Мораҙым
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
3 Сентябрь 2019, 10:14

Йыйылдыҡ әле кисәгә...

Сараны үткәреү ваҡыты салт аяҙ көнгә тура килеү сәбәпле, ул мәлдә ямғыр циклоны башланмағайны, бер аҙ хафалана төштөк. Ауыл кешеһенең эше бөтә буламы? Етеңкерәмәй ҡалған бесәнен хәстәрләһенме, ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләһенме, кемелер – көтөүҙә... Әммә, борсолоуҙар бушҡа булған икән дә. Ауылдашыбыҙ Гөлшат Абдрахманова ойошторған “Йәшлек менән осрашыу” тип исемләнгән кисәгә халыҡ апаруҡ ҡына йыйылды.

Сараны үткәреү ваҡыты салт аяҙ көнгә тура килеү сәбәпле, ул мәлдә ямғыр циклоны башланмағайны, бер аҙ хафалана төштөк. Ауыл кешеһенең эше бөтә буламы? Етеңкерәмәй ҡалған бесәнен хәстәрләһенме, ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләһенме, кемелер – көтөүҙә...

Әммә, борсолоуҙар бушҡа булған икән дә. Ауылдашыбыҙ Гөлшат Абдрахманова ойошторған “Йәшлек менән осрашыу” тип исемләнгән кисәгә халыҡ апаруҡ ҡына йыйылды. Байрам башланғансы, тамашасы ҡул эштәренән төҙөлгән күргәҙмәләр менән танышты, белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә тигәндәй, оҫталар мастер-класс күрһәтте. Мәрзиә еңгәнең ҡыҙҙары Гөлшат, Гөлназ, Эльвина ҡул эшенә бик маһир булып сыҡты: светильниктар, бисер менән нағышланған таҡыя, ырғаҡ менән бәйләнгән ултырғыс япмаларының ниндәйе генә юҡ! Әлфиә Кинйәбаева, Рима Айытҡолова, Алһыу Айытҡужиналар бәйләгән жилет, косынкаларға бөтә күңел йылыһы һалынғаны күҙгә ташланып тора.

Байрам кисәһе ауылыбыҙҙың ғорурлығы, хәҙер инде бихисап шиғырҙары, ун йыр авторы Зөлфиә Әлимғолованың йәшлек, тыуған ауыл тураһында шиғырҙары менән үрелеп барҙы. Ул үҙе лә сәхнәнән ҡайһы бер шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, мәҙәниәт усағына китабын бүләк итте. Таныш автор һүҙҙәренә яҙылған йәшлек тураһында йырҙы Рима Фәйезова башҡарҙы. Эльвира Абдрахманова, Илсур Айытҡоловтың (етәкселәре Илүзә һәм Илгиз Ниғәмәтуллиндар) дәртле бейеүҙәре менән кисәне йәмләне.

Ғайфулла ағай Хәкимов йәшлектә өҙҙөргән йырҙарын йырлап ишеттерҙе, оҫта алып барыусы Гөлшат Абдрахманова залда ултырыусыларға тик кенә ултырырға ирек бирмәне – төрлө уйындар уйнатты, йырлатты һәм бейетте. Уйындар барышында Әлфиә Кинйәбаева, Миңзәлә Хәкимова, Хвалындан ҡунаҡҡа килеүсе Әлфиә Сөләймәнова йәшлек йылдарының ҡыҙыҡлы хәлдәрен иҫләп үттеләр.

Күркәм сара күмәк бейеү, кисәне ойоштороусылар адресына йылы рәхмәт һүҙҙәре менән тамамланды. Бер осрашып күрешеүҙәр, йырлап-бейеп күңел асыуҙар – үҙе бер ғүмер шул!

Резеда Айытҡужина,

Төпсән ауылы

Читайте нас: