Мораҙым
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
21 Май 2019, 11:42

Туйөмбәттә – театр яҙы

Туйөмбәт ауылында Театр йылына арналған саралар йыш уҙғарылып тора. Бына йәмле яҙҙа Таңһылыу Хәмиҙуллина етәкселегендә Мәҡсүт ауылы ағинәйҙәре һәм үҙешмәкәр артистары Туйөмбәт ауылы халҡын Мәғәфүр Ғаянов пьесаһы буйынса ҡуйылған “Йолғотдин ҡунаҡҡа ҡайта” спектаклен, Мостай Кәримдең “Айгөл иле” драмаһынан өҙөк ҡуйып ҡыуандырҙы.

Театр – сәнғәттең мөғжизәле бер төрө. Ул кешеләрҙе илата ла, уйландыра ла, көлдөрә лә. Сәхнәгә сығып бәләкәй генә булһа ла роль уйнарға хыялланмаған кеше юҡтыр.

Туйөмбәт ауылында Театр йылына арналған саралар йыш уҙғарылып тора. Бына йәмле яҙҙа Таңһылыу Хәмиҙуллина етәкселегендә Мәҡсүт ауылы ағинәйҙәре һәм үҙешмәкәр артистары Туйөмбәт ауылы халҡын Мәғәфүр Ғаянов пьесаһы буйынса ҡуйылған “Йолғотдин ҡунаҡҡа ҡайта” спектаклен, Мостай Кәримдең “Айгөл иле” драмаһынан өҙөк ҡуйып ҡыуандырҙы. Тамаша матур концерт программаһы менән үрелеп барҙы. Ҡыҙыҡлы таҡмаҡтар, моңло йырҙар, уйландырғыс шиғырҙар, мөнәжәттәр тамашасы күңеленә хуш килде. Был йөкмәткеле сара киләсәк быуынға рухи-әхлаҡи яҡтан тәрбиә биреүе менән әһәмиәтле булды, сөнки ҡунаҡтарыбыҙҙың сығыштарында әлеге ваҡытта актуаль булған тел, тыуған ер, илебеҙ киләсәге тураһында уйланыуҙар, эшһеҙлек мәсьәләләре ярылып ятты.

Шулай уҡ күптән түгел Ерекле ауылы һәүәҫкәрҙәре ауыл халҡына Радик Өмөтҡужиндың “Ҡыҙҙарым-йондоҙҙарым” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль тәҡдим иттеләр. Клуб мөдире Рәзилә Ҡолдәүләтова етәкселегендәге коллектив яңыраҡ ҡына тупланыуына ҡарамаҫтан, тиҙ арала бик етди әҙерләнгәндәр. Спектаклдә ҡатнашырға ауылда ир-егеттәр етешмәү проблемаһын хәл итеүҙе лә тапҡан ереклеләр: ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәрҙең ролен оҫта итеп башҡарҙылар. Гүзәл заттың ниндәй көслө, сабыр холоҡло икәнлегенә тағы ла бер ҡат инандырҙы был спектакль. Спектаклдә быуат афәте булған эскелек, мәңгелек яралар уйған Афған һуғышы проблемалары урын алды.

Сағыу декорациялар, артистарҙың оҫта уйнауы, музыкаль биҙәлеш ауыл халҡының күңеленә үтеп инде. Һәүәҫкәрҙәр профессиональ артистарҙан һис кенә лә ҡалышмай ролдәрен еренә еткереп, үҙҙәрен сәхнәлә иркен тотоп, ихлас күңелдән уйнаны.

Хәҙерге заманда халыҡты мәҙәни усаҡҡа, уйынға йәлеп итеүе бик ауыр. Һәр кем донъя мәшәҡәттәренә бирелгән, йә телевизор, компьютер артында ултырып ҡына теләгән киноһын, йыр-бейеүен ҡарай. Ә шулай ҙа ауылдаштарым араһында күңелдәрендә сәнғәткә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу йөрөткәндәр ҙә байтаҡ ҡына булып сыҡты, бына шуныһы – оло ҡыуаныс! Тамашасылар берсә уйланды, берсә рәхәтләнеп көлдө, оҫта артистарҙы көслө алҡыштарға күмде. Күңелдәренә рухи аҙыҡ алып, ял итеп, күтәренке кәйеф менән өйҙәренә таралышты.

Беҙгә күңелле ял минуттары бүләк иткән күрше ауылы һәүәҫкәрҙәренә артабан да ижади уңыштар, тамашасы тулы залдар, йылы алҡыштар һәм, әлбиттә, ғаилә именлеге насип булһын ине. Театр йылында мөғжизәгә тиң мәҙәни матур мәҙәни саралар алда тағы булыр әле тип өмөтләнәбеҙ.

Гүзәл САФИНА.

Туйөмбәт ауылы.
Читайте нас: