Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Август 2019, 19:24

ЕҢГӘМ

Еңгәм (хикәйә)Көтөү ҡайтып, эш-көштәр бөткәс, көндөҙ йыйып ултыртҡан алмамды күтәреп еңгәмә киттем. Ихатаһына барып ингәс, ни эшләптер ишеген шаҡырға ҡыймай, байтаҡ ҡына тупһаһында тапанып бер булдым. Әллә ҡалай шомло тойолдо донъяһы, бығаса һәр ете тәҙрәһендә уйнаған ут һүнгән дә, төпкө бүлмәһендә бөләңгерт кенә булып янып тора. Тәҙрә аша шунда мәж килгән еңгәмдең шәүләһен күреп ҡалам. Ул әле бер, әле икенсе бүлмәһенә инеп, иркен өйөн бер итеп йөрөп ята.

Көтөү ҡайтып, эш-көштәр бөткәс, көндөҙ йыйып ултыртҡан алмамды күтәреп еңгәмә киттем. Ихатаһына барып ингәс, ни эшләптер ишеген шаҡырға ҡыймай, байтаҡ ҡына тупһаһында тапанып бер булдым. Әллә ҡалай шомло тойолдо донъяһы, бығаса һәр ете тәҙрәһендә уйнаған ут һүнгән дә, төпкө бүлмәһендә бөләңгерт кенә булып янып тора. Тәҙрә аша шунда мәж килгән еңгәмдең шәүләһен күреп ҡалам. Ул әле бер, әле икенсе бүлмәһенә инеп, иркен өйөн бер итеп йөрөп ята. Ҡойма аша баҡсаһына һикереп төшөп, ҡорғаны тартылып бөтмәгән тәҙрә төбөнә барып баҫам. Эсемде ниндәйҙер аңлайышһыҙ, бығаса таныш булмаған тойғо телә. Үҙемдең шымсы ише боҫоп тороуымдан да уңайһыҙ. Бығаса һис шикләнеүһеҙ асып ингән ишектең тотҡаһына үрелгәс, уны ҡыйыуһыҙ ғына тартып ҡарайым. Эстәге келә, һаҡта ятҡан көсөк ише шыңшып ҡуя.

Алмалы биҙрәмде инде тупһала ҡалдырып ҡапҡаға табан йүнәлгәндә генә, еңгәмдең: “Килдеңме?” тигәне туҡтата. Был һорауы ла үҙемә әллә ҡалай сәйер ишетелә. Ул, солан утының яҡтыһына күҙе сағылып, ҡараңғы ихатаһын байҡап алан-йолан ҡарана ла, ашығып атлап мин торған яҡҡа ыңғайлай.

- Килдеңме? –Билдәһеҙлеккә төбәлгән был һорауын күңелем менән ҡабул итмәйем, ул миңә түгел, икенсе берәүгә төбәлгәндәй. Тораташтай ҡатып торған еремдән:

- Ең…гә, - тим тотлоғоп ҡына, - кемгә әйтәң ул?

Ул минең тауыштан тертләп китә лә, йыртҡыстан өрккән ҡоралайҙай, ауыр кәүҙәһен еңел һелтәп, ситкә ырғый. Был ҡыланышы мине лә һиҫкәндереп ебәреп ҡапҡа бағанаһына һемәштереп ҡуя. Байтаҡ шулай бәрей күреп ҡобараһы осҡан кешеләй ҡатып торам да, бар асыуымды йыйып, йәнем көйөп ҡысҡырып ебәрәм:

- Ниш-шәйең ул, еңгә?!

Был һорау уны ысынбарлыҡҡа ҡайтара булһа кәрәк, ҡатып торған еренән йәһәт ҡубып ишегенә табан юллана. Әйҙәләмәһә лә, артынан эйәрәм. Өйгә инеп етер-етмәҫтән, ҙур енәйәт өҫтөндә тотолған кешеләй аҡланып, хәбәремде теҙәм:

- Алма килтергәйнем, - тим. – Һыйырыңа. Шуны ашаниһә һөтө тәмле була, тиең бит.

Үҙем ялҡау янған ут яҡтыһында еңгәнең төҫ- ҡиәфәтен күҙәтәм. Ул иһә мине бар тип тә белмәй, ишек төбөндәге көҙгөһө алдында бөтөрөлә. Өҫтөнә түше сигеүле матур күлдәген кейеп алған, кеше араһына сыҡҡанда, ҡунаҡ-маҙарға ғына таҡҡан эре ташлы мәрйенен таҡҡан.

- Ағайым нисек икән?

Айға яҡын балниста ятҡан ағайҙың хәлен белешеүҙән бигерәк, йәш елкенсәк ише көҙгө алдында борғосланған еңгәмә сирле булһа ла ире барлығын иҫенә төшөрмәк булам.

- Бер көй, - ти ул артыҡ иҫе китмәй генә. Уның шул бошмаҫлығы сығырымдан сығара.

Түрбаштағы диванына барып һеңәм дә, онотолоп китеп уның бығаса таныш булмаған серле булмышына тексәйәм. Мин атлы ҡунаҡ ише иркенәйгән һайын ул нығыраҡ өтәләнә, үҙе ҡорғаны асыҡ тәҙрәһенән айырыла алмай.

- Минлегөл ҡунаҡҡа өндәшкәйне, - ти ул һаман шул тәҙрәнән күҙен алмай ғына, - кермәйем тиһәм, ай-вайға ҡуймай ныҡышасы.

- Ҡунаҡ? – тип аптырайым . – Ошо ваҡыттамы?

- Ҡуй инде. Ҡунаҡ ҡайғыһылыр. Ағаң сирләгәндә.

Уның был һүҙенән байтаҡ йомшай төшәм. Ағайым дауаханаға кергәне бирле яңғыҙ донъя көткән еңгәне йәлләп китәм дә, ни күрә инде ул ошо ауылда, тип уйлайым. Таңдан тороп һыйыр елененә йәбешеүҙән, тиҙәк ҡырып һарай таҙартыуҙан, ерҙә соҡоноуҙан, беренән-бере ваҡ балалар ҡарауҙан, кистәрен күҙ бетләтеп лампа яҡтыһында нәски- ыштан ямауҙан башҡа ни күрә ул? Унан да бигерәк ғүмере буйы үҙен ус төбөндә бейетеп тотҡан яндырай, ғауғасыл ағайыма ярап йәшәүҙән башҡа?

Һәр эшенән ғәйеп табып, бешергәнен мөрхәтһенмәй кәстрүле-ние менән этенә сығарып атып, йыуып элгән керҙәрен бауынан һелкеп төшөрөп өсәр-бишәр ҡат сайҡаттырып йонсотҡан ен шикелле иргә түҙеп йәшәгән еңгәм йәл булып китә.

- Бар һуң, - тим уның күкрәген ҡаплап төшөп торған толомдарынан һыйпап. – Теге “ен” юҡта йөрөп ҡал.

Был һүҙҙәрҙән ул тағы ла йәнләнә төшә. Үҙе һаман ҡайырылып тышты күҙәтә.

- Миңлегөл дә шай, ти . Ирең юҡта йөрөп ҡал, ти . Ағаң йөрөтмәй бит. Ҡунаҡ тиһәң, ене ҡубырға тора.

Эйе, эйе, тип ризалашам да, биҙрәмде бушатып алып ҡайтырға сығам. Ҡайтып ятҡас йоҡо алмай байтаҡ уйланып ятам. Уйҙарым күберәк әлеге шул еңгәм тирәләй әйләнә. Әллә ҡалай ине бөгөн үҙе. Һис ҡасан булмағандай серле, сәйер ине. Матурлыҡҡа ғына кейә торған күлдәген кейеп алған, гелән яулыҡ аҫтында йәшереп тотҡан сәстәрен ике сатҡа үреп төшөргән. Ғүмерҙә ҡыланмағанды йәш ҡыҙҙар ише көҙгө алдында бөтөрөлә, арҡаһын турайтып, түштәрен ҡалҡытып баҫа ла, үҙен тәү күргәндәй, көҙгөлә сағылған һынына һоҡланып ҡарап тора. Күбәләй кәүҙәһен йәтеш кенә итеп борғослап та ала.

Был сәйер хәлдәрҙең осона сығып, төбөнә төшмәк булып:

- Әсәй, - тим күрше карауатта бышлығып йоҡлап ятҡан әсәйгә. – Миңлегөл еңгә ҡунаҡ йыйғанмы ни ул?

Уяу йоҡоло әсәй, минең тауышҡа ҡото осоп ырғып тора ла, орошорға тотона:

- Ниндәй ҡунаҡ йыйһын? Миңлегөлдөң ҡыҙына киткәненә айҙан ашты…

Төндө йоҡоло-уяу, аңҡы-тиңке үткәрәм дә, таң менән еңгәмә йүгерәм. Ул йырлай-көйләй иҙән йыуып ята, ҡай арала ялпылдатып керҙәрен дә йыуып элгән.

- Кисә килтергән алмаңдан бәлеш һалдым әле, - ти ул мине күреү менән. – Малға әрәм итеп ни аны. Сәй эсербеҙ, бикәс.

Был һүҙе тағы хайран ҡалдыра. Бығаса алманы биҙрәһе-ние менән һыйыры алдына ултырта ла ҡуя торғайны бит, бөгөн бәлеш бешергән. Йыуған иҙәнен тапап ишекле-түрле сабышҡан малайҙарына ла әллә ни иҫе китмәй үҙенең. Башҡа саҡта арттарынан еүеш сепрәге менән һыҙырып ҡала торғайны. Улары ла әсәләренең йыуашлығынан файҙаланып артыҡ иркенләп киткәндәр, өй менән ихатаны бер итеп ҡоторошалар.

- Миңлегөл… - мин ауыҙымды асып та өлгөрмәйем, еңгә күршеһенең ҡунағын маҡтарға керешеп китә. Бешермәгән нәмәһе, ултыртмаған ризығы ҡалмаған, тип тәтелдәй. Таңға саҡлы ултырғанбыҙ ҙа ҡуйғанбыҙ, ти ул, үҙе ауыҙын да йыйып ала алмай, бәхетле йылмайып, ихатаһында әле бер, әле икенсе эше менән булыша.

- Ағам нисек икән? - тим йәнә, тумалаҡ кәүҙәһен еңел йөҙҙөрөп янымдан тегеләй-былай үтеп-һүткән еңгәмә ире барлығын иҫенә төшөрөргә теләп.

- Бер көй, - ти ул иҫе китмәй генә, ғишҡы ҡубып, һөйгәнен күҙләгән ҡыҙҙар ише сәй яһаған арала ғына ла урамға ҡараған тәҙрәһенә ҡапланып.

Ағайһыҙ өйҙә эскән сәйем дә тәмле түгел, саптырышып уйнаған туғандарым да, еңгәм дә нисектер ят кеүек тойолоп, эсем өҙөлөп бер була.

Өйгә ҡайтҡас еңгәмдең сәйер ҡыланыштары хаҡында әсәйгә һүҙ тишәм.

- Ирһеҙ ирәйгән инде, - ти әсәй асыуланып. Мин иһә еңгәмде яҡын күргәнлектән, бар ғәйепте юҡтан тауыш сығарып, ҡатынын кәмһетеп йәшәгән ағайымдан эҙләйем. Ире юҡта, тауыш-ғауғаһыҙ донъяла рәхәтләнеп, иркенләп йәшәп ҡалайым, ти инде, тип фаразлайым. Шуға кәйефе лә яҡшылыр. Гел ағайымдан ҡурҡып, шуның күҙенә генә ҡарап, алдында ҡалтырап торған еңгәмде йәлләп китәм. Өйләнешкәндәренән бирле шулар араһында, ике ут араһында йүгергәндәй сабып йөрөүем иҫкә төшөп эсемде бошора. Ҡатынын урамдағы бағананан да көнләп, күрше-тирәһенән ҡыҙғанып йонсотҡан ағайыма асыуым ҡайнай. Ҡурсаҡ кеүек ҡатыны булһа бер хәл! Осаһын уңлы-һуллы һелтәп, күбәләй кәүҙәһен урынынан саҡ күсереп йөрөгән еңгәм инде шул, тип уйлайым, үҙен күпме генә яратһам да, асыуым килеп китеп. Ә егет сағында ниндәй генә ҡыҙҙары булманы үҙенең! Нимәһенә иҫе киткәндер, утыҙы тулып уҙғас ошоһон етәкләп ҡайтты.

Көмөш ҡалаҡҡа ғына һалып йотмалы ағайымды ошо һәпрәрәк еңгәмдән ҡыҙғанып төндәр буйы мендәр һыулап илап ятҡаным хәтерҙә.

Былай ҙа ут кеше, беҙҙән китеп, башҡа сығып алғас, оторо яндырайланып китте үҙе. Ауыҙына саҡ ҡына эләкһә, төн уртаһы тип тормай бисәһен урамға һепереп сығара ла, уныһы өйҙә ни кейеп йөрөһә, шул кейемдә аръяҡта йәшәгән беҙгә йүгереп килә. Ҡыш өҫтөнән эске күлдәктә, ялан аяҡ килеп ингән саҡтары ла булды. Тегеһе уның һайын иҫәрләнә генә. Бер барып инһәм, еңгәнең бөтә кейемен, кәрәк-ярағын ихатаһына сығарып өйгән дә, ут төртөп ебәргән. Әлеге шул сигеүле күлдәген генә алып ҡалып өлгөрҙөм.

- Иҫәр бит ул, - тим әсәйгә уйҙарымдан айырылып. – Былтыр мунса тупһаһы йыуып йөрөгән еңгәмдең тимер тасын һөйрәп алып башына ҡапланы. Ишек алды зыр ҡан булғайны шунда. Еңгәм бахыр башын баҫып илап тик ятты. Нисек үлмәй ҡалды икән? Теге юлы, тим, бесәндә, үлтерәм дә ҡуям, тип һәнәген туп-тура уға ырғытҡанында ла ярай ялтанып өлгөрҙө. Тейгән булһа үлер ҙә ҡуйыр ине инде. Шунда күп илауҙан һушынан яҙып барған еңгәмде Миңлегөл еңгәнең Ишмораты машинаһына һалып апҡайтып киткәйне...

- Әлеге шул Ишморатмы? Ҡәһәрең! - ти әсәй, самауырының һемәгенән шәшкегә һыу ағыуын күҙәтеп ултырған еренән ырғып тороп. - Тәки дөрөҫ бит әй кеше һүҙе!

Уның ни хаҡында һөйләгәненә артыҡ иҫем китмәй, үҙ хәбәрем хәбәр:

- Тас менән һуҡҡанда ла шул йүгереп килеп инде ул, еңгәнең башына йүҙе ҡойоп, бинт ураны. Ағам торҙо шунда урынынан да ҡуҙғалмай, аңшайып ҡарап. Алйот! Һыйыр һауып ултырғанында сыбыртҡы менән арҡаһын ҡайыҙлағанда ла шул күреп яҡлашты, анау саҡ баҡсала ҡойма тотоп йөрөгәндәрендә, осло кәртәләү тотоп еңгәмә ташланғанында ла ярай Ишморат ағай булды. Ул ҡоторған үгеҙгә минең генә көс етмәҫ ине ул…

Янымда бер нөктәгә текләп өнһөҙултырған әсәйҙең баяғы һүҙе иҫкә төшөп китә. «Ниндәй кеше һүҙе икән ул?» - тип аптырайым.

Керпектәрен өҫтәлдәге эскәтергә ҡаҙап тып-тын ултырған әсәй, уйҙарымды уҡығандай әйтеп һала:

- Йөрөй тиҙәр бит еңгәңде. Шул Ишморат менән. -Ишеткәндәремдән шаңғып ҡалам да, тамаҡҡа килеп тығылған төйөрҙө йотоп ебәрә алмай аҙапланам. Нисек инде, тип шаҡ ҡатам, ул ут күршеһе менән йөрөһөн? Улар бит Миңлегөл еңгә менән араларына һыу үткеһеҙ булып ҡатнашалар. Бер туғандар кеүек. Шырпы - тоҙо, икмәге бөтһә лә шунда йүгерә еңгәм, сүпрә, ойомосон да унан таба. Һәләк рәхәт ошо Миңлегөл йомошҡа, үҙенә ҡалмаһа ҡалмай, һис ҡасан буш ҡул бороп сығармай инде, тип маҡтай. Ситтән килгән миңә ни, ти, туғанһыҙ ерҙә бауыр баҫыр туғаным кеүек тә ул. Ярай шул бар!

Ағайым төшөрөп алып яуға күтәрелгәндә лә шул енлене Миңлегөл еңгә менән Ишморат ағай ғына тынысландырып ала.

- Шуға туҡмай инде. Ҡыҙғанып. - Әсәй әйткәндәр тамам аңымды томалап билдәһеҙлеккә бырғай. Бығаса еңгәмде яҡлап маташҡан күңелем тулыһынса ағайым яғына күсә һала. Үҙен бер төрлө йәлләп ҡуям да, йәнә еңгәнең туҡмалған саҡтарын, унан бигерәк үҙемдең көн тимәй, төн тимәй, ағам күтәргән шул яуҙар уртаһында ҡайнап йөрөп ыҙа сиккән ваҡыттарымды иҫләп, асыуым килеп китә:

- Йөрөмәҫ ине. Туҡмамаһа!

- Туҡмалмаҫ ине. Йөрөмәһә! - әсәй ҡыҙып тышҡа уҡ сығып китә.

Китсәле, тип шаҡ ҡатам. Булмаҫ та инде!

Үҙемде төрлөсә ышандырырға, дөрөҫөрәге, ишеткәнемә ышанмаҫҡа тырышып ултырғанымда, еңгәнең юғалып торған саҡтары иҫкә төшә. Бер барғанымда, кисләтеп кенә, кеҫәһенә бәйләмен тығып, Миңлегөлгә ултырмаға инәм, тип сығып киткәйне. Ул саҡта ла күршеһе өйҙә юҡ ине. Бәйләгән нәмәһе лә күренмәне үҙенең.

Фермала һыйыр һауғанында төнгө өстәрҙә ҡайтып инеп, бер һыйырым һауҙырмай ыҙаланы, шуның менән айҡаштым, тип илауланы. Колхозда икмәк бешергәнендә һуңлап ҡайтыуын ҡамырым ҡабармай йонсотто, тип аҡланы. Кантур иҙәне йыуғанында ла сей утын оҙаҡ янды ла, мейесте томалай алмай интектем, тиер ине. Гурытҡа китһә, баҙарҙа йөрөп ҡалып автобусҡа һуңланым, тип ыңғырашты. Беҙ иһә быларҙың барыһын да еңгәнең һәпрәлегенә һылтаныҡ.

Әле иһә уны һис икеләнмәй хөкөм итерлек сәбәптәр артҡан һайын, йөрәге ауыртып дауаханала ятҡан ағамды уйлап үҙемдең йөрәгем һыҙа.

Ағай кеше ҡалай булһа ла яҡын була икән ул. Юҡҡа болармаған икән, тим. Белеп ҡоторған. Шул урында күңелем уйлағанды аҡылым ҡабул итмәй йонсота. Ә бәлки, үҙе енле булмаһа, еңгә лә йөрөмәгән булыр ине?

Уйҙарымдан уйылып ултырған еремдән, сыр-сыу килешкән, илашҡан тауыштар ишетеп ҡалып тышҡа атылам.

- Ағаң насар ти бит, бикәс!

Эйәртенешеп урамға сығып сабабыҙ. Әле бер, әле икенсе өйгә һуғылып машина эҙләй торғас, хәлдән тайып туҡтайбыҙ.

- Ҡырғын ҡырғанмы ни! - ти геүләй еңгәм. – Ауылда бер ир заты ҡалмағансы!

- Ишморат тыңлар, - ти әсәй ҡыйынһынып ҡына. – Моғайын да тыңламай ҡалмаҫ.

Башыбыҙҙы эйеп ағамдың әлеге шул күршеһенә килеп йығылабыҙ.Ул ике лә уйлап тормай, машинаһына һикереп менеп ултыра ла, ҡуҙғалып та китә.

Райүҙәккә илткән биш саҡрым ара бик йыраҡ булып тойола. Әсәй ауыҙ эсенән генә доғаларын уҡый, еңгәм тәҙрәгә башын терәгән дә һүҙһеҙ генә илап бара.

Мин иһә донъямды онотоп, машинаһының алдына сығып сабырҙай булып руль артында өҙгөләнгән Ишморат ағайҙы күҙәтәм. Ағайым ише үк күркәм ҡиәфәтле булмаһа ла, ул да төшөп ҡалғандарҙан түгел. Үҙенә генә хас тәрән баҫалҡылығы, ҡояштай алсаҡлығы менән әллә кемдәрҙе арбарлыҡ. Янында машинаның ултырғысына һыймай, бүҫкәрелеп төшөп ултырған еңгәмә ҡарайым да, уны Миңлегөл еңгәнән өҫтөнөрәк иткән сифаттарын эҙләп бер булам…

- Йөрәге буйтым туҙған шул, - ти табип, - һушһыҙ ятҡан иренә ҡапланып һыҡтаған еңгәгә ҡарап. – Йәшәүен йәшәр ул. Һаҡлар кәрәк инде.

- Еңгә,- тим, балнистан сығып ҡапҡа тышында беҙҙе көтөп ултырған Ишморат ағайға табан атлағанда. – Әгәр ағайым үлһә…

- Тәүбә, тиң! Төкөр! – башын баҫып янымда йыуаш атлап килгән еңгәм, үҙен белештермәй ҡысҡырып уҡ ебәрә.

- Әгәр, - тим, - шулай килеп сыҡһа? - үҙем ситкә ҡарап, уға күрһәтмәй генә төкөрөп ҡуям. - Икенсегә кейәүгә сығыр инеңме?

Һорауым яуапһыҙ ҡалып, байтаҡ араны һүҙһеҙ генә үтәбеҙ. Еңгәм ни уйлағандыр, мин иһә уның етемһерәп ҡалған үҙен, балаларын, ирһеҙ ҡалған донъяһын күҙ алдыма килтереп ҡурҡып китәм. Енле булһа ла йәшәһен әле шул ағайым, тип күңелемдән ҡат-ҡат күктәргә ялбарам.

- Юҡ, - ти еңгәм, аралағы көсөргәнеште боҙоп. – Сыҡмаҫ инем!

Ныҡлы итеп, өҙөп әйтһә лә, әйткәненә ышанмай, әлеге шул ҡапҡа тышындағы эскәмйәгә ымлап:

- Ә Ишморат ағайға? – тип һорарға ҡыйыулыҡ табам. Юрый һорайым. Әсәй әйткәндәрҙе, теге серле кисте, еңгәнең шул ваҡыттағы нурлы ҡиәфәтен иҫләп ныҡышам:

- Алдашма! Яратаң да инде шуны?!

Еңгәм күкрәгемә башын терәй ҙә, икәүләп иларға керешәбеҙ. Илайбыҙ ҙа илайбыҙ. Күҙемдән сорлап аҡҡан йәштәрҙе туҡтатыр әмәлем юҡ. Элек ағайыма асыуым килеп, йәнем көйөп илаһам, әле рәнйеп илайым. Үҙемдең кемгә рәнйеүемде генә аңлай алмайым.

- Ағаңды яратам, - ти ул ҡапыл илауынан туҡтап. - Ә был, - эйәге менән эскәмйәгә һеңеп ултырған һынға ымлай, - әрнегән йәнемә дауа ғына ине...

Уның әйткәндәренән рәхәт булып китә, күңелем бөтәйә. Булмышынан бөркөлөп торған наҙ ипкене битемә килеп бәрелә лә, яйлап бөтә тәнем буйлап тарала.

Йәндәребеҙ берләшкәнен шәйләпме, еңгәм үтә яҡын күреп, яратып йөҙөмә баға ла, тотош донъянан йәшерер серен башҡалар ишетеп ҡуймаһын тигәндәй, бышылдап ҡына миңә сисеп һала:

- Тәүге йәр – Хоҙай бүләге, тип юҡҡа әйтмәйҙәр ул, бикәс. Ағайың да миңә күктәр инселәгән иң ҡәҙерле бүләк. Шунан айырылырға яҙмаһын…

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.