Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
12 Август 2019, 14:26

Радик Юлъяҡшин бөрйәндәрҙе талаштырҙы

Радик Юлъяҡшин бөрйәндәрҙе талаштырҙы Эй, был Радик Юлъяҡшин! Тамам халыҡты аптырата бит. Тәүҙә Бөрйәндәге концертына тиҫтәнән артыҡ һаҡсы менән килгән тип зыҡ ҡуптылар. Әле социаль селтәрҙәрҙә ошо концерт хаҡында бәхәс ҡупты.

Эй, был Радик Юлъяҡшин! Тамам халыҡты аптырата бит. Тәүҙә Бөрйәндәге концертына тиҫтәнән артыҡ һаҡсы менән килгән тип зыҡ ҡуптылар. Әле социаль селтәрҙәрҙә ошо концерт хаҡында бәхәс ҡупты, тип яҙа БАШҠОРТОСТАН.

Мәҫәлән, "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге Бөрйән районы төркөмөндә концертҡа халыҡты күберәк килтереү өсөн ауыл клубтарын бикләп ҡуйғандар тип яҙғандар. "Сәләм. Минең бер үҙемә генә шулай тойоламы? Элвин Грей килер алдынан ике аҙна буйы ауыл клубтарында дискотека үткәрмәнеләр. Ҡайһы ауылға барма, клубтар гел бикле. Клуб хеҙмәткәрҙәре, әллә һеҙгә тансы-мансы үткәрмәҫкә, концертҡа кеше күп килһен тигән фарман булдымы?" - тип яҙған берәү. "Шул тиклем аҡсаға билет алып кем килһен? Элекке замандағы кеүек мәғәнәле йырҙар булһа бер хәл..." - тип яуаплаған уға икенсеһе.Фекерҙәр төрлөсә. Берәүҙәре йырсыны яҡлай, клуб хеҙмәткәрҙәре лә яуапһыҙ ҡалмаған. "Һеҙгә танцы булды ни, булманы ни, элекке кеүек йәштәр клубта бейемәй хәҙер. Беҙҙә клуб асыҡ тора, эстә иң күбе өс-дүрт кеше, ҡалғандар машинала музыка аҡырта. Үҙегеҙ урамда йөрөр булғас, нимәгә һеҙгә клубтың асыҡ булыуы?" - тип яуап биргән клуб хеҙмәткәре Рәзилә.

Был Элвин Грей тағы ниндәй бәхәс сығарыр икән?!


Автор: Венер ИСХАҠОВ


Читайте нас: