Мораҙым
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
13 Апрель 2019, 21:16

1 майҙа Сибайҙа Элвин Грей сығыш яһай

Башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙо Радик Юлъяҡшин (сәхнә псевдонимы Элвин Грей) 1 майҙа Сибайҙың үҙәк майҙанында сығыш яһай. Был хаҡта ул «Фейсбук»тағы сәхифәһендә хәбәр итте.

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙо Радик Юлъяҡшин (сәхнә псевдонимы Элвин Грей) 1 майҙа Сибайҙың үҙәк майҙанында сығыш яһай. Был хаҡта ул «Фейсбук»тағы сәхифәһендә хәбәр итте.
«Хөрмәтле сибайҙар! Мин ситтә ҡала алманым һәм ошо ҡыйын хәлдә һеҙҙе һүҙ менән түгел, ә эш менән дәртләндерергә теләйем. 1 майҙа ҡаланың үҙәк майҙанында быуаттарға иҫтә ҡалырлыҡ ҙур концерт ҡуйыбыҙ тураһында хәбәр итеүемә шатмын».
Артист концерттың бушлай икәнен һәм бының бергә йыйылып, ҙур байрам ойоштороу өсөн һәйбәт һылтау булыуын билдәләне.
Уҙған йылдың ноябренән Сибайҙа юғары әҙерлек режимы ғәмәлдә. Файҙаланылмаған баҡыр ятҡылығында мәғдән әселәнеү сәбәпле һауа зарарлы газдар менән бысранды.
Читайте нас: