Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Апрель 2019, 19:23

Тартай һыуын эсеп үҫкәндәр (уймаҡ хикәйәләр)

Беҙ тыуып-үҫкән урам исемдәргә бай. Механизаторҙар, Колхозниктар... Ә халыҡ телендә – Тартай. Тап шуныһы күңелгә нишләптер яҡыныраҡ булды. Ыҡсым ғына урамдың һәр йортонда өсәр, дүртәр, хатта бишәр бала тәрбиәләнде, йәйен дә, ҡышын да урамда бала-саға тауышы шау-гөр килеп торҙо. Бер ғаиләләй иҫ китмәле татыу инек, ара-тирә үсекләшеп, кәзәләребеҙ төкөшөп алды-алыуын, әммә башҡалар өсөн беҙ һәр саҡ берҙәм “Тартай банда”һы булдыҡ. Сәстәргә көмөш төшкән һайын бергә уйнап-үҫкән дуҫтар һағындыра. Башыбыҙҙан кискән хәл-ваҡиғалар йыш ҡына иҫкә төшә: йә көлдөрә, йә тәрән уйға һала. Хәтер янсығында ҡалғандары ҡулға ҡәләм алырға мәжбүр итә.

Беҙ тыуып-үҫкән урам исемдәргә бай. Механизаторҙар, Колхозниктар... Ә халыҡ телендә – Тартай. Тап шуныһы күңелгә нишләптер яҡыныраҡ булды. Ыҡсым ғына урамдың һәр йортонда өсәр, дүртәр, хатта бишәр бала тәрбиәләнде, йәйен дә, ҡышын да урамда бала-саға тауышы шау-гөр килеп торҙо. Бер ғаиләләй иҫ китмәле татыу инек, ара-тирә үсекләшеп, кәзәләребеҙ төкөшөп алды-алыуын, әммә башҡалар өсөн беҙ һәр саҡ берҙәм “Тартай банда”һы булдыҡ.
Сәстәргә көмөш төшкән һайын бергә уйнап-үҫкән дуҫтар һағындыра. Башыбыҙҙан кискән хәл-ваҡиғалар йыш ҡына иҫкә төшә: йә көлдөрә, йә тәрән уйға һала. Хәтер янсығында ҡалғандары ҡулға ҡәләм алырға мәжбүр итә.

“Ялыу иткәндәрҙер инде...”
Элек, бәләкәй саҡта, погонлы форма кейгән кешеләрҙе Аллаһ урынына күрә торғайныҡ. Ул ваҡытта ауыл халҡы кемуҙарҙан бал ҡоя ине бит, тик шуға ҡарамаҫтан, тирә-яҡта эскеселәр булманы, сөнки шул әсегән балды тик өмә үткәрер, бесән-утын әҙерләр өсөн генә тотондолар. Ҙур йөк машинаһының арбаһына тейәлеп бер көтөү милицияның килгәнлеге тураһында һүҙ йәшен тиҙлегендә бар ауылды урап сыға. Аҙаҡ апай-ағайҙарҙың: “Беҙгә инделәр, күпме байлыҡты һалдырып алдылар, кем ялыу итте икән”...- тип һөйләнгәндәре беҙҙең дә, әле танауҙары еп-еүеш ҡыҙ-малайҙарҙың аңына һеңгән, күрәһең.
Шулай, көтөү ҡаршылап, атай-әсәйҙәргә инде кәрәгебеҙ бөткәс, бөтә Тартай балаһы йыйылышып, “тырт” та, “тырт” килешеп һуғыш уйнарға сыҡтыҡ. Ҡулдарҙа – ағастан юнып эшләнгән хас та ысын пистәлиттәр, мылтыҡтар. Ә пулялар ҡалдыҡ-боҫтоҡ электр сымынан килештереп ҡырҡылған, алюминий ғына булһа ла, тәндең ялан еренә килеп тейһә, хас үҙеңде ысын һуғышта яраланған кеүек хис итеп донъяға яр һалаһың. Ул “һалҡын” ҡорал менән мауығыуыбыҙҙы ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа өнәмәй. “Бына милиция бабайҙар күрһә, үҙегеҙҙе ҡулға алырҙар әле”, - тип киҫәтеп кенә торалар, ҡурҡыталар ...Уйындың иң ҡыҙған ғына мәлендә таныш грузовой күренде бит, әй! Һәр ваҡыттағыса тейәлешеп алғандар. Өлкәндәрҙең киҫәткәне нисек, ни рәүешле бер үк секундта һәр ҡайһыбыҙ башына килгәндер. “Беҙҙе ҡулға алалар! Ялыу иткәндә-ә-әр!”- тиешеп, ҡурҡыштан беҙ йәшәгән йорттоң бейек ҡоймаһы аша эскә, муйыллыҡҡа һикергәнде һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Боҫоп, тын алырға ла баҙнат итмәй ултырабыҙ. Ә погонлылар шау-гөр килешеп ырғып төштөләр ҙә, ҡытай ҡаҙҙары кеүек текә баҫып беҙҙең өйгә инеп киттеләр. Уларҙың кире сыҡҡанын күҙәтеп ике сәғәт кенә ултырғанбыҙҙыр әле. Ниһайәт, көтөлмәгән ҡунаҡтар кире тейәлешеп, күҙҙән юғалғас ҡына, беҙ ҙә башты ҡалҡыттыҡ. Әммә ҡулдарға кире пистәлитте тотҡансы, беҙ өйгә разведкаға инеп сыҡтыҡ. Әлбиттә, һорауыбыҙ: “Атай, беҙҙе ялыу иткәндәрме?”- булды. “Кәрәкле кишер япраҡтары!” – тип эй тәгәрәп көлдө атайыбыҙ, баҡтиһәң, закун һаҡсылары араһында яҡын дуҫтары, туғандары бар икән, хәл белергә инеп, һуңғы “сводкалар”ы менән бүлешеп, үпкәләрен йөҙҙөргәнсе сәй эсеп сығып киткәндәр. Беҙҙең урамға уларҙың рейдтары йыш булды, элеккесә өркмәһәк тә, улар алдында ҡысҡырыпшып уйнарға баҙнат итмәнек. Тәртип һаҡлаусылары алдында аҡыллы булып күренгебеҙ килде. Тик таныш йөк машинаһын күргән һайын: “Ялыу иткәндәр, ҡулға алалар!”- тип мәрәкәләп көлөр инек.
Заманалар үҙгәрҙе. Погонлы ағайҙарҙы күреп ҡурҡмай хәҙер бала-саға ла, киреһенсә, йөнтәҫ ҡуллы ағай-атайҙары булған йәштәр үҙҙәрен өркөтөр әле; ағас пистәлиттәрҙе лә магазин кәштәләрендәге ялтыр-йолтор, атыу тауышын сығара торған ҡытайҙыҡылар алмаштырҙы. Тик “ялыу” һүҙе генә бәләкәстән күңелгә ятманы, хәҙер ҙә сит-ят. Уның ҡарауы, шуны белеп-һиҙеп торғандар бының менән оҫта ғына файҙалана. Үәт шуныһы ҡыйын хәл!

Ысын ҡала йорто...
“Һуғыш” ҡына түгел, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Боҙоҡ телефон”, “Айыу-бүре”, “Калейдоскоп” уйындарын, “Әбәк”, “Знамя”ны уйнап тартайҙы ғына түгел, бар ауылды шаулата торғайныҡ. Ҡыҙығы - был уйындарҙа йәш сикләүе юҡ. Яңы тәпәй киткәне лә буталып йөрөй, быйыл мәктәпте тамамларға тейешле ҡыҙ-егеттәр ҙә. “Уйын-ыҙба”ны бигерәк тә яраттыҡ, сөнки яһалма өйҙө матурлап алғас, тәмләп сәй эсәбеҙ, ҡолаҡтарҙы тырпайтып өлкән апай-ағайҙарҙың ҡыҙыҡтарын тыңлайбыҙ.
Ул ваҡытта ни, йорттарҙың иҙәндәрен аллы-гөллө келәмдәр биҙәмәне. Бары тик өләсәй-ҡәрсәйҙәр ҡулдан түңәрәк балаҫтар бәйләп, йәиһә тегеп иҙәнгә түшәй ине. Ә бына урамыбыҙҙа берҙән-бер йортта күҙҙең яуын алырлыҡ ҡып-ҡыҙыл келәм бар. Ул да булһа, әсәләре силсәүиттә эшләгән күрше малайҙарҙың. Иң беренсе һыуытҡыс та улар өйөндә пәйҙә булды... Шулай итеп, сираттағы “Уйын ыҙба” нөктәһе итеп өй алдында һуҙылып ятҡан өс метр оҙонлоҡтағы, эсе иркен торба һайланды. Өҫтәл урынына беҙҙең өйҙән ултырғыс, уйынсыҡ һауыт-һабалар сығып ултырҙы. Тик һаман да “ыҙба”быҙға йәм етмәгәндәй. Силсәүит эшсәненең өлкән улы, минән 5 йәшкә өлкән, апайымдың класташы бер ваҡыт шатлыҡ йомортҡаһын тапҡандай: “Таптым! Әйҙәгеҙ, матур балаҫты килтереп түшәйек, аяҡтарға йомшаҡ булыр!” – тип хәбәр итте. Башҡаларға шул ғына кәрәк! “Әйҙә! Ур-ра!” – тиешеп хупланыҡ. Дизайн буйынса гений күршебеҙ ике-өс малайҙы эйәртеп алып, һә тигәнсе йүгертеп алып та килделәр, ҡып итеп “иҙән”гә йәйеп тә ҡуйҙылар. Матур ҙа матур тиешеп, эй ҡыуаныштыҡ.“Ыҙба”ға яңы келәм менән ҡот өҫтәгән күршебеҙ беҙҙән дә нығыраҡ һөйөндө. “Ысын ҡала йорто булды! Ҡала йорто!” – тип ҡысҡырҙы ҡулдарын сәпәкәйләп. Беҙ ни, ҡала йортон күргән булмаһаҡ та: “Эйе, ысын ҡала йорто!”- тип ҡеүәтләнек. Әлбиттә, аяҡ кейемдәрен сисеп инеп ултырҙыҡ. Йомшаҡ икән! Бындай затлы нәмәне хәстәрләп тороу ҙа кәрәк бит инде – алдағы көндәргә “иҙән” һепереп, балаҫлы “ыҙба”ны таҙалыҡта тотор өсөн дежурҙар исемлеген дә төҙөп ҡуйҙыҡ.
Әммә идиллияға бирелеүебеҙ оҙаҡҡа һуҙылманы. “Ни эшләүегеҙ был? Кем һеҙгә рөхсәт итте, ә?”- тип өндәшкән асыулы тауышҡа һиҫкәнеп киттек (ҡот ботҡа төштө тиҙәр бындай осраҡта). Партизандар кеүек өнһөҙ-тынһыҙ, кем шыуышып, ҡайһыбыҙ туңҡанлап “ыҙба”ның икенсе яғынан сығып тайҙыҡ. Күрше апайыбыҙ улдарын һүҙ менән дөмбәҫләп алды. Өс-дүрт үҫмер саҡ күтәреп килгән балаҫты бер үҙе йәһәт кенә яурын башына йөкмәп, шул арала: “Икенсе нәмәгә тейеп ҡарағыҙ! Арт һанығыҙға селек”- тип беҙгә киҫәтеү яһарға өлгөрөп, шәп-шәп атлап күҙҙән юғалды. Бер кәйеф ҡырылғас, артабан ҡыҙығы ҡалманы, боҫҡан еребеҙҙән кире сығып тауыҡ-һабаны йыйҙыҡ та, өйгә табан йүнәлдек. Иң ҡайғырғаны – балаҫ “хужа”һы булды. “Ысын ҡала йорто кеүек ине бит”, - тип ауыр көрһөнөп ҡайтып китте ул.
Хәҙер үҙебеҙ әсәй булғас, өләсәй-ҡәрсәйҙәрҙең:”Донъя малы – дуңғыҙ ҡаны”тигәндәрен йыш хәтергә алабыҙ. Ҡандан бирелгән, күрәһең, нәфсе ҡоло булғандарҙы күңел ҡабул итмәй. Хәҙер ҙә “Уйын ыҙба” менән мауыҡҡан бәләкәстәр кәрәк-яраҡты урамға ташырға әҙер торалар, күңелдәрен ҡырырға тырышмайым, сөнки тап шундай мәлдәрҙә бөтә урам балаһының оло ҡыуанысын бер секунд эсендә селпәрәмә килтергән ҡыҙыл балаҫҡа бәйле хәл ҡылт итеп иҫкә төшә лә ҡуя. Ә балаҫ тигәндән, ҡошсоҡтар кеүек оябыҙҙан осоп тирә-йүнгә таралышҡас, атай-әсәйҙәребеҙҙең йорттарына ла аллы-гөллө келәмдәр түшәлде. Әммә ҡыҙылдан түгел! Мосолмандарса, тыйнаҡлыҡ төҫөндә – саф йәшелдән...

“Тартайҙар не сдаются!”
Мәктәптә уҡығанда һәр яҡлап алдынғы булһаҡ та, нишләптер, “Ошо тартайҙар булыр инде...” тигәнерәк һүҙҙәр менән башлап, бөтмәҫ-төкәнмәҫ нахаҡты өйөп, беҙҙең тереләй һөйәкте йыуырға ифрат яраттылар. Үҙемдән ике йәшкә өлкән ағайым, һуңынан төп объект булып шуҡлығы менән алдынғылыҡты бирмәгән ҡустым ҡалды, биш-алты йәшкә өлкәнерәк күрше егеттәрҙе “линейка” һайын тетмәһен теткәндәрен күреп тыным ҡыҫыла торғайны. Колхоз эшенә тиһәң – тартайҙар, баскетбол һәм саңғы ярышына – тартайҙар, район сәхнәһендә кем өҙә баҫып бейей, һандуғастай моң һуҙа – әлбиттә, тартайҙар. Кем мәктәптә иң күп әрләнә? Кем булһын, әпәт тартайҙар! Тартай теленән табыр тигәндәре лә нәҡ шул беҙҙең хаҡта бит инде, ғәҙеллек яҡлап уҡытыусылар менән йышыраҡ телгә килешкән дә беҙ булғанбыҙҙыр, шуға күрә баштарға туҡмаҡ төшһә-төштө, кеше араһында маҡталыуҙан бик бәхет булманы.
Шулай, бер ваҡыт мәктәп “линейка”һында директор менән завучтан күмәкләшеп сираттағы туҡмаҡты алғандан һуң, тартайҙарҙың да сабырлығы сиктән сыҡты. Ял көндө районда саңғы ярышы, ана, үҙҙәренең, икенсе аяғын атлағансы беренсеһен эт ашаған иркәбайҙары барһын да, мәктәп данын яҡлап ҡараһын, әйҙә! Байкот ойоштороу тигән ҡарар тартай бандаһы менән бер ҡаршылыҡһыҙ ҡабул ителде. Ял көндө таң менән уянып, шым ғына тыңлап ятам. Атайымдың:”Бөгөн ярыш тигәйнең түгелме, улым?” тиеүенә, туғанымдың: “Юҡ, башым ауырта, бармайым” – тип һыңғырлағаны ишетелде. Балаларының былай ҙа бөтмәҫ-төкәнмәҫ сараларҙан бер өйгә ҡайтып инә алмағандарынан туйған атайыбыҙ ныҡышып та торманы. Тик күңеле менән коммунист кешенән “батырға ла ял кәрәк, ярай”тигән һүҙҙәрҙе ишетеү миңә Америка асыуға тиң булды. Бер ваҡыт солан ишеге дөбөрҙәне. Физкультура уҡытыусыһы команда йыя алмағас, тубыҡтан көрт йырып урамға килеп сыҡҡан икән. Уның ялынып-ялбарыуына, их, ҙурыраҡ булһам үҙем ялындырмаҫ инем тип, минең йөрәк һыҡрап ҡуйҙы хатта, сөнки үҙе ысын спортсы булған уҡытыусыны ихлас ихтирам итә инем. Әммә бер ҡарарға килгән туғанымды әсәйемдең өгөтләүе лә һындыра алманы. Уҡытыусы ағайыбыҙ сығып киткәс, тәҙрәгә ҡапландыҡ. Ул күрше ҡыҙҙың өйөнә, артабан күрше егеттәргә йүнәлде, саҡрым буйы ерҙе атлауы һөҙөмтә бирмәгәс, башын аҫҡа эйеп шәп-шәп аҙымдар менән тыҡрыҡҡа боролдо... Эҙе юғалыуын көтөп кенә торған, тиерһең, күрше малай бурлаттай ҡыҙарып елдереп тә инде. Аумаҡайыраҡ холоҡло булғас, туғаным үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмайынса: “Тәки һынманыңмы? Ярышҡа барманыңмы?”- тип текәлде. Ә тегеһе ауыҙын ҡолағына ҡәҙәр йырып, ҙур ҡәнәғәтлек менән: “Ю-у-уҡ! Ағайыңды белмәйһең әле! Тартайҙар не сдаются!” – тип яуапланы. Артабан нимә эшләһәк тә, әрләнһәк тә, “тартайҙар не сдаются!”тип көлөшөп, шунан йыуаныс алырға ғәҙәтләндек.
Әйткәндәй, яңы аҙна ул саҡта бик күңелле башланды. Директор ҡыҙарынып-бүртенеп: “Ата ялҡауҙар ошо тартайҙар, бер ялығыҙҙы спортҡа бағышлаһағыҙ, уҡағыҙ ҡойолор инеме әллә?” – тип ярһыны. Тәпәләнеп өйрәнгән тартайҙарҙың инде иҫе лә китмәне, уларҙың уйы бүтәндә ине. Физкультура уҡытыусыһының күҙенә нисек күренергә? Уның алдында оят! Ә спорт менән һәр яҡлап сыныҡҡан ихтирамлы ағайыбыҙ ваҡланып та торманы, беткә үс итеп тун яҡҡандарҙы тиҙ ғәфү итте, беҙҙең быуын бала-сағаны ла физик яҡтан нығындырып, күп нәмәгә өйрәтеп уҡытып сығарҙы. Тик уҡытыусы булараҡ карьераһынан баш тартырға тура килде уға, артығы менән намыҫлы, ғәҙел кешеләрҙе яҙмышы ла бит кәрәген биреп һынай, нишләптер... Бөгөн иң һағындырған уҡытыусы ла – шул, Шамил абый. Әллә кәрәгенсә генә шелтәләп, күберәге уңыштарҙы күреп, ҡанатландыра белгәнгә йөрәк түренән мәңгелеккә урын алды ул.

“Ҡарауыл начальнигы рөхсәт итте”
Йәмле йәй еттеме, беҙ – тартайҙар, баҫыуҙарҙа борсаҡ өлгөргәнен дүр күҙ менән көтөп ала торғайныҡ. Бер йылды йәйебеҙ күңелһеҙ үтте, сөнки борсаҡты беҙҙең колхозға ҡараған икенсе ауыл баҫыуына сәсеп ҡуйҙылар.
Икенсе йәйҙә сабырлыҡты һынағандай йәнә лә ике ауыл араһындағы урман яғына уҡ сәстеләр. Юҡ, бирешеү юҡ инде! Алыҫ ҡына ара булһа ла, ике тапҡыр “разведка”ға барып килдек, әмәлгә ҡалғандай, би-и-ик оҙаҡлап өлгөрҙө ул йылда борсаҡ. Өсөнсө тапҡыр барыуыбыҙ һөҙөмтәһен бирҙе. Үткән йылда зар-интизар булғаныбыҙҙың үсен ҡайтарҙыҡ-ҡайтарыуын: эстәр күбеп сыҡҡансы тәүҙә услап ауыҙға һоғондоҡ, шунан ҡомһоҙланып полиэтилен тоҡтарға, ҡайҙа ниндәй кеҫә бар – бөтә ергә тултырҙыҡ. Ауыл көтөүенең ҡайтыр яҡҡа юлланғанын күргәс кенә, борсаҡ баҫыуынан сыҡтыҡ. Әммә ҡаршыбыҙҙа ҡапыл ат атланған берәүҙең пәйҙә булыуынан һиҫкәнеп киттек. Берәү тип ни, уның “бәрмеш” ҡушаматлы ҡарауылсы икәнлеген тәндәге һәр күҙәнәгебеҙ аңлап-тойоп торҙо.
- Ай-һай, күп урлағанһығыҙ, иптәштәр. Элек былай колхоз байлығына тейгән кешеләрҙең баштары төрмәлә серегән, - тине ул.
Беҙ ҡурҡышыбыҙҙан телһеҙ ҡалдыҡ, теҙ быуындары тотмай башланы. Ағарынып ҡатҡанды күреп, ул үҙе лә ҡурҡып китте, буғай, тиҙерәк тынысландырырға тырышҡандай, хәҙер инде яғымлыраҡ итеп:
- Ҡурҡмағыҙ, мин дә һеҙҙең кеүек кеше бит. Һәр берегеҙ өсәр ҡуш ус борсаҡ тотторһа миңә, ҡайтһағыҙ ҙа була, бригадирға ла, предҡа ла һатмайым һеҙҙе, - тине.
- Ҡайтып барғанда ҡаршыбыҙға осраһалар? – тип ҡалтырандыҡ.
- Ҡарауыл нәчәлниге рөхсәт итте тип әйтерһегеҙ!
Беҙ үҙебеҙҙе плендан ҡотолған партизандар кеүек хис итеп, ҡыуанышып-ҡыуанышып кемуҙарҙан борсаҡты нәчәлниккә һондоҡ. Эшләпәһенә, унан һуң кеҫәләренә, һалдат тоҡсайына (“полевая сумка” тигәндәре һәр егет-еләндә була ине) шыплап тултырҙыҡ. Ҡалғаны етәр, ярай әле вис һалдырып алманы, предҡа ла әйтмәйем тип ант итте тиешеп, тиҙерәк табанды ялтыраттыҡ. Артабан да борсаҡҡа йөрөүҙе ташламаныҡ, ҡарауылсылар ҙа алмашынып торҙо, тик баҫыу өсөн яуаплы нәчәлниктәрҙән үҫә төшкәс тә шөрләтте, һәр урлашҡан һайын теҙ быуындарының ҡалтырау сире үҙен һиҙҙертеп торҙо. Ярай әле, борсаҡтан затлыраҡ нимәне урлашырға йөрөргә форсат сыҡманы, әлйе-мөлйө торған йөрәктәр күтәрмәҫ ине. Күрәһең, колхоз малына, кешенекенә теймә, урлашыу – ҙур гонаһ, оят, енәйәт тип ныҡлы тәрбиә биргән беҙгә боронғолар.
Ә хәҙерге заманда баҫыу нәчәлниге түгел, Хоҙайҙың үҙенән ҡурҡмайынса миллиардлап, тонналап урлап өйрәнгән нәфсе ҡолдары ниндәй илдә, ниндәй ғаиләләрҙә тыуҙы икән дә, ҡайҙа тәрбиәләнде икән? Харам малға тотонғанда йөрәктәре, йәиһә теҙ быуындары һис кенә лә ҡалтыранмаймы икән? Ә?

Кәничнә, урманда йылан була
Ҡайһы саҡта йорт алдындағы эштәрҙән йонсоп, көтөү ҡаршыларға сыҡҡан арала күршеләрҙең ҡапҡа төбөндә йәйелеп ултырып алабыҙ ҙа, гәп һатабыҙ. Һатабыҙ тип ни, беҙ бала-саға, күберәк өлкән апай-ағайҙарҙы тыңлайбыҙ. Ә улары, телдәре телгә йоҡмай бер-береһен уҙҙырырға теләгәндәй һайрай, шыттырып та ебәрәләр. Бер килке йылан тураһында һүҙ сыҡты.
- Беҙҙең бесәнлектә баҡыр йыландар, аяҡ өҫтөнән шыуышып үтәләр, - тип башланы апайым. Уның әйткән яңылығын тиҙ генә эләктереп алыусыһы табылды. Инде беҙҙең ҡарашҡа күптән кейәүгә бирерлек күрше Финә апай:
- Баҡыр йыландың бер зыяны ла юҡ уның. Бына, исмаһам, беҙҙең ҡот алынды. Бирелеп китеп ҡурай еләге йыйып йөрөһәк, ҡаршымда ғына ҡара йылан ыҫылдап ултырмаһынмы, ҡып-ҡыҙыл теле менән саҡ эләктереп алманы. Китте еләк ҡайғыһы, күнәгемде лә тултыра алманым...
- Һин бит ҡуян (уларҙың ҡушаматы шулай булды), дүрт аяҡлап саптырғанһыңдыр инде, - тиешеп көлөштө башҡалары.
Миңә көлкө түгел ине, тыңларға яратһам да, ҡоро хәбәрҙе түгел, тапҡандар һөйләр нәмә, урманда йылан булмаҫҡа тейешме икән... Шундай уйҙар солғанышында үҙем дә аңғармаҫтан белдекле ҡиәфәттә:
- Иҫегеҙ киткән икән, урманда, кәничнә, йылан күп була инде ул!- тип әйтә һалдым.
Их, телеңде ҡорт саҡҡыры! Тегеләргә етә ҡалды.
- Был бәләкәс грамотей ҡайҙан килгән. Кә-нич-нә! – тиешеп тәгәрәп көлдөләр.
Мин иһә ниңә көлгәндәрен дә аңламайынса, тамам кәйефем ҡырылып, тегеләрҙең күҙенән тиҙерәк юғалырға тырыштым. Күршеләрем тиҙ генә онотманы, мине күргән һайын: “Кәничнә”- тип үсекләргә онотманылар. Уларҙың ниңә көлгәненә үҙем өсөнсө класҡа барғас, рус телен матурлап өйрәнә башлағас ҡына төшөндөм. Баҡтиһәң, һүҙҙең әйтелеше бөтөнләй икенсе төрлө икән, ә мин ҡарт әбей-һәбейҙәр кеүек әйтеп эшемде ҡырғанмын.
Ул ваҡытта асыуым килһә лә, был ваҡиға ғүмерлеккә һабаҡ булды: дөрөҫ әйтелешен белмәгән һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланмаҫҡа, икеләнгән осраҡта һүҙлектәргә мөрәжәғәт итергә өйрәтте. Урыҫ теле ауыр, ҡатмарлы фән, даһи ҙа, матур ҙа тел ул! Милләттәштәребеҙҙең үҙ-ара нәфис тә, яғымлы ла туған телендә иркенләп түгел, вата-емерә булһа ла урыҫса һупалағандарын күреп тә эс боша.

Таныш ботинкалар!
Ниһайәт, үҫеп буй еткергәс, бал-маскарадҡа, йәғни ауыл клубында уҙғарылған шыршы байрамына ла йәшел ут янды беҙҙең өсөн. Их, күңелле мәл! Декабргә аяҡ баҫыу менән, урам менән баш вата башлайбыҙ. Кем булып кейенергә? Сегәне лә, бесәйенән алып бер йорт хайуаны ла, урман йәнлеге лә ҡалмай...
Тартайҙың иң сибәр, иң һәләтле егете – ағайым бер йылды ғазраил булып кейенеп сыҡты. Ҡулдарында салғы, өҫтөндә ҡара плащ, ул йөҙө... Етмәһә буйға оҙон, ыҫпай, киң яурынлы. Шыршы тирәһендә “ҡуян” түгел, “бүре”ләр ситкә һибелеште. Ә тамашасы үлә яҙып, кем икән ул, тиешеп баш ватты. Маскарад костюмда сығыуҙың бөтә ҡыҙығы ла нәҡ шунда – берүк танып ҡуймаһындар. Ҡурҡыныс образға инеп, ныҡ килештерҙе туғаным, бөтәһен хайран итте. Әммә оҙағыраҡ мауығып ташланы, шикелле. Бер мәл әхирәтем, күрше ҡыҙы бәхет ҡошоноң үҙен тотҡан кеүек шатланып: “Таныш ботинкалар! Был бит Нияз!” – тип оран һалмаһынмы! Их, бешмәгән, һуңғы модалағы килешле ботинкаларын костюмдар парадынан ситтә ҡалам тип ашығып сисергә онотоп сыҡҡан да баһа!
Йәндәй генә ғәзиз кешем һәр яңы йыл һайын иҫкә төшә. Балаларҙың көтөп алған Ҡыш бабайҙары сәхнәгә, йәиһә шыршы янына быймала түгел, ялтлап торған ботинкаларҙа сығып баҫҡан мәлдәрендә айырыуса! Әйтерһең дә, сабый йөрәктәренең: “Ысын Ҡыш бабай аҡ быйма кейә!” – тип тәрән уфтаныуын ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә улар... Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: