Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
18 Сентябрь 2019, 11:30

ЛЕГЕНДАР ЙЫРҘАР. Заһир һәм Ғәлиә йыры

Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда,Осрашҡандар көндәр төн менән.Был донъяны белгәнемдән алып,Һинең барлығыңды мин беләм.Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлиәм,Шатланам, илайым һәм көләм.Мөхәббәт алдында баш эйәм,Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлиәм.

Заһир һәм Ғәлиә йыры


Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда,

Осрашҡандар көндәр төн менән.

Был донъяны белгәнемдән алып,

Һинең барлығыңды мин беләм.

Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлиәм,

Шатланам, илайым һәм көләм.

Мөхәббәт алдында баш эйәм,

Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлиәм.


Ғәлиә:

Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда,

Йөрәгемә ҡунды ялҡыны.

Бер ялҡыны донъя балҡытырлыҡ

Һөйөү булғандыр ул, ахыры.

Һин ҡайҙа, мин шунда, Заһирым,

Йыраҡтан эҙләгән яҡыным.

Йөрәктә ҡабынған ялҡыным,

Һин ҡайҙа, мин шунда, Заһирым.


Заһир:

Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда,

Ғүмерҙәре янып юғала.

Ғәлиә:

Ә мөхәббәт ғүмерҙәрҙән оҙон,

Мәңге яна, мәңге йырлана.

Заһир менән Ғәлиә бергә:

Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлиәм, /Заһирым/,

Шатланам, илайым һәм көләм.

Мөхәббәт алдында баш эйәм,

Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлиәм, /Заһирым/.
Читайте нас: