Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
29 Май 2019, 16:40

Тамара Ғәниева — Башҡортостандың халыҡ шағиры

Тамара Ғәниева Башҡортостандың 17-се халыҡ шағиры исеменә лайыҡ булды. Бөгөн Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы уға ошо абруйлы исемде тапшырҙы.

ӨФӨ, 2019 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.
Тамара Ғәниева Башҡортостандың 17-се халыҡ шағиры исеменә лайыҡ булды. Бөгөн Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы уға ошо абруйлы исемде тапшырҙы.
Тамара Ғәниева (Ғәниева Тимербикә Әхмәтшәриф ҡыҙы) 1951 йылда Башҡортостандың Көйөргәҙе районында тыуған. Шағир, тәржемәсе һәм драматург. Бик күп шиғри йыйынтыҡтар авторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар берекмәһе ағзаһы. Рәми Ғарипов (1998), Фәтих Кәрим исемендәге (2004), Баязит Бикбай (2013) премияһы лауреаты. Мәхмүт Ҡашғари исемендәге Халыҡ-ара хикәйәләр конкурсы лауреаты (2014). Башҡорт теленә иң яҡшы художестволы тәржемә өсөн «Һүҙҙәрҙе бәйләүсе еп» Бөтә Рәсәй әҙәби премияһы лауреаты (2016).
«Шағирҙың аҡылы, күңеле һәм туған теленән башҡа эш ҡоралы юҡ. Туған телгә иғтибарлы мөнәсәбәтегеҙ өсөн һеҙгә, Радий Фәрит улы, рәхмәтемде еткерәм. Ғүмеремде туған тел ярҙамында һүҙ сәнғәтен булдырыуға арнаным. Туған телебеҙгә, тыуған Башҡортостаныбыҙға һөйөүегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!» — тине Тамара Ғәниева, награданы ҡабул итеп.
Читайте нас: