Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
20 Февраль 2019, 19:21

Һөйөнсө, яңы китап! “Ҡош юлы”

2018 йыл Вәғиз Мөхәмәтшәриф улына тағы ла ҙурҡыуаныс алып килә – уның өсөнсө китабы нәшер ителә. “Ҡош юлы” тип аталған баҫмалаижадсының тыуған еренә һөйөү менән һуғарылған, изгелек,матурлыҡ, кешелеклелек, мөхәббәт темаларын үҙенсәлекле яҡтыртҡан шиғыр, хикәйәләре,көләмәстәре тупланған.

Беҙҙең гәзит уҡыусыларға 50 йылға яҡын үҙенең үткер мәҡәләләре, тәрән хисле, ҡайһы берҙә төртмә телле шиғырҙары менән район гәзиттәрен биҙәгән Вәғиз Мәғизовтың исеме яҡшы таныш. Башҡаларға ғәҙәти генә тойолған күренештәрҙе лә образлы итеп, шиғри юлдар аша һүрәтләп биреү, бүтәндәр абайламағанды күреү, тойомлау һәләте бирелгән уға!
Кеше күңеленә үтеп инерлек шиғырҙар ижад итеү өсөн филолог булыу, әҙәбиәт өлкәһендә эшләү мотлаҡ түгел. Үҙе әйтмешләй, “ғүмер буйы тимер-томор араһында ҡаҙынған” Вәғиз Мәғизов оҙаҡ йылдар механик булып эшләһә лә, ижад донъяһынан артыҡ ситкә тайпылмаған, улай ғына ла түгел, БР һәм РФ Журналистар союзы ағзаһы булып, “Иҫтәлек” һәм “Яҙмыш” тип аталған бер түгел ике шиғырҙар китабы сығарыуға ирешкән.
2018 йыл Вәғиз Мөхәмәтшәриф улына тағы ла ҙур ҡыуаныс алып килә – уның өсөнсө китабы нәшер ителә. “Ҡош юлы” тип аталған баҫмала ижадсының тыуған еренә һөйөү менән һуғарылған, изгелек, матурлыҡ, кешелеклелек, мөхәббәт темаларын үҙенсәлекле яҡтыртҡан шиғыр, хикәйәләре, көләмәстәре тупланған. Вәғиз Мәғизов шиғырҙарына байҡау яһаған Зилә Абзалова фекеренә лә ҡолаҡ һалайыҡ: “Ябай ғына һөнәр эйәһе ижад иткән ябай ғына шиғыр юлдары... Ә бына уның күңел балҡышы, фекер тәрәнлеге һәм, бәлки, шиғырҙарында әллә ниндәй ҡатмарлы сағыштырыуҙар, образдар булмаһа ла, донъяуи хәлдәрҙең ҡырҡ төрлө яҡтарын һәр кешенең күңеленә үтеп инмәле итеп еткерә белеү ҡеүәһе иҫ киткес!”
Ҡәләм оҫтаһына киләсәктә лә беҙҙе үҙенең яңынан-яңы ижад емештәре менән һөйөндөрөп торорға яҙһын!
Читайте нас: