Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
25 Июнь 2019, 00:05

Радик Юлъяҡшин йөрөгән ҡыҙы менән ниңә ташлаша?

Радик Юлъяҡшин йөрөгән ҡыҙы менән ниңә ташлаша? “Был ҡыҙ кем һуң?” тигән һорау тыуғандыр күңелегеҙҙә. Ул йырсы менән 2011 йылдың 1 июлендә Башҡортостанда Йәштәр көнөндә танышҡанда, Радик билдәлелек яулап өлгөрмәгән була әле. Тулыраҡ - беҙҙең рәсми сайтта

“Был ҡыҙ кем һуң?” тигән һорау тыуғандыр күңелегеҙҙә. Ул йырсы менән 2011 йылдың 1 июлендә Башҡортостанда Йәштәр көнөндә танышҡанда, Радик билдәлелек яулап өлгөрмәгән була әле.


“Юлъяҡшиндың концерты тамамланғас, барыһы ла автограф алырға китте. Миңә барыбер ине. Ул үҙе миңә телефон һандарын бирҙе. “Концерттан һуң осрашайыҡ”, – тине. Мин уны көтөп торманым, ҡайттым да киттем”, – тип һөйләй Алина Ғәлимова.


Ҡыҙ менән егет өс йылдай дуҫлашып йөрөй. Ун һигеҙ йәше тулғас, Алина Мәскәүгә йәшәргә күсенә.


“Беҙ көн һайын осраша инек. Бер көндө: “Мин һиңә кем?” – тип һораным. “Һин – минең йөрөгән ҡыҙым”, – тине ул. Шунда ғына ысынлап дуҫлашыуыбыҙҙы аңланым”, – ти Алина.


Радик билдәле йырсы булып танылғас, ҡыҙға ҡарата мөнәсәбәте лә үҙгәрә. “Йондоҙлоҡ сире” уға ла ҡағылды. Быны һиҙеүе бер ҙә ауыр булманы, сөнки Радикты мин бер кемгә лә таныш булмаған саҡта уҡ белә инем”, – тип һөйләгән Алина.


Күпмелер ваҡыт үткәс, ҡыҙҙың күңелендә “Беҙгә айырылышырға кәрәктер?” тигән һорау тыуа. “Радик өсөн карьера төҙөү беренсе урынға сыҡты. Ташлашҡым килмәй ине, ләкин башҡа сара ҡалманы. Беҙ айырылышҡанда ул иланы...” – тигән Алина.

Автор: А. ӘХМӘТОВА.

Читайте нас: