Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
21 Февраль 2019, 16:16

Өфөлә СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова вафат булды

Өфөлә күренекле актриса, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Гөлли Мөбәрәкова 83-сө йәшендә донъя ҡуйҙы.

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.
Өфөлә күренекле актриса, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Гөлли Мөбәрәкова 83-сө йәшендә донъя ҡуйҙы.
Хушлашыу йома, 22 февралдә уҙа, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында.
Гөлли Арыҫланы ҡыҙы Мөбәрәкова — башҡорт актрисаһы, театр режиссеры, педагог, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры. К. Станиславский исемендәге театр премияһы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены, Почет ордены, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.
1936 йылдың 9 сентябрендә Өфөлә актер, режиссер, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков менән актриса, шағирә, драматург, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Рәғиҙә Янбулатова ғаиләһендә тыуған. 1959 йылда А. В. Луначарский исемендәге Мәскәү дәүләт театр техникумын тамамлаған.
1959 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләне. Актриса хәҙерге башҡорт театрының төп фигураларының береһе булды. Барыһының да яратҡан актрисаһы Хафаса («Әсәләр көтәләр улдарын», Ә. Мирзаһитов), Шәфәҡ («Ай тотолған төндә», М. Кәрим), Агазия («Ташлама утты, Прометей!», М. Кәрим), Ғәлиә («Тапшырылмаған хаттар», Ғ. Ҡотой) һәм башҡа ролдәре менән тамашасыларҙың хәтерендә ҡалды. Туған театрында һуңғы роле — «Иң бәхетле төн» спектаклендә Эухения.
1991 йылдан алып бер нисә йыл буйына Башҡорт драма театрының баш режиссеры булды. И. Юзеевтың «Һөйгәнемдең тыуған көнө» лирик комедияһын һәм Ғ.Шафиҡовтың очеркы буйынса «Һәҙиә» драмаһын сәхнәләштерҙе.
1978 йылда Гөлли Мөбәрәкова Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһы буйынса нәфис фильмда Тәңкәбикә ролен уйнаны (Свердловск киностудияһы, режиссеры Б. Халзанов).
«Башинформ» агентлығы мәрхүмәнең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Читайте нас: