Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
12 Сентябрь 2019, 17:30

Шашка аҡыл һәм фекерләү һәләтен үҫтерә

Тап ана шул проект сиктәрендә, хәтерегеҙҙәлер әле, июль урталарында районға халыҡ-ара шашка буйынса 6 тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина, вице-чемпион Айгөл Иҙрисова, 2017 йылда ҡыҙҙар араһында үткән донъя чемпионатының абсолют чемпионы Кристина Осипова, РФ һәм БР йыйылма йәштәр командалары спортсмендары, тренерҙар – Александр Мельников менән Рөстәм Шәйәхмәтовтар килгәйне. Улар районда тәрән аҡыл талап итеүсе уйын менән мауығыусы йәштәр һәм өлкән активистар менән осрашты, уларға мастер-класс күрһәтте, бәйгеләр үткәреп алды. Был спорт төрөн яҡын күргән ҡайһы берәүҙәр билдәле спортсмендар ҡулынан иҫтәлекле бүләктәр алыу бәхетенә иреште. Бикбулаттарға ла тейҙе был бәхет. Хөрмәтле ҡунаҡтар йәш быуынды шашка уйынына йәлеп итеүгә тос өлөш индереүсе китапханасы Гөлнәзирә Кинйәбаеваға, йәғни ауыл китапханаһына 20 шашка комплекты һәм шашка буйынса мәктәптәргә нигеҙ һалыусы Юрий Черток, Евграф Зубоктың китап-дәреслектәрен бүләк итте.

Белеүебеҙсә, “Башҡортостан үҙәк шашка клубы” спорт һәм физик культура автоном ойошмаһы партнеры – “Рәсәй шашкалар федерацияһы” Бөтә Рәсәй йәмәғәтселеге ойошмаһының БР төбәк бүлеге менән берлектә “Ауыл ерендә пенсия йәшендәге һәм пенсияға тиклемге йәштәгеләр араһында шашка спортын үҫтереү” проекты өҫтөндә әүҙем эш алып бара. Был проект иһә “Әүҙем быуын” социаль проекттар конкурсы сиктәрендә Елена Һәм Геннадий Тимченколарҙың хәйриә фонды ярҙамында бойомға ашырыла.

Тап ана шул проект сиктәрендә, хәтерегеҙҙәлер әле, июль урталарында районға халыҡ-ара шашка буйынса 6 тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина, вице-чемпион Айгөл Иҙрисова, 2017 йылда ҡыҙҙар араһында үткән донъя чемпионатының абсолют чемпионы Кристина Осипова, РФ һәм БР йыйылма йәштәр командалары спортсмендары, тренерҙар – Александр Мельников менән Рөстәм Шәйәхмәтовтар килгәйне. Улар районда тәрән аҡыл талап итеүсе уйын менән мауығыусы йәштәр һәм өлкән активистар менән осрашты, уларға мастер-класс күрһәтте, бәйгеләр үткәреп алды.

Был спорт төрөн яҡын күргән ҡайһы берәүҙәр билдәле спортсмендар ҡулынан иҫтәлекле бүләктәр алыу бәхетенә иреште. Бикбулаттарға ла тейҙе был бәхет. Хөрмәтле ҡунаҡтар йәш быуынды шашка уйынына йәлеп итеүгә тос өлөш индереүсе китапханасы Гөлнәзирә Кинйәбаеваға, йәғни ауыл китапханаһына 20 шашка комплекты һәм шашка буйынса мәктәптәргә нигеҙ һалыусы Юрий Черток, Евграф Зубоктың китап-дәреслектәрен бүләк итте.

- Китапханаға йөрөгән балалар, өлкәндәр ҡыҙыҡһынып уйнаһа ла кәрәк, бәйге ойошторһаң да, шашкалар етмәй, тип, китапханаға 10-15 комплект шашка һатып алыу ниәте менән район үҙәгендә йөрөгән сағым ине. Алам тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына тигән кеүек булды, Тамара Танһыҡҡужина кеүек билдәле шәхестәргә тап килеп, уйламаған ерҙән шашкалы булып ҡалдыҡ, - ти Гөлнәзирә Ғилметдин ҡыҙы.

Нәҡ кәрәкле эйәһенә генә тап булғандар шул! Бикбулат ауылы китапханаһында шашка, шахмат буйынса бәйгеләр йылына кәмендә 4 тапҡыр үтә торғайны, ҡиммәтле бүләктәргә эйә булғас, хәҙер теләге булған пенсия йәшендәге өлкәндәр өсөн дә бындай бәйгеләрҙе йышыраҡ үткәрергә ниәтләй үҙе лә был спорт төрөндә иркен йөҙгән һәм район кимәлендә шашка, шахмат уйындарында даими еңеү яулаған китапханасы. Хатта йәмле йәйҙәрҙә китапханаға эҙен һыуытмайса, шашка турнирҙарында әүҙем ҡатнашҡан Нәзилә Аҡназарова, Линар Фәттахов, Айсар һәм Алмас Тимербаевтар, Әлиә Кинйәбаева, Уралия, Розалия һәм Алһыу Тимербаевалар, Камила менән Илнар Зәйнуллиндар кеүек йәш быуын шашкасылары ла, бәлки, киләсәктә үҙҙәрен был тәңгәлдә алмаштырғыһыҙ оҫта итеп танытырҙар әле. Өҫтәүенә биш көнлөк уҡыуға күскәс, шашка һәм шахмат уйындарына әүәҫтәр өсөн яңы мөмкинлектәр асылды.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Читайте нас: