Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
20 Сентябрь 2019, 13:28

Биҙмәнем

БиҙмәнемҮтә ныҡлап ҡартайылды инде,Йәштәштәр ҙә ҡалды бик һирәк.Тамырҙары ҡороп, һынып бөткән,Әйтерһең дә торған аҡ тирәк.Хыялдарым һыуҙай ташып тормай,Өмөттәрҙе елдәр осорҙо.Таң елдәре шаҡып уяталарҺиҫкәндереп хәтер осомдо.Уҙған юлдар бөгөнгөләй иҫтә,Йылдар ҡартаймайҙар – хәтерҙә.Барыһы ла хәҙер иҫкә төшәҺүҙҙәр күп инде ул әйтергә. Тик шулай ҙа, донъя һаман матур!Уның биҙәктәрен кем ҡуйған?“Һаман биҙмәнеңме?” – тип әйтмәгеҙ,Яҡты донъяларҙан кем туйған...Вәғиз МӘҒИЗОВ.

Биҙмәнем

Үтә ныҡлап ҡартайылды инде,

Йәштәштәр ҙә ҡалды бик һирәк.

Тамырҙары ҡороп, һынып бөткән,

Әйтерһең дә торған аҡ тирәк.


Хыялдарым һыуҙай ташып тормай,

Өмөттәрҙе елдәр осорҙо.

Таң елдәре шаҡып уяталар

Һиҫкәндереп хәтер осомдо.


Уҙған юлдар бөгөнгөләй иҫтә,

Йылдар ҡартаймайҙар – хәтерҙә.

Барыһы ла хәҙер иҫкә төшә

Һүҙҙәр күп инде ул әйтергә.


Тик шулай ҙа, донъя һаман матур!

Уның биҙәктәрен кем ҡуйған?

“Һаман биҙмәнеңме?” – тип әйтмәгеҙ,

Яҡты донъяларҙан кем туйған...

Вәғиз МӘҒИЗОВ.

Читайте нас: