Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
12 Август 2019, 19:19

Бөгөн Башҡортостан халҡы Фәниә Шевчукты һуңғы юлға оҙатты

Бөгөн Башҡортостан халҡы Фәниә Шевчукты һуңғы юлға оҙатты Бөгөн йәмәғәтселек билдәле рок йырсыһы, музыкант Юрий Шевчуктың әсәһе Фәниә Әкрәм ҡыҙын һуңғы юлға оҙатты. Хушлашыу Өфөнөң Спас сиркәүендә үтте. Әсәһе менән хушлашыуға Юрий Шевчук та ҡайтты.

Бөгөн йәмәғәтселек билдәле рок йырсыһы, музыкант Юрий Шевчуктың әсәһе Фәниә Әкрәм ҡыҙын һуңғы юлға оҙатты. Хушлашыу Өфөнөң Спас сиркәүендә үтте. Әсәһе менән хушлашыуға Юрий Шевчук та ҡайтты.

Данлыҡлы яҡташыбыҙ Юрий Юлиан улының әсәһе Фәниә Әкрәм ҡыҙы үҙе лә бик ижади шәхес була, оҙайлы йылдар Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетында эшләй, картиналар төшөрә. 2015 йылда ҡылҡәләм оҫтаһының күргәҙмәһе лә үтә, уны тап улы ойошторған ине.
Ысынлап та, Юрий Шевчук ата-әсәһе менән бик йылы мөнәсәбәттә була, һәр ваҡыт шылтыратып хәлен белешә. Тап яҡындары рок йондоҙон тыуған яғы менән бәйләп тора. Фәниә Әкрәм ҡыҙының ғүмере 95 йәшендә өҙөлдө, ул Өфөнөң көньяҡ зыяратында ерләнде.

Автор: Рәмзиә Кәримова.
Читайте нас: