Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
16 Сентябрь 2019, 18:17

Миләштәре ҡыҙыл тәлгәштә...

Миләштәре ҡыҙыл тәлгәштә... Зәйнәб Биишева һүҙҙәренә яҙылған “Миләш” йыры күптән инде ретро йырҙар рәтендә йөрөй, шулай ҙа йәштәр ҙә йырҙы үҙ репертуарына алып, яңыртып, төрлө сәхнәләрҙән яңғырата, яратып башҡара. Үлемһеҙ йыр булып киткән шиғырҙың тетрәндергес тарихы ла бар.

Зәйнәб Биишева һүҙҙәренә яҙылған “Миләш” йыры күптән инде ретро йырҙар рәтендә йөрөй, шулай ҙа йәштәр ҙә йырҙы үҙ репертуарына алып, яңыртып, төрлө сәхнәләрҙән яңғырата, яратып башҡара. Үлемһеҙ йыр булып киткән шиғырҙың тетрәндергес тарихы ла бар.


Шағирә Фәниә Чанышева үҙенең иҫтәлектәрендә былай тип яҙа: “Алкино станцияһы янында яҙыусыларҙың “Аҡлан” тигән ауылы бар. Шунда яҙыусылар күмәкләшеп йәшәне, ижад итте. Беҙ әҙибәнең ғаиләһе менән утыҙ йылдан ашыу аралашып көн күрҙек “Аҡлан”да. Ғәзиз ағай йорто эргәһенә миләш ултыртты. Ул тиҙ үк үҫеп китте, көҙөн ялҡын һымаҡ ҡыҙыл емештәре менән балҡып ултырыр ине. Ғәзиз ағай вафат булғас, Зәйнәб апай бик болоҡһоно, тап шул саҡта ул “Миләш” шиғырын яҙҙы. Ул моңһоуланып был шиғырҙы беҙгә уҡыр ине...”.


Әҙибә “Аҡлан”да яҙыусылар Яңыбай Хамматов, Әнғәм Атнабаевтарға күрше булған. Яңыбай Хамматовтың ҡыҙы Гүзәл апайҙың шәхси фотоархивында ҡасандыр яҡташыбыҙ йәшәгән, илһамланып ижад иткән йорто, үлемһеҙ йыр биргән миләш ағасы төшөрөлгән фото ла һаҡлана (һүрәттә). “Атайым менән Зәйнәб апай оҙаҡ-оҙаҡ ижад тураһында һөйләшеп ултыра торғайнылар. “Миләш” йырын беренсе тапҡыр ишеткәс, Ғәзиз ағайҙы иҫкә төшөрөп иланым. Йырҙың һүҙҙәрен шунда уҡ ятлап алғайным. Ҡайһы саҡта күңелем тулып, атайымды юҡһынғанда йырлайым...


Миләш ағасы бөйөк яҙыусының ижад емеше һымаҡ һәр осорҙа ла матур, һәр осорҙа ла йәмле, йәнле: яҙ көндәрендә ап-аҡ сәскәгә төрөнә, йәй буйына тирә - яҡты йәмләп ултыра, суҡланып тәлгәшләнә, ә көҙ еткәс, ҡып-ҡыҙыл емеш бирә...”-ти Гүзәл Яңыбай ҡыҙы.
Читайте нас: