Мораҙым
0 °С
Облачно
МӘҘӘНИӘТ
4 Сентября 2019, 15:41

Рәмил ЙӘНБӘК. Хәбәр көтәм

Рәмил ЙӘНБӘК Хәбәр көтәм Шат сағыңда хәбәр ебәр миңә, Шат булыуҙар һиңә килешә. Телефоның оҙаҡ өндәшмәһә, Мин хафаға төшәм, бирешәм. Ауыр саҡта миңә шылтыратсы, Уртаҡ булһын әрнеү, ғазаптар. Йыраҡтарҙан һиңә иң ҡуярмын – Үкенестәр ҡалмаҫ аҙаҡтан. Һағынғаның һайын хәбәр юлла, Мин тойормон һинең һөйөүҙе, Ниҙәр һиңә тынғы бирмәгәнен, Һинең ниңә янып көйөүҙе. Һин борсолма, минең тарафтарҙан Шылтырау йә хәбәр булмаһа; Кискә ҡаршы дауыл-фәлән ҡубып, Ул таңын да әгәр тынмаһа – Түҙә алмай һине һағыныуға, Түҙә алмай эске ялҡынға, Һинең янға, тиеп, юлға сығам: Көҙгө рашҡы, ҡышҡы һалҡында. Юлға сығам яҙғы юлһыҙ мәлдә, Юлда булам йәйге селләлә. Тик көт мине, иркәм, һағынып көт, Йөрәк йылың ғына йәлләмә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Шат сағыңда хәбәр ебәр миңә,

Шат булыуҙар һиңә килешә.

Телефоның оҙаҡ өндәшмәһә,

Мин хафаға төшәм, бирешәм.


Ауыр саҡта миңә шылтыратсы,

Уртаҡ булһын әрнеү, ғазаптар.

Йыраҡтарҙан һиңә иң ҡуярмын –

Үкенестәр ҡалмаҫ аҙаҡтан.


Һағынғаның һайын хәбәр юлла,

Мин тойормон һинең һөйөүҙе,

Ниҙәр һиңә тынғы бирмәгәнен,

Һинең ниңә янып көйөүҙе.


Һин борсолма, минең тарафтарҙан

Шылтырау йә хәбәр булмаһа;

Кискә ҡаршы дауыл-фәлән ҡубып,

Ул таңын да әгәр тынмаһа –


Түҙә алмай һине һағыныуға,

Түҙә алмай эске ялҡынға,

Һинең янға, тиеп, юлға сығам:

Көҙгө рашҡы, ҡышҡы һалҡында.


Юлға сығам яҙғы юлһыҙ мәлдә,

Юлда булам йәйге селләлә.

Тик көт мине, иркәм, һағынып көт,

Йөрәк йылың ғына йәлләмә.
Читайте нас