Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
2 Апрель 2019, 12:29

Яҙғы хәтирәләр

Төш мәлендә еңгәм шылтырата: - Әйҙә, урманға сығып киләбеҙ. Саңғыһын да бирәм... Әйтеп тә өлгөрә алманы, мин ҡырҡ һылтау таптым: балалар, һыйыр, мунса, кискеллеккә аш… Еңгәм, бер тәҡдим яһаным, тип йөҙ төрлө һылтауымды тыңлап торорға мәжбүр булды. Минең бер тынала теҙеп әйтеп бөткәнде көттө лә: “Мин кисә сығып йөрөнөм. Ҡайын бөрөләнгән,”- тине лә телефонды һалып та ҡуйҙы. Шул саҡ ҡайын бөрөһөнөң еҫе танауымды ярып килеп ингәндәй булды. Күҙ алдымда ҡайындың бөрөһө тумалдымы ни!

Төш мәлендә еңгәм шылтырата:
- Әйҙә, урманға сығып киләбеҙ. Саңғыһын да бирәм...
Әйтеп тә өлгөрә алманы, мин ҡырҡ һылтау таптым: балалар, һыйыр, мунса, кискеллеккә аш… Еңгәм, бер тәҡдим яһаным, тип йөҙ төрлө һылтауымды тыңлап торорға мәжбүр булды. Минең бер тынала теҙеп әйтеп бөткәнде көттө лә: “Мин кисә сығып йөрөнөм. Ҡайын бөрөләнгән,”- тине лә телефонды һалып та ҡуйҙы.

Шул саҡ ҡайын бөрөһөнөң еҫе танауымды ярып килеп ингәндәй булды. Күҙ алдымда ҡайындың бөрөһө тумалдымы ни!

Аһ, ул ҡайын бөрөһө! Баласаҡтың бер юлдашы ине бит ул. Мәктәптә уҡығанда яҙғы каникул етһә, һәр уҡыусыға бер стакан бөрө йыйырға йөкләмә бирәләр ине. Бәләкәй класта уҡығанда бер стакан һүҙен ишетеү менән танау сирылып киткән була: һи-и-и, бер стакан, шул да булдымы эш, бер банка йыйып килтерербеҙ әле, имеш.

Иртәрәк тороп ҡарҙың ҡатлыҡ сағында ( беҙҙә уны туң к күтәртеп тиҙәр) ҡайынлыҡҡа барабыҙ. Аҫҡа һәленеп торған ҡайын ботаҡтарын эләктереп тартабыҙ ҙа, һыңар ҡул менән бөрө сүпләй башлайбыҙ. Бармаҡ биттәре йәбешкәкләнеп китә. Һағыҙланған ҡулымды танауға терәп тороп еҫкәйем. Еҫе аңҡып тора. Яҙ еҫе, яҡтылыҡ еҫе...

Аҫта беҙҙең буйыбыҙ етерлек бөрө тиҙ бөтә. Бер ағастан икенсеһенә йөрөп ҡарайбыҙ. Эш әллә ни ырамай. Ҡайын ботағын тәлгәшләп һындырып өйгә лә алып ҡайтып тиргән булабыҙ. Стакан тулырға ла уйламай.

Иртәгеһенә шул эш киренән ҡабатлана. Тик әсәйҙәр көн дә яҙғы урманға ебәрмәй. Сөнки ҡар ныҡ иреп бот төбөнән кисеп ҡайтҡан саҡтар күп була. Стакан тулһа тула, тулмаһа тулмай. Банка тултырыу иҫкә лә инеп сыҡмай. Каникул бөткәс, мәктәпкә тапшырабыҙ. Кемдер стакан тултырған, кемдер шырпы ҡабы менән генә алып килә...

Бына шул осор еткән икән. Тик мәктәптә балаларҙан бөрө йыйҙырмайҙар хәҙер, беҙ ҙә бала түгел.

Былай булмай, иртәгә үк еңгәмә үҙем шылтыратам. Сығам урманға. Ҡар кисеп йөрөргә лә кәрәкмәй, ана,саңғы бирәм тип тора. Исмаһам, бер рәхәтләнеп ҡайын бөрөһө йыйырмын, хуш еҫен еҫкәп кинәнермен, йәнем-тәнем менә яҙҙы тойормон. Тормош бит дауам итә...

Фирүзә ӘБДРӘХИМОВА.

Тәүәкән ауылы.
Читайте нас: