Мораҙым
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
10 Июнь 2019, 10:00

Республикала Рәсәй Президенты Владимир Путин грантына ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы ойошторола

19-20 июндә Башҡортостанда «Әй ауазы» төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы ойошторола. Сара Рәсәй Президенты грантына уҙғарыла. Ул башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында уйнау традицияларын һаҡлауға, тергеҙеүгә һәм артабан үҫтереүгә, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлауға йүнәлтелгән.

19-20 июндә Башҡортостанда «Әй ауазы» төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы ойошторола. Сара Рәсәй Президенты грантына уҙғарыла. Ул башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында уйнау традицияларын һаҡлауға, тергеҙеүгә һәм артабан үҫтереүгә, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлауға йүнәлтелгән.
Конкурс Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышланған. Ижади бәйге, ғәҙәттәгесә, Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында була.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡатнашыуға өзләүселәр, ҡумыҙсылар, шулай уҡ ҡумыҙсылар ансамблдәре саҡырыла. Конкурс ике турҙа, ике йәш категорияһында бара: 16 йәшкәсә һәм 16 йәштән өлкән.
Конкурс барышында жюри ағзалары — күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл ойошторола. Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсының иң оҫта башҡарыусылары, шулай уҡ сара ҡунаҡтары менән тантаналы концерт көтөлә.
Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы — Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә әһәмиәтле сараларҙың береһе. Төрлө йылдарҙа конкурс Саха (Яҡут), Татарстан, Хакасия республикаларынан, Пермь, Һамар һәм Свердловск өлкәләренән башҡарыусыларҙы йыйҙы.
Ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Мәсетле районы хакимиәте.
Ғаризалар 10 июнгә тиклем ҡабул ителә. Адресы: 452550, Мәсетле районы, Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 19, район мәҙәниәт йорто, e-mail: [email protected], Худякова Лариса, тел. (34770) 2-10-94; 450103, Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева урамы, 17/2, Республика халыҡ ижады үҙәге, e-mail: [email protected], Йыһангирова Элита, тел./факс 8 (347) 289-65-50.

Читайте нас: