Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
20 Май 2019, 17:06

Тынлы оркестрҙар фестивале уҙҙы

Мораҡ ауылында тынлы оркестрҙарҙың IX төбәк-ара фестивале уҙҙы. Унда республикабыҙҙың көньяҡ райондарында йәшәүсе музыканттар ҡатнашты.

Мораҡ ауылында тынлы оркестрҙарҙың IX төбәк-ара фестивале уҙҙы. Унда республикабыҙҙың көньяҡ райондарында йәшәүсе музыканттар ҡатнашты.

З.Биишева исемендәге ял паркында барлығы 6 тынлы оркестр үҙ концерт программаһы менән сығыш яһаны, шулай уҡ бергәләп 5 музыкаль әҫәр башҡарҙы. Мәләүез ҡала мәҙәниәт йортоноң, Салауат музыка колледжының, Ауырғазы район мәҙәниәт йортоноң, “Алтын торба” тынлы оркестрҙәры менән бергә беҙҙең район таланттары – “Веселые ребята” өлгөлө ансамбле (етәксеһе – Салауат Наҙрғолов) һәм район мәҙәниәт һарайының тынлы оркестры ла (Рәфис Мәүлетҡолов) тамашасыларҙы үҙ сығыштары менән һөйөндөрҙө.

Сара аҙағында Республика халыҡ ижады үҙәгенең Күмертау ҡалаһындағы филиалы мөдире Әлфиә Грязнова барлыҡ коллективтарға дипломдар һәм фестивалдең иҫтәлекле эмблемаһын тапшырҙы. Төбәк смотры штандарты Ейәнсура районың Иҫәнғол ауылына күсте.
Читайте нас: