Музыка. Көй. Йыр. Кеше тормошон ошо нәмәләрһеҙ күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Йырлай белгәне йырлап, йырлай белмәгәне мөңрәп булһа ла, күңел аса, һағышын баҫа.
“Дуҫыңдың кем икәнлеген әйт һәм мин һинең кемлегеңде әйтеп бирәм” тигән рус халыҡ мәҡәлен бер аҙ үҙгәртеп, “Ниндәй йыр яратҡаныңды әйт һәм мин һинең кемлегеңде әйтеп бирәм” тигәндәй, кешенең ниндәй йыр-моңға өҫтөнлөк биреүенән уның кемлеген генә түгел, холҡон да белеп була, тиҙәр.
Музыка кешенең психикаһына ла йоғонто яһай.
Психологтар билдәләүенсә, классик көйҙәр хәтерҙе яҡшырта, иғтибарлылығын арттыра. Дини йүнәлештәге көйҙәр (мөнәжәттәр, доғалар, аяттар) рухты нығыта, аңды һауыҡтыра, тән ауыртыныуҙарын кәметә. Был йүнәлештәге көйҙәргә иһә башлыса юғары мәҙәниәтле, аҡыллы, үҙ-үҙенә ныҡ ышанған, нескә заттар өҫтөнлөк бирә. Ә бына джаз, блюз, соул кеүек көйҙәрҙе күңел асырға яратҡан, алсаҡ, тыныс, романтик рухлы кешеләр ярата. Ә рок, металлика кеүек көйҙәр кешене депрессияға дусар итә. Рок музыкаһын һөйөүселәр араһында үҫмерҙәрҙең күп булыуы психологтарҙы хәфеүләндерә. Улар фекеренсә рокты тыңлаған кешеләр еңел аҡыллы, тиҙ ҡыҙа, агрессив холоҡло, йыш ҡына енәйәт юлынан китә (рок йырсыларҙың биографияһына күҙ һалыу ҙа етә).
Ә һеҙ ниндәй йырҙарҙы яратып тыңлайһығыҙ, дуҫтар? Музыка кеше күңеленә генә түгел, һаулығына, хатта яҙмышына тәьҫир итерлек көскә эйә тигән һүҙҙәр менән килешәһегеҙме? Һуңғы йылдарҙа айырыуса киң таралған "бер көнлөк" йырҙар тураһында ниндәй фекерҙәрегеҙ булыр? Әйҙәгеҙ, хөрмәтле төркөмдәштәр, ошо хаҡта һөйләшәйек, фекер алышайыҡ, бәхәсләшәйек һәм үҙебеҙҙең яратып тыңлаған йырҙарҙы комментарийҙарҙа тәҡдим итәйек.