Ерҙә милли тойғонан да көслө тойғо бармы һуң?
Еткән ҡыҙ бешкән емеш тә,
(«Өйҙәрендә уттары бар»).
Заман беҙгә бөтәһен дә бирә,
Беҙҙән тора заман. Беҙ төҙөгән
Заман бит ул беҙҙән төҙөлә.
Заман холҡо беҙҙе өйрәтте
Үҙ-үҙеңдән хатта ҡурҡырға.
Иблислек, бәләкәйме ул, ҙурмы, һәр кемдә бар.
(«Яратыу – матурлыҡ сығанағы»).
Ижад өсөн үҙ-үҙеңдән ҡәнәғәт булмауҙан да ҡәҙерле нәмә юҡ. Мин уны хатта ижадты йәшәтә торған бөйөк көс тип атар инем.
Ике йөҙлө булып йәшәүҙән дә ҙур түбәнселек юҡтыр.
Ике йөҙлө дәүләт – дәүләтме һуң,
Ике йөҙлө милләт – милләтме?
Ике килмәй ғүмер тигәнең.
Икмәк – ғүмер! Ул ҡан тибешендә,
Ул хеҙмәт һәм байрам төҫөндә.
Башҡа ниндәй исем ҡушыу кәрәк
«Икмәк» тигән бөйөк исемгә.
Һинең менән икән беҙ оҡшаш.
Мин бер йырсың... Һин үҙең дә
Йырҙарыма ләкин һин остаз.
Иман өсөн әҙәм ҡорбан булһа,
Әҙәм өсөн ҡорбан – хайуандар.
Иманһыҙ тел – тере мәйеттер.
Мәргән уҡсы булмай тороп.
(Назар Нәжми һүҙҙәренә яҙылған ун йыр)