тора ине әбей. Шуға ла уны һүҙһеҙ аңланы.

- Ай, Аллам! Ике меңгә тоҡлап он, шәкәр, тип һаташып ултыраһың! Ашаған белмәй – тураған белә, тигәндәй, нәмәнең көнләп түгел, сәғәтләп артыуын белмәйһеңдер! Белһәң, баш ҡатырып ултырмаҫ инең.

Ҡартына ҡатыраҡ бәрелеүен аңлап, шымды әбей. Бер аҙ өндәшмәй ултырҙы. Ҡартын йыуатырға теләгәндәй, йомшаҡ тауышҡа күсте:

- Күрме артһа ла бәрәкәтен бирһен. Алла бирһә, астан үлмәҫбеҙ.

Пенсия килер көн етте. Зәңгәр төҫтәге машина быларҙың ҡапҡа төбөнә килеп туҡтаны. Иртәнән бирле тәҙрәнән күҙ алмай пенсия көткән Ишбулды ҡарт, тыныс күренергә тырышһа ла, йөрәгенең тибеше туҡылдап ҡолағына ишетелде. Ул да булмай пенсия таратыусы ҡыҙ үҙе күренде.

Әбей өҫтәлде һыпырғылап, ултырғысын әҙерләп мәж килде. Ҡыҙ ашыҡмай ғына сумкаһын өҫтәлгә ҡуйҙы. Яйлап ҡына ҡағыҙҙарын, ручкаһын сығарып һалды. Был икәү, ике һаҡсы шикелле, ҡыҙҙың ике яғына баҫты.

- Кешеләрҙең пенсияһы артҡанмы, нисек?

Бабайҙың һорауы һауала эленеп ҡалды. Ҡыҙ өндәшмәй генә аҡсаларын һанап бирҙе лә, тек-тек баҫып сығып китте.

Уның артынан ишек ябылыу менән әбей менән бабай аҡсаларына йәбеште. Кемуҙарҙан һәр береһе үҙ пенсияһын һанай башланы. Беренсе булып әбей тауыш бирҙе:

- Минеке 600 һумға артҡан!

- Ә?! Нисек? Минекен дөрөҫ арттырмағандар, ахырыһы...

Бабайҙың кәйефе төштө. Аҡсаларын ҡат-ҡат һананы. Уның уйынса, пенсияһы әбейенекенә ҡарағанда күберәккә артырға тейеш ине.

- Ҡана, бир пенсиәңде. Бергә төрөп һалайым.

Әбей аҡсаларҙы урынлаштырҙы ла бабайына өндәште:

- Ҡулдарыңды сайҡат та, ана ит тура. Мин тиҙ генә туҡмас ҡайнатып алайым.

Икәүләп йөрөп, өҫтәл әҙерләнеләр. Итле ат ашап, тәмле сәйҙәрен эсеп, кәйефтәре күтәрелеп, был икәү залға диванға сығып ултырҙы.

Әбей бабайына ошондайыраҡ хәбәр әйткәндер тип уйлайым мин:

- Бабай, пенсиә күпме артһа ла – беҙҙеке. Ил тулы пенсиәнир. Ай һайын һәр береһенә бушлай аҡса килеп тора. Алла бирһә, һау булайыҡ. Һаулыҡ – ҙур байлыҡ. Булғанының бәрәкәтен бирһен, шулай бит?!

Ғәлиә ӘЛИМҒУЖИНА.

Мораҡ ауылы.

Читайте нас: