Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
20 Февраль 2019, 19:51

Яуаплылыҡ ятты иңдәргә

Халҡыбыҙ, шөкөр, үҙенең арҙаҡлы ул һәм ҡыҙҙарын, әҙиптәрен онотмай. Онотмай ғына ла түгел, уның исемен, ижадын, эштәрен мәңгеләштереүгә, киләсәк быуынға еткереүгә ҙур көс һала. Быйыл егерменсе тапҡыр тапшырылған Зәйнәб Биишева исемен йөрөткән әҙәби премия ла быға асыҡ миҫал булып тора.

Халҡыбыҙ, шөкөр, үҙенең арҙаҡлы ул һәм ҡыҙҙарын, әҙиптәрен онотмай. Онотмай ғына ла түгел, уның исемен, ижадын, эштәрен мәңгеләштереүгә, киләсәк быуынға еткереүгә ҙур көс һала. Быйыл егерменсе тапҡыр тапшырылған Зәйнәб Биишева исемен йөрөткән әҙәби премия ла быға асыҡ миҫал булып тора.
Шаҡайҙың 12-се көнөндә лауреаттар исемлеге тағы ла өсәүгә тулыланды. Уларҙы тәрбикләү тантанаһының халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөнә тура килеүе лә үҙенә күрә ижади йәһәттән мәртәбә өҫтәгәндәй булды: Зәйнәб Биишева ла, Рәми Ғарипов та башҡорт әҙәбиәтенең, башҡорт шиғриәтенең алтын бағанаһы бит ул.

Сараға Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов, яҙыусы- драматург, яҡташыбыҙ Сәрүәр Сурина, мәғариф отличнигы, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәшит Иҙрисов, урындағы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, шулай уҡ әҙәбиәт һөйөүселәр, төрлө йылдарҙағы лауреаттар саҡырылды.
Йола буйынса ҡунаҡтарҙы Туйөмбәт ауылында ҡаршыланылар. Әҙибәнең йорт-музейы алдында торған бюстҡа сәскәләр һалып, иҫтәлеккә фотоға төшкәс, тантаналы өлөш башланды.
Тәү һүҙҙе район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев алды. Ул сығышында Күгәрсен районы үҙенең арҙаҡлы шәхестәре менән хаҡлы рәүештә ғорурланыуын, күренекле әҙибә Зәйнәб Биишеваның исемен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән әһәмиәтле эштәрҙең районда ла әленән-әле башҡарылып тороуын, лауреаттарҙың да ошо мәртәбәле эшкә үҙ өлөштәрен индереүҙәрен билдәләп үтте.
Быйылғы лауреаттар араһында билдәле тел ғалимы, атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Ғәли Сәйетбатталовтың исеме айырым урын биләп тора.
Ғәли Ғәли улын Башҡорт дәүләт университетында уҡып сыҡҡан белгестәр яҡшы белә. Ябай ҙа, талапсан да уҡытыусы ине. Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улы әйтмешләй, уҡытыусыларҙың да уҡытыусыһы булған Ғәли Сәйетбатталовтың тормошо ла, эшмәкәрлеге лә, хеҙмәте лә айырым иғтибарға лайыҡ. Ул уның ҡул аҫтында уҡып, уның етәкселегендә диплом эше яҙған, оҙаҡ йылдар бер факультетта эшләгән кеше булараҡ, остазы тураһында яҡты иҫтәлектәр һаҡлай:
- Һәр бер ерҙе уның кешеләре данлай. Башҡортостандың ҡайһы төбәген генә алма, илебеҙ мәнфәғәтенә фиҙаҡәр хеҙмәт иткән шәхестәребеҙ, башҡорт әҙәбиәтен күтәргән яҙыусыларыбыҙ күп. Төрки әҙәбиәтендә иң беренселәрҙән булып роман яҙған башҡорт ҡатын-ҡыҙы Һәҙиә Дәүләтшина булһа, төрки телле әҙәбиәттә иң тәүге трилогия авторы– Зәйнәб апай. Ә профессор Ғәли Ғәли улы менән инде беҙҙе студент йылдары, БДУ-ла эшләү осоро бәйләп тора. Ул - университет тарихында үҙе бер дәүер кешеһе булып ҡалды. Кем университетта уҡыған – ул Ғәли Ғәли улының кем икәнлеген белә. Бер генә миҫал килтерәм: яҡташым, яҙыусы Гүзәл Ситдиҡованың атаһы Рамаҙан ағай Ғәли Ғәли улы башҡорт теленең бөтә нескәлектәренә төшөндөрөп, бер хатаһыҙ итеп яҙырға өйрәткән берҙән-бер уҡытыусы булды тип бик йыш хәтергә алыр булған.
Ғәли Ғәли улы бик иғтибарлы кеше ине, нисә йыл элек уҡыу йортон тамамлаған студенттарын да онотманы, һәр береһен танып, уның ата-әсәләре, туғандары, ғаиләһе менән ҡыҙыҡһынып торҙо. Шул тиклем уникаль шәхес ине ул. Был уникаллек уның хәтерендә генә түгел, уның хеҙмәттәрендә лә сағыла. Ғүмеренең бер минутын да файҙаһыҙға үткәрмәне: ни тиклем етди совет ултырыштарында ла алдына “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарын һалып ала ла, ҡыҙыл, һары ҡәләмдәр менән һүҙҙәр аҫтына һыҙып, үҙенең сираттағы ғилми эшенә миҫалдар йыя торғайны.

Ҡыҙы Зөһрә (Ғәли Сәйетбатталовтың премияһын ҡыҙы Зөһрә Недоспасова ҡабул итеп алды-авт.) апай ҙа әйтте бит инде: Зәйнәб Биишева ижадын өйрәнгән яҙмалары һаҡлана тип. Ысынлап та, ул Зәйнәб апайҙың әҫәрҙәрен төрлө аспекттарҙан сығып өйрәнде, төрлө темаларға диплом эштәре яҙҙырҙы. Был бик ҙур ғилми хеҙмәт һәм, әлбиттә, ошондай ҙур баһаға лайыҡ.

Уҡытыусы, мәғариф ветераны Ғәлиә Әлимғужина, район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәре, бихисап сценарийҙар авторы, алып барыусы Альбина Айҙарбәковаларҙың хеҙмәте, һис шикһеҙ, тейешле баһаланды тиергә була. Ғәлиә Әхәт ҡыҙы мәғариф өлкәһендә байтаҡ йылдар эшләгән ижади ҡарашлы, Зәйнәб Биишева әҫәрҙәре нигеҙендә йәш быуында илһөйәрлек һәм интернационалистик рух тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индергән алдынғы уҡытыусы ул.

Район, республика кимәлендә ойошторолған әллә күпме әһәмиәтле мәҙәни сараларҙың сценарийҙары авторы, алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы Альбина Мөҙәрис ҡыҙының хеҙмәте иһә күберәк сәхнә артында ҡала килде. Хәйер, бынан һуң да шулай булыр. Сөнки мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән кешеләрҙең күбеһенең хеҙмәте – “шаршау артында”. Ул да үҙешмәкәр шиғриәт өлкәһендә ижад емештәре менән күренеп тора.
Лауреаттарҙы яҡташыбыҙ Сәрүәр Сурина ла, нәшриәт директоры Илһам Йәндәүләтов та тәбрикләне. Илһам Миңлеғәли улы китапханаға, музейға, лауреаттарға өр-яңы китаптар бүләк итте. Әйткәндәй, “Китап” нәшриәтенә быйыл 100 йыл тула. Шул айҡанлы баш ҡалала көҙгөһөн тантаналы саралар ҙа үтәсәк.
Һүҙҙе йомғаҡлап, бер күренекле әҙип, журналист уҙамандың заманлаштырып әйткән һүҙҙәрен дә килтереү урынлы булыр. Былай тигәйне ул: “Премияның ике яҙмышы була: уны ҡайһы берәүҙәргә бирәләр, ҡайһы берәүҙәр уны ала”. Лауреаттарыбыҙ һәр ваҡыт тәүгеләре араһында булһын ине.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Гөлдәр АБДУЛЛИНА фотоһы.
Читайте нас: