5 сентябрҙә баш ҡалала Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең Мәҙәниәт һарайы алдында музыкаль опен-эйр була. Абруйлы ҡунаҡ – Рәсәй эстрадаһы йондоҙо Валерий Меладзе. Танылған йырсы Өфө тамашасыларына үҙенең хиттарын бүләк итә.
Акцияла республиканың билдәле коллективтары ҡатнаша, улар араһында – «Арғымаҡ» һәм «Премьер». Концерт Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын билдәләү сиктәрендә уҙа.
Сараны ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте.
Киске сәғәт 8-ҙә башлана.