Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
22 Март 2019, 12:32

Тамара ҒӘНИЕВА - ФРАНЦУЗ ( хикәйә)

Был хәл көтмәгәндә килеп сыҡты. Ислам бәләгә тарыр тип кем уйлаған? Бәләнең дә ниндәйе. Бығаса күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгәне. Һин дә мин йәшәп ятҡан ерҙән бит әле.

Был хәл көтмәгәндә килеп сыҡты. Ислам бәләгә тарыр тип кем уйлаған? Бәләнең дә ниндәйе. Бығаса күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгәне. Һин дә мин йәшәп ятҡан ерҙән бит әле.
...Исламдың бер яғын яратмай Мәҙинә. Тик-томалдан бәхәсләшергә тотона. Яйлап ыңғайлай-ыңғайлауын. Бер һүҙгә -ҡырҡ яуап, үҙенекен ҡайырып ала ла китә. Иренең холҡон белгән Мәҙинәгә уның ыңғайына һыпырырға, һүҙ ҡуйыртмаҫҡа, теләһә-теләмәһә лә күнергә тура килгеләй. “Эйе, эйе, һин хаҡлы,-“ тигән саҡтары ла бар. Шулай тиһә, әле генә ҡаршы әрепләшкән Ислам, Мәҙинә әйткәндәрҙе үҙ фекере кеүек иҫбатлай башлай.
Мәҙинә телен тешләй. Һыуына ул. Ислам былай арыу кеше. Ғаилә эсендәге ваҡ-төйәккә ҡыҫылмай. Ремонт оҫтаханаһында эшләй. Токарь. Оҫта тиҙәр. Бер урында эшләүенә лә тиҫтә йыл самаһы. Үҙе ҡәнәғәт. Аҡса мәсьәләһенә лә битараф, эш хаҡын алып ҡайтып ҡатынына тоттора ла, теләһәң нишләт: “Ҡайҙа ҡуйҙың, тиеү юҡ, шуны алырға кәрәк, быны йүнәтергә ине,-“ тигән ҡайғыһы юҡ. Өй, ғаилә хәстәрен ир-ат алып барһа, хөрт булмаҫ ине, тип борсолғаны бар Мәҙинәнең, әммә уйынан кире ҡайта. Аҡсаһын кеҫәһендә йөрөткән, үҙе теләгәнсә тотонған, эсеп кәйеф-сафа ҡороуға һалышҡан ирҙәр ҙә бар әле. Ислам ундай түгел. Дөрөҫ, телевизорҙан барған сериалдарҙа донъя мәшәҡәттәрен тотош үҙе алып барған ғаилә башлыҡтары хаҡында ла күргәне бар. Улар донъяһын көтөүен-көтә, ләкин өйҙә ҡатынына ҡарата битараф, уны әҙәмгә һанамай, хатта ситтә һөйәркәһе барлығы асыҡлана. Аллам һаҡлаһын, уның кеүеге лә шәп түгел, кәмһенеп йәшәү яҡшымы ни?
Исламдың иң яратҡан шөғөлө - балыҡсылыҡ. Үҙе кеүек бер нисә дуҫы бар, һауа шарттары һәйбәт булғанда бергәләп балыҡҡа тип сығып китәләр. Балыҡҡа йөрөү илдең стратегик генпланын үтәгәндәге теүәллек менән башҡарыла. Ҡай саҡта Мәҙинә уларҙы йома һайын мәсеткә намаҙға йөрөүҙе бурысы тип һанаған мосолманға ла оҡшата. Мәҙинә иренең балыҡсы дуҫтарының ҡатындары менән дә таныш. Һөйләшеп торалар. Ир-атҡа нисек кенә ышанма, тикшереп тороу ҡамасау итмәй.
Бер яҡтан һәйбәт, көнө-төнө телевизорҙан тик “Спорт” каналына ғына текләп ятҡандар ҙа бар, ти бит. Былар, исмаһам, тәбиғәттә йөрөй. Тимер-томор араһындағы ауыр эштән һуң тәбиғәт менән аралашыу хөрт түгел. Байтаҡ балыҡ алып ҡайтҡандары бар. Йыш ҡына экологияға зарланалар, элекке балыҡлы йылғалар бөтөнләй үрсемһеҙ, балыҡ өсөн шарттар юҡ, тиҙәр. Һыуытҡыстар шулай ҙа балыҡтан өҙөлгәне юҡ. Эштәге бисәләр һөйләгәндән белә, магазиндан туң балыҡ алып, ризыҡ итәм тип иретһәң, һалабаш йүкәһе кеүек тарала ла китә икән. Шулайҙыр, кем белә, әллә биш йыл йөрөгән ул һыуытҡыстан- һыуытҡысҡа күсеп, бер иреп, бер туңып, әллә ун йыл. Хәҙерге сауҙаға, етештереүселәргә ышанһаң...
...Бәлә, ысынлап та, һис уйламағанда килеп сыҡты.
Мәҙинәнең әсәһенең тыуған көнө яҡынлашҡайны. Бүләк алып, байрамға барырға кәрәк ине. Ислам былай ҡарышманы башта, сөнки ҡәйнәһен хөрмәт итә. Уныһы ла кейәүем тип өҙөлөп тора.
“Универмаг” та байтаҡ йөрөнөләр, бер килгәс-килгәс үҙҙәренең ғаиләһе өсөн дә ваҡ- төйәк әйбер ҡараштырҙылар. Ислам үҙенә телевизор ҡарағанда бүтәндәргә ишетелмәһен өсөн наушник алдырҙы. Юғиһә, балыҡсы тиһәң дә, “Салауат Юлаев” хоккей клубының уйындарын ҡарамай ҡалмай ул. Йәтеш булды. Мәҙинә үҙе хоккей ҡарамай, исмаһам уйындарҙың комментаторының ялҡытҡыс тауышын ишетмәҫ.
Бүләккә карауат япмаһы алдылар. Мәҙинә әсәһенә күптән әйтә килде: алыштырайыҡ бынау япмаңды! Әсәһе ыжламаны. “Өйрәнгәнмен, нимәһе оҡшамай, матур ҙа инде, атайың Мәскәүҙән алып ҡайтҡайны,-“ ти ҙә ҡуя. Кеше олоғайғас күнеккән әйберҙәренә йәбешеп ята икән.
Ҡайтайыҡ тип урамға сыҡһалар, ҡойоп ямғыр яуа. Зонтик алмағандар. Яуыр кеүек түгел ине лә. Үҙе былай тиҙ үтергә оҡшаған, күктең яртыһы ҡояшлы. Улар “Универмаг” тупһаһының ямғыр төшмәгән ҡыйыҡлы ерендә тороп торорға булды. Яндарына бер төркөм сит телдә һөйләшкән кешеләр килеп баҫты. Туристарҙыр. Сыр-сыу килеп үҙҙәренсә һөйләшәләр. Һис нәмә аңларлыҡ түгел. Мәҙинә мәктәптә инглиз телен өйрәнде, инглизсә һөйләшһәләр, бәлки берәр нәмә аңғарған да булыр ине.
- Нимә һөйләшәләр, Ислам, һин мәктәптә француз телен өйрәнмәнеңме?
- Юҡсы, - Ислам быларға әйләнеп тә ҡарамай, күкте күҙәтә. - Беҙгә немец телен уҡыттылар. Их, был ямғырҙан һуң балыҡ шәп ҡабасаҡ!
- Һөйләштек тә инде, Ислам, - тип ҡаршы төштө Мәҙинә. - Был ялда әсәйемде ҡотларға барабыҙ.
- Минһеҙ генә ҡотлап булмаймы ни? Әллә ҡәйнәмдең мине күргәне юҡмы? Бүләгең ҡулыңда, барығыҙ балалар менән генә. Мин балыҡҡа китәм!
- Бөтмәҫ балыҡ булды уныһы ла. Һыуытҡыс тулы балыҡ. Бажаһы, балдыҙы менән дә күрешкеһе килмәҫ икән кешенең! Юҡ, бармайһың был юлы балығыңа!
- Ә ниңә, бажаның мине күргәне юҡмы ни? Һуңғыһымы ни, күрешербеҙ әле. Аҡ күлгә барырбыҙ ул. Ана ҡара, ниндәй матур итеп яуып үтте лә көн күтәрелде. Самый балыҡ ҡарпый торған погода.
Улар йәшенгән ҡыйыҡ аҫтынан сыҡтылар. Француздар ҙа ҡуҙғалды. Кәйефе ҡырылды Мәҙинәнең, юлда һүҙ ҡуйыртманылар, шып-шым ҡайттылар. “Шулай ҙа тиҫкәре әҙәм булыр икән!”
Өйгә ингәс, Ислам бүлмәгә үтте, Мәҙинә кухняла киске аш йүнәтергә тотондо. Ислам телевизор ҙа ҡабыҙманы, серем итә булһа кәрәк. Йоҡлаһын әйҙә, йоҡоһо туйһа ыҡҡа килмәҫме?! Ирһеҙ кешеләй булып, туғандар йыйылышҡан табынға нисек яңғыҙ барып ултыраһың? Шундай саҡта ла бергә-бергә һайрашып ултырмағас, донъяның ни йәме?
Балыҡ ҡурҙы Мәҙинә, йәшелсә салаты тураны. Балаларын ашатты. Ислам йоҡлауын белде. Йоҡо килгәндә туйғансы йоҡлап алыуҙан да рәхәте юҡ бит инде.
Сәғәт нисәләр ине икән? Ислам кухняға килеп инде. Мәҙинә йәһәтләп өҫтәлгә ризыҡтарын теҙҙе. Үҙе ҡарар иткәйне инде: тыуған көн хаҡында ауыҙ ҙа асмаясаҡ. Нисәмә йыл бергә йәшәп, беренсегә йыйылышмайҙар әле, һуңғыһы ла түгелдер.
Балыҡты Ислам кеүек ашаған кеше юҡтыр ул. Ул уны тәфсирләп, тәмләп ашай, тәрилкәлә балыҡтың тап-таҙа һөйәк һөлдәһе генә тороп ҡала. Шуны йәнә һоҡланып күҙәтеп ултырҙы ла Мәҙинә, иренә бутҡа һалып бирергә булды.
- Ашыҡма, бутҡа һалып бирәм. Һин яратҡан тары ярмаһына ҡабаҡ ҡушып бешерҙем.
Ислам ниҙер әйтеп ҡуйҙы.
- Нимә тинең?..
Ислам ҡабатланы.
- Әллә французса һөйләшә инде?.. Мәктәптә немец телен өйрәттеләр, тип алдай бит әле ул. Арыу беләһең икән французса. Шуны йәшереп йөрөгән була. Бая нишләп француздарға һөйләшеп күрһәтмәнең? - Мәҙинә рәхәтләнеп көлә башланы. - Бына бер ҡыҙыҡ!
Ислам өҫтәл артынан тороп, ярайһы оҙон телмәр тотҡас, Мәҙинә көлөүҙән туҡтаны, йәшен атҡан кеүек, мейеһе зиңкеп китте. Тәне буйлап эҫеле-һыуыҡлы ағым йүгерҙе.
- Был ни хәл, Ислам? - Ул иренең сәйер ҡылығы хаҡында ни уйларға белмәй ине. Шаярыумы был, юғиһә нимә был? Ул иренә шөбһәле ҡараштарын төбәп ҡатып ҡалды. Уныһы ҡатынының ҡурҡыулы йөҙөн күреп йәнә ниҙер әйтте. Үҙе Мәҙинәһенең уны аңламауына аптыраған кеүек.
Ислам аш бүлмәһенән сығып китте. Телефондан шылтырата, буғай. Ишетелә. Телефондан да французса һөйләшә. Телефонды һалды, уныһы тиҙҙән үҙе шылтыраны. Мәҙинә трубканы барып алды:
- Алло! - Исламдың балыҡсы дуҫы икән. - Һеҙҙә ҡунаҡ бармы әллә? Һеҙҙең телефондан ниндәйҙер француз шылтыратты. Аңламаныҡ. Ислам өйҙәме? Погода һәйбәт бит әле...
- Ислам ... сыҡҡайны... Француз ҡунағы юҡ...
- Беҙҙең аппаратта һеҙҙең телефон һаны күренде ул.
- Яңылыш күрһәтәлер...
- Сәйер... Ислам ҡайтһа шылтыратһын әле...
- Әйтермен...
Ул арала Мәҙинәне ҡыҙы килеп ҡосаҡланы.
- Әсәй... атайым нимә эшләгән ул? Әллә нимәсә итеп һөйләшә...
- Үҙем дә аптырайым...
Ғаиләгә ябырылған бәлә ана шулай һис уйламағанда башланды. Хәл иртәнсәк тә үҙгәрмәне. Мәҙинә илай башланы. Балалары күрмәһен тип ваннала иланы. Балалар йә ҡурҡыр. Ә үҙе, ысынлап та, ныҡ ҡурҡыуға ҡалғайны. Шулай ҙа үҙен ҡулға алып, балаларын эйәртте лә әсәһенә китте. Балаларын киҫәтеп ҡуйҙы: “Атайың тураһында өләсәйеңә лә, башҡаларға ла һөйләмәй торайыҡ. Ышанмаҫтар. Ә бәлки үтеп китер...”
Һеңлеһе Гөлкәйҙең ире гөж килде: “Нишләп бажа юҡ? Бажаны күрмәгәнгә биш былтыр!”
- Ҡайҙа булһын, - тип тыныс һөйләшергә тырышты Мәҙинә. - Үҙең белмәгән ни эш бар?
- Балығындамы? Ну, егеттәр! - Кейәү үпкәләүен йәшерә алманы. - Бажа менән табындаш булыуҙы балыҡҡа алыштырған икән... Өмөт юҡ был бажаға. Кәләште икенсенән алырға булған.
- Бажаңдың балығын ашап ултыраһың бит әле, - тип еҙнәһен яҡланы Гөлкәй. Һүҙҙе икенсегә бороп ебәреп, әсәһе хаҡына тост әйтте.
Йырлашып, ашап-эсеп ултырҙылар. Әсәһенең ҡулы һәр ваҡыт мул булды. Йәштән ҡалаға сығып китеп, ошонда медсестра булып эшләп хаҡлы ялға сыҡһа ла, табындары, ғөмүмән, аш-һыуы ғүмер буйы ауылдағыса булды. Әле лә бәлешен дә һалған, бишбармаҡ бешергән. Өҫтәле мул. Ике әхирәтен саҡырған.
Мәҙинә генә эсендәге борсолоуҙарын саҡ-саҡ йәшереп сыҙап ултыра. Табаҡ-һауыт йыуғанда түҙмәне, һылыуына әйтеп ҡуйҙы:
- Еҙнәң ауырып китте әле...
- Билеме? Шул балығында йөрөй ҙә...
- Бил генә түгел шул...
- Ә нимә ул тиклем? Етди сирме? Яман сир-фәләнме әллә? Күҙеңдән үк шәйләгәйнем, бер-бер хәл булғандыр кеүек һиҙенгәйнем.
- Бығаса белмәгән, ишетмәгән сиргә оҡшаған...
Гөлкәй ҙә тынып китте.
- Врачҡа күрендегеҙме, улар нимә ти?
- Күренмәнек әле. Кисә генә ауырып китте бит ул. Бөгөн беҙ бында киттек. Әсәйгә әйтмәй торайыҡ, һылыу.
- Әле кем менән ҡалды? Ташланығыҙ ҙа киттегеҙме ни? - тип өтәләнде Гөлкәй.- Ҡайһы ере ауырта?
- Ауыртмай ҙа ул... Нисек аңлатырға һиңә... Еҙнәң кисәнән бирле французса һөйләшә.
- Кешене ҡурҡытып!.. Курсҡа йөрөгәйнеме ни? Тимәк, балыҡҡа йөрөмәгән ул. Улай тиһәң, балыҡһыҙ ҡайтҡаны булманы. Шул да булған сир. Ошо апайымды...
- Нишләп сир булмаһын! Нимә һуң улайһа? Ул бит бүтән бер телде лә аңламай, башҡортса ла, русса ла. Беҙ уны аңламайбыҙ, ул беҙҙе...
Гөлкәй ҙә аптырауға ҡалды. Апаһы ысынды һөйләйме, буштымы?
- Ишеткән юҡсы ундай хәлде. Нимә булды икән еҙнәмә?..
Мәҙинә Ислам менән “Универмаг”ҡа барғандарын, ямғыр яуып ебәреү сәбәпле ҡыйыҡ аҫтында тороуҙарын, шунда бер төркөм француздар менән осрашыуҙарын, ҡайтыр юлда, йәнә шул балыҡ арҡаһында бәхәскә инеүҙәрен һәм үсегешеп бер аҙ һөйләшмәгәндәрен, Исламдың ҡайтҡас йоҡлап алыуын, уянғас французса һөйләшеп алып китеүен һылыуына теҙеп һөйләп бирҙе. Врачтарға күрһәтергә кәрәк, тигән ҡарарға килделәр.
...Клиникала Исламды кабинеттан-кабинетҡа ҡыуаланылар. Тегеләй тикшерҙеләр, былай. Мәҙинәнән тәржемәсе талап иттеләр. Уныһы саҡ табылды, тик хеҙмәтен сәғәтләп түләүҙе һораны. Һанап ҡараһалар - күтәргеһеҙ хаҡ килеп сыға. Ә диагноз ҡуйылманы. Врачтар йүнле бер һүҙ әйтмәй. Больницаға һалдылар-һалыуын, унда ла уның менән һөйләшә алманылар. Ул үҙенекен һөйләй. Врачтар бер ниндәй ҙә һығымтаға килә алмай. Тәржемәсенең әйтеүенсә, Ислам туған телендә һөйләшә икән. Ул йәнәһе, тыуғандан бирле шулай һөйләшә. Уны аңламауҙарына аптырай. Бер ни ҡыла алманылар больницала. Ни бары уға уның тыумыштан башҡорт телле булыуын, русса яҡшы һөйләшеүен генә аңлата алдылар.
Күпме тотһондар дауаханала, уларының да хәҙер сирле кешеләрҙе дауалау көнө һанаулы. Унан-бынан тикшерәләр ҙә, диагноз ҡуялар һәм - вәссәләм, бар сыҡ, өйөңдә беҙ ҡушҡан дарыуҙар менән дауалан, тиҙәр ҙә ҡуялар. Ә бында хатта диагноз да юҡ.
- Әбейҙәргә күрһәтеп ҡарайыҡ булмаһа, - тип кәңәш бирҙе Гөлкәй. - Врачтар белмәгәнде улар белә торған.
Мәҙинә уныһына бөтөнләй ышанманы. Медицина көслө лә инде. Ә француз телен белгән имсе бар тиһеңме ни был тирәлә?
Ислам дауаханан сыҡҡас, эшкә йөрөй башланы. Матреской хужаһы үҙе риза булды: ҡулы алтын, деталдәрҙе оҫта шымарта, уның кеүек һәләтле кешене ҡайҙан табаһың?
Мәҙинә француз телен үҙләштереү маҡсатында курстарға яҙылды. Арлы-бирле аңлашалар. Йоҡлағанда шул уҡ Ислам, уның өсөн телдең хәжәте юҡ та...
Йәшәп ята бирҙеләр. Әммә Мәҙинә лә, хәҙер инде ниндәй хәлгә тарыуын төшөнгән Ислам да эстән борсола ине. Балалар аталарынан француз телен өйрәнә башланы. Ярайһы һупалап маташалар. Мәҙинә 20-30 һүҙҙән артығын ятлай алманы. Был йәштә сит тел үҙләштереү еңелме ни. Мәктәптә уҡығанда ла инглиз теле менән күпме яфа сиккәйне. “Май нейм из Мәҙинә”- тигәндән ары китә алманы. Белдермәҫкә тырышһа ла, балауыҙ һыҡҡылар булды. Нишләп кенә нәҡ уларҙың ғаиләһенә ябырылды был бәлә, берәр йүнһеҙ кешеләрҙекенә түгел?
Әлеге Гөлкәй инде. “ Фәлән райондың удмурт ауылында биш йәшлек малай бар тиҙәр. Бергә эшләгән Алина әйтә. Алып барып ҡараһаҡсы еҙнәмде? Кешене бик ҡабул итеп бармайҙар икән. Алинаны, ауылдаштары бит, тыңларҙар ул...”
Әллә тағы... Ул биш йәшлек малай нимә генә эшләй ала икән һуң? Ышандырмай бит әле. Ата-әсәһе уйҙырма уйлап сығарып аҡса эшләп яталыр күп булһа. Ундай хәлдәр ишетелеп-ишетелеп тора ла баһа. Аптыраған өйрәк кеүек, шул ауылға барырға булдылар.
... Башта Алинаның әсәһенә барып туҡтанылар.
- Бәләкәй генә малай ул, - тип һөйләне Володя хаҡында Алинаның әсәһе.- Әсәһе кешене өйөнә бик индерә һалып бармай. Мин былай һөйләшеп ҡуйҙым. Тик ул малай ҡай саҡта, әсәһен күндерһәң дә, өндәшмәһә өндәшмәй ҙә ҡуя. Барып ҡарағыҙ. Бәлки юлығыҙ уңыр.
Алинаның әсәһе алсаҡ кеше булып сыҡты. Удмурттар, христиан динен ҡабул итһәләр ҙә, үҙҙәрен мәжүси һанай. Рәсәйҙә марийҙар менән удмурттарҙан да серлерәк милләт юҡтыр. Им-томға, күрәҙәселеккә һәләттәре бар. Ә был малай ни... Бигерәк бәләкәй бит әле.
Бәләкәй күрәҙәсенең өйө иҫке генә булып сыҡты. Өйгә инделәр. Өй эсе лә бик ярлы. Малайҙың әсәһе өҫтәл артына ултырырға ҡыҫтаны. Өҫтәлдә ҡаймаҡ менән болғанған ҡыяр салаты, дөгө бутҡаһы. Бутҡа уртаһына аҡ май төшөрөлгән.
Володя инеүселәргә боролоп ҡына ҡараны ла, ашауын дауам итте.
- Аҡса алдым, - тип ҡыуанып һөйләнде малайҙың әсәһе. - Мәктәптең иҙәнен йыуам. Балалар ҡыярға ҡаймаҡ һалғанды көтөп кенә йөрөй. Бөгөн бутҡаға ла аҡ май төштө. Бүтән көндәрҙә күберәген көнбағыш майы һалабыҙ. Үҙебеҙ үҫтергән көнбағышты һуғып, елгәреп май сығартып алғайныҡ.
Мәҙинә күстәнәскә алып килгән кәнфиттәрен, тортын, плитәле шоколадын өҫтәлгә сығарып ҡуйҙы. Володя кәнфиткә бик риза булды, ҡағыҙын тәҫләп, ҡалай сәй һауытына, бер кәнфитте өҫтөндәге көртөйөнөң түш кеҫәһенә һалып ҡуйҙы.
- Ҡунаҡ апай менән ағай һиңә оҡшаймы, Володя? - тип һораны әсәһе малайҙан. Малай ҡунаҡтарға бер һирпелеп кенә ҡараны ла, әсәһенең ҡолағына үрелде:
- Улар һәйбәт, тик юҡҡа борсолалар, - тип бышылданы һәм ҡунаҡтар алып килгән уйынсыҡтарға әүрәп китте.
Малайҙың атаһы ултыра икән.
- Атаһын ултыртҡанда Володяға йәш тә тулмағайны, - тип һөйләп алып китте хужабикә. - Көрәшергә ярата ине. Бер саҡ шулай күрше егет менән көрмәкләшеп киттеләр ҙә, Ишкилде быны ергә түңкәрҙе. Үҙе шарҡылдап көлә-көлә йәйгелеккә ишек алдына сығарып ҡуйған өҫтәл артына килеп ултырҙы. Мин сәй әҙерләп йөрөйөм. Күрше менән икәүләп һыйырыбыҙ торған һарай башының бер нисә шиферын алыштырғайнылар. Хәҙергә һыйырыбыҙ юҡ. Көтөүҙе сиратлап көтөргә. Көтөүгә сығырлыҡ та, бесән сабырлыҡ та кешебеҙ юҡ. Һөттө күршеләр индерә, рәхмәт төшкөрө. Ишкилде килеп ултырҙы, ә теге егет ята ла ята. Янына барһаҡ, тын алмай.Үлгән. Йөрәге насар булдымы икән... Арыу егет кеүек ине. Иремде ултыртып ҡуйҙылар. Володя ҡай саҡта “Атайымды туҡмайҙар!”- тип илап ебәрә. Башы менән стенаға бәреп күрһәтә. Ә бит атаһын күргәне лә юҡ тиерлек. Кешене бик килтермәҫкә тырышабыҙ. Телевидениенан килгәйнеләр, камераға төшөрмәксе булдылар. Арҡыры баҫтым. Төшөртмәнем. Бәләкәй баланы телевизорҙан күрһәтһәләр ни булырын аңлайһығыҙҙыр? Тупһанан кеше өҙөлмәйәйсәк. Кәрәкмәй. Холҡо боҙолор.
- Эйе шул, - тип баш ҡаҡты Мәҙинә, ә үҙе был уйындан бушай алмаған малайҙың Исламға нисек ярҙам итә алыры хаҡында уйлана ине.
- Әсәй, - тип йәнә әсәһенең ҡолағына үрелде малай. - Ағай тәҙрәгә арҡаһы менән ултырһын ул.
- Ярар, - тип баш ҡаҡты әсәһе. Ым-ишаралап Исламды көнбайышҡа ҡаратып ултырттылар.
Малай Исламдың ҡулына бая түш кеҫәһенә һалып ҡуйған кәнфитен тоттороп китте. “Аша!”. Ислам Мәҙинәгә ҡараны, уныһы кәнфитте ашарға кәрәклеген ишаралап аңлатты. Ислам ҡағыҙын әрсеп кәнфитте ауыҙына ҡапты. Ә Володя берәүгә лә иғтибар итмәй үҙ ыңғайына уйнай бирҙе. Бер аҙҙан:
- Ағай, йоҡоң килһә, йоҡла, - тип Исламдың ҡулынан һыйпап тәҡдим итте. Ислам Мәҙинәгә күтәрелеп ҡараны. Күҙен, ысынлап та, йоҡо баҫҡан. Ул уны ҡулынан етәкләп, Володяның әсәһе күрһәткән иҫке генә диван янына алып барҙы.
Ислам ятты ла йоҡлап китте.
Ул арала өйгә бер ҡатын килеп инде. Ишек төбөнән үк илай башланы. Володя уға күтәрелеп ҡараны ла, уйынсыҡ пистолетынан атыуын дауам итте.
- Ни булды, Настаси? - Хужабикә йәһәтләп ҡатынға урын бирҙе.
- Лена юғалды. Володянан һорайым, тигәйнем. Ҡайҙа икәнен әйтмәҫ микән? - Ҡатын Володяға һүҙ ҡушты. - Володя, һин апайыңдың класташы Ленаны беләһеңме?
Володя “эйе” тигәндәй баш ҡаҡты.
- Лена өс көн инде өйҙә юҡ. Белмәйһеңме, ҡайҙа икән? - Малай өндәшмәне. Килгән ҡатын ҡыҙы юғалған көндә ни эшләүен, хәҙер ҡайтам тип сығып ҡына китеп юҡ булыуын илаулай-илаулай һөйләне.
- Володя, Лена ҡайҙа икән, һин беләһеңдер бит? - тип малайға йәнә өндәшеп ҡаранылар.
Володя бер нәмә лә өндәшмәгәс, ҡатын,милицияға әйтеп ҡарарғамы икән, тип һөйләнеп сығып китте.
Малай йоҡлап ятҡан Исламға яҡыныраҡ барып текләп торҙо. Бәләкәй генә ҡулын уның маңлайына терәне лә, һис ни булмағандай, йәнә үҙ эштәренә тотондо.
Ҡағыҙ алып һүрәт төшөрә башланы. Бер аҙҙан һүрәтен әсәһенә күрһәтте. Ярабби! Ул һүрәткә ҡәбер төшөрөлгән, өҫтөндә тәре!..
- Лена насар милиционер ағайҙарҙың машинаһына ултырып киткән... Ул ағайҙар насар. Лена ...- ул бармағы менән һүрәтенә төртөп күрһәтте.
Мәҙинә лә, малайҙың әсәһе лә “аһ!” итеште. Бына ни өсөн теге ҡатынға бер ни әйтмәгән икән Володя!
Исламдың йоҡоға талғанына сәғәт ярым тирәһе ваҡыт үтеп китте. Ә ул йоҡлай. Теге ҡатындың килеп ингәнен дә, илай-илай сығып киткәнен дә шәйләмәне. Мәҙинә иһә хистәргә бирелде:” Нишләп әле ул Исламдың сирен фажиғә тип һанай? Тере бит. Ана, әле генә сығып киткән ҡатындың 15 йәшлек балаһын Володя , ҡәбергә ингән, тип, һүрәт төшөрөп күрһәтте. Ә Ислам тере бит.
Сабыр булырға һәм яҙмышҡа яҙғанды күтәрергә, кисерергә кәрәкер, бәлки?”
Ваҡыт ни өсөндөр үтә оҙаҡ үткән кеүек күренде Мәҙинәгә. Биш йәшлек Володя, уларҙың иләмһеҙ өйө, ире төрмәлә ултырған, балаларына йүнле ризыҡ ашата алмаған, ирһеҙлектән берҙән-бер һыйырынан яҙған, ҡыяр салатына ҡаймаҡ яғып балаларын шатландыра алыуҙан бәхет кисергән удмурт ҡатынының яҙмышы менән сағыштырғанда ҡалалағы етеш донъяһында йәшәп ятҡан Мәҙинәнең иренең берәүҙекенә лә оҡшамаған сире быларҙыҡы менән сағыштырлыҡ та түгел бит. Үҙеңдең бәхетле икәнеңде аңлар өсөн, кемдеңдер бәхетһеҙлеген күрергә кәрәк икән ул.
Володя уйнап йөрөгән еренән ҡапыл йәнә әсәһенә килеп һыйынды.
- 240 нисек яҙыла ул? - Әле уҡый ҙа, яҙа ла белмәгән, ләкин һүрәттәр төшөрөү менән мауҡҡан малайҙың был һорауы сәйер кеүек ине.
- Нимәгә кәрәк һиңә, Володенька, был һан?
- 240 һанмы ул?
- Эйе...
Мәҙинә был билдәһеҙлек, көтөлмәгән мөхиткә килеп инеүе, бығаса барлығын да белмәгән аңлайышһыҙ ситуацияға шаһит булыу мәжбүрлегенән бик үк риза булмауы сәбәбенән, үҙен һәр нәмәгә әҙер булырға тейешлеккә көйләп килтерһә лә, ниндәйҙер эске тойғоһоноң протест белдереүе арҡаһынада, был йорттан күтәрелеп- һуғылып сығып китергә лә әҙер ине. Кемдәр былар ул тиклем? Мәҙинәләр бында ни эшләй?
Ә кескәй Володя вайымһыҙ. Биш йәшлек малай нисек булһын һуң?
Тора-торғас, малай, әсәһе янына түгел, Мәҙинәнең янына килеп, зәп-зәңгәр күҙҙәре менән уға текәлде. Ҡарашы, Мәҙинә тертләп китте, шул тиклем етди ине баланың. Етен кеүек сәстәре яурынынан да түбәнерәк оҙонлоҡта. Иҫке генә күлмәге өҫтөнән көртөй кейгән, аҡһыл йөҙлө бабай баҫып торғандай хис итте Мәҙинә Володя уның янына килеп баҫҡас. Тәне жыу итеп китте. Был бала, ҡарашы менән Мәҙинәнең эсен-тышын айҡағандай тойолдо.
- Беләһегеҙме, - тине ул Мәҙинәгә ҡарап. - Ағайҙың өләсәһе... Өләсәһенең әсәһеме 240 йыл элек, ошо ағай бөгөн һөйләшкән кеүек һөйләшкән.
Ҡатындар бер-береһенә ҡарашты ла, бер ни ҙә аңламаны, әлбиттә.
Нисек инде, Исламдың нәҫелендә француз булдымы икән ни? “Ә, ғөмүмән, - тип уйланы Мәҙинә. - Ун бер йыл йәшәйбеҙ. Бер-беребеҙ хаҡында нимә беләбеҙ һуң?”
Нисек йоҡлап китһә, шулай ҡапыл килеп торҙо Ислам.
- Һыуһатҡан, - тип хәбәр һалды башҡортса. - Сәй эсеп алырға ине..
Мәҙинә теге бәлә килеп ябырылған көндө кухня уртаһында нисек ҡатып ҡалһа, шулай ҡойолдо ла төштө. Ысын ишетәме ҡолағы? Күбеһенсә, ҡалала үҫеүе сәбәпле русса һөйләшкән Исламмы был? Эйе, уға башҡортса нимә тип өндәшһәң дә аңлай, ләкин русса яуап бирә ине бит. Мәҙинә үҙе, әсәһенең ныҡ талап итеүе, йәй һайын өләсәһе янында булыуы сәбәпле, туған телен яҡшы белә. Ә Ислам?
Мәҙинәнең башынан секундтар тирәһе ваҡыт эсендә үткән уйҙары ине былар. Ә, һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, ҡатҡан, йонсоған күңеле шул бер нисә минутта яҙылып китте лә, Мәҙинәнең күҙенән йәштәр булып атылып сыҡты. Үҙе лә һиҙмәҫтән, Исламдың муйынына ташланды, шунан аҡ сәсле, ҙур күҙле малайҙың алдына барып теҙләнде. Башта һүҙһеҙ генә иланы. “ Я Рабби, - тип уҡынды һуңынан. - Һинең ҡөҙрәтеңде аңлап бөтмәгән бер ҡолоңмон. Күргән бәхетем һәм ғазаптарымдың шаһиты һин генә инең, артабан да ташламаһаң ине! Бынау һинең ҡөҙрәтеңдән ҡөҙрәтле малайға, әсәһенә, ғаиләһенә аяулы булһаң ине!”
Мәҙинә өйҙәгеләргә күҙ ташланы. Исламдың, Володяның әсәһенең күҙҙәре йәшле. Ә малай... Шымып киткән. Битенән йәш юлағы һыҙылған.
- Сәй ҡуям. -Тынлыҡты хужабикә бүлде. - Кәнфит, торт бар. Сәй эсеп алайыҡ.
- Мәшәҡәтләнмә, Венера апай, - тип урынынан торҙо бығаса бер нәмәгә лә ҡыҫылмаған Алина. - Әсәйем бәлеш һалам тип ҡалды. Әйҙә, күмәгебеҙ беҙгә барып сәй эсәйек.
- Ҡуй әле, - тип өтәләнде Венера. - Торт өҫтәлдә. Бәлеште, яҙған булһа, бешерербеҙ әле. Хәҙер ҡыҙҙарым мәктәптән ҡайта. Һеҙгә, Алина, бушыраҡ ваҡытта барырбыҙ. Ә бит ниндәй бәхет, ниндәй бәхет! Ҡуйыныңдағы ирең һинең телдә һөйләшеүгә ни етә!
Малай иһә ул арала, бер ни булмағандай, үҙенең уйындары донъяһына сумған. Һикерә, ҡағыҙға нимәлер төшөрә, берсә “пиф” та “паф” килеп, бүләк ителгән пистолетынан ата.
Хушлашыр алдынан Мәҙинә Венераның усына аҡса йомдорҙо.
- Юҡ! Юҡ! Алмайым! - Хужабикәне ҡорт саҡтымы ни. - Кәрәкмәй! Тик, зинһар, беҙҙең хаҡта берәүгә лә һөйләмәгеҙ, кеше ебәрә генә күрмәгеҙ!
Мәҙинә ҡалала бөтә нәмә, хатта медсестраларҙың уколы түләүле булған шарттарҙа йәшәүе арҡаһында, был тиклем дә бәләнән ҡотҡарыусыны буш ҡалдырыу мөмкин түгел, тип уйлаған ханым, баҙап ҡалды. Бушлай яҡшылыҡ бармы ни әле донъяла? Инәлде, ялбарҙы, ә тегеһе аҡсаны тәки алманы.
Бәлә нисек килһә, шулай ҡапыл юҡҡа ла сыҡты. Ләкин эҙһеҙ үтмәне, ғаиләләге мөнәсәбәттәр йылыраҡ була барһа ла, күңелдәге төйөн яҙылманы ла яҙылманы. Мәҙинә Алина аша удмурт ғаиләһенә кейем-һалым, күстәнәстәр төйнәне. “Әсәйем, ике барып, күстәнәстәрҙе алырға саҡ күндерҙе”, - тип ҡайтып һөйләне Алина.
Ғүмер бит, үтә торҙо. Ислам ныҡ бирелеп китеп шәжәрәһен өйрәнегә тотондо. Туғандарынан белеште, Республика дәүләт архивынан мәғлүмәт һоратып алды. Баҡһаң, уның ҡартатаһының атаһы 1812 йылда хорунжий сифатында Ватан һуғышында ҡатнашып, Париждан француз ҡыҙын етәкләп ҡайтҡан булған. Теге килен башҡорт еренә ереккән, балалар тапҡан.
Хәҙер Ислам элекке кеүек ерле юҡ ерҙән бәхәсләшеп китергә ашыҡмай. Уны Мәҙинә тиҙ урынына ултырта:
- Онотма, Ислам, минең менән бәхәсләшмәҫкә, ҡарышмаҫҡа кәрәк ул. Юғиһә, әллә ниндәй хәлдәргә тарыуың бар.
- Юҡ, юҡ, - тип ыҡҡа килә Ислам. - Тик балыҡҡа йөрөүҙән генә тыймаһаң...
- Эй, йөрө лә шул балығыңа, - тип ҡул һелтәй Мәҙинә.
Иң ҡыҙығы шунда, Ислам хәҙер бер генә француз һүҙен дә белмәй. Руссаһы яйлап яйға һалынды. Ә элек киреһенсә, ул күберәген русса һөйләшә ине. Ҡала егете бит.
Ҡушаматы үҙгәрҙе. Элек бажаһы менән балдыҙы “Сәләм, балыҡсы!”- тип ҡул бирә торғайны, ә хәҙер “Ни хәл, француз, Париж урынындамы?” - тип иҫәнләшә.